Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 08:30

Тәрбиә

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА"АЛЛАҺ ҺИНЕ ЛӘ АЯҠҺЫҘ ҠАЛДЫРҺЫН”, – ТИНЕ.Бер ғибрәтле хәлде бәйән итмәксемен. Бынан бер нисә йыл элек бер апай һөйләне, гәзит кешеһенә, бәлки, кәрәк булыр, тине.Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән бер ябай ауыл ҡатынының ҡыҙы ине ул. Үҙенең яҙмышын бәйән итте. Ғибрәтле, хатта аяныс ине уға насип тәҡдир.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
"АЛЛАҺ ҺИНЕ ЛӘ АЯҠҺЫҘ ҠАЛДЫРҺЫН”, – ТИНЕ.
Бер ғибрәтле хәлде бәйән итмәксемен. Бынан бер нисә йыл элек бер апай һөйләне, гәзит кешеһенә, бәлки, кәрәк булыр, тине.
Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән бер ябай ауыл ҡатынының ҡыҙы ине ул. Үҙенең яҙмышын бәйән итте. Ғибрәтле, хатта аяныс ине уға насип тәҡдир.
“Әсәйем, атайым беҙҙе, дүрт балаһын, ташлап, икенсе ҡатын менән сығып киткәс, бөтә донъяның асыуын беҙгә төшөрҙө, ахыры. Көндәше менән ярышып, уғата сәмләнеп донъя көттө. Уға ла рәхмәт – бирешмәне, һынманы, яҙмыш һынауҙары алдында һығы­лып төшмәне. Беҙҙе кеше итергә, уҡытырға тырышты. Эш тураһында әйтеп тораһы ла түгел – беҙ башҡармаған эш ҡалманы.
Иң аяныслыһы, атай тигән кеше икенсе ҡатынына шул хәтлем әүрәне – донъяла дүрт балаһы барлығын бөтөнләй онотто. Уның өсөн ят бауыр булдыҡ та ҡуйҙыҡ.
Билдәле, донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Берәй проблема сыҡһа, эше алға кит­мәһә, әллә атайҙың үсен алып, әллә башҡа сәбәптән әсәйем беҙҙе һыҙыра, унан да яманы: “Ҡороғорҙар, йәлсемәгерҙәр, фәлән-фәләндең (атайымдың инде) эшкинмәгән көсөктәре”, – тип әрләй-ҡарғай ине.
Ыҙалаһаҡ та, беҙ ҙә ҙурайҙыҡ. Тик әсәйҙең әр-ҡарғыштары төштө – ғаиләләге бер бала ла уңманы. Ҡустыбыҙ эсеп үлде. Ағай, ҡа­ты­нын айырып, яңғыҙ ҡартайҙы, ике балаһын үҙенән алда ер ҡуйынына һалды. Беҙ, ике ҡыҙ ҙа, уңманыҡ – икебеҙҙең дә ир­ҙәр эсә, болара, тормошобоҙ, күпме ты­рышһаҡ та, алға бармай. Әсәйҙең ҡарғышы ҡабул булды – ҡороноҡ, йәлсе­мәнек. Һин бит гәзиткә яҙаһың, ошо беҙҙең хәлде һөйлә әле, бәлки, башҡа әсәйҙәргә ғибрәт булыр. Ғөмүмән, кеше бер кемде лә ҡарғамаһын, бәддоға ҡылмаһын...” – тип һүҙен тамамланы апай.
Был серҙе күңелемдә оҙаҡ ҡына йөрөттөм. Бөгөн килеп мөҙҙәте тулды – һеҙгә бәйән иттем. Бил­дәле, бала – ата-әсә мөнәсәбәттәре һәр заманда ҡатмарлы булып ҡала килә. Бушҡа ғына халыҡ “ата – улын, инә ҡыҙын танымаҫ” тип әйтмәгән.
Ҡыҙып китеп бәғзе саҡ балаларыбыҙға әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп ташлайбыҙ. Ошо асыулы саҡтағы һүҙҙәребеҙҙең, доға булараҡ, Аллаһ тарафынан ҡабул ителеүе ихтимал. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән мәҡәл дә ошоға ишара. Һүҙгә, ауыҙыңдың эсендә саҡта, үҙең хужа, ауыҙыңдан сыға икән, ул – һиңә.
Ата-әсә өсөн иң ҙур ҡайғы – бала ҡайғыһы. Бәғзе саҡ, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ата-әсә үҙ балаһына насар яҙмыш юрай. Ата-әсә доғаһы ла, бәддоғаһы ла (ҡарғышы) уның балаһының артабанғы яҙмышына ҙур йоғонто яһай ала.
Риүәйәттәр нимә ти? Бер хажи Ҡәғбәтул­ланың һаҡсыһы менән танышып китә. “Һин нисек Ҡәғбәнең һаҡсыһы булып киттең?” – тип һорай тегенән.
  • Әсәйем миңә асыуланғанында һәр саҡ “Аллаһ һинән Ҡәғбәтул­ла­ның һаҡсыһы яһаһын, ти ине, – ти бер һаҡсы. – Йылдар үткәс, яҙ­мыш ҡушыуы буйынса, мин Ҡәғбәтулланың һаҡсыһы булып киттем”.
  • Балаларға яҡшы доға – пәйғәм­бәребеҙ сөннәте. Беҙҙең матур до­ғаларыбыҙ балалары­быҙҙы бәхетле итеүгә һәләтле. Балала­рыбыҙ беҙгә ҡарата һәр саҡ яғымлы, итәғәтле булмай китһә лә, әр һүҙҙәре урынына матур доға яуҙырайыҡ уларға. Ул саҡта Аллаһ рәхмәте менән уларҙың холҡо ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
    Пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Ата-әсәһенән ризалыҡ алмаған Аллаһ ризалы­ғына ирешмәҫ”, – тигән. Риүәйәттәр буйынса, бөйөк ғалим һәм хәҙистәр белгесе Тирмизи йәш сағында тыуған яҡтарын ташлап ҡырға китеп ғилем алырға теләгән. Әммә әсәһе уны ебәрмәгән: “Эй, улым, мин яңғыҙ, ауырыу, һин бит минең ярҙамсым, мине кемгә ҡалдырып китәң һуң?” – тигән.
    Тирмизи әсәһен ҡалдырып китә алмаған. Хыялын бойомға ашыра алмағанына ныҡ ҡайғырған ул.
    • Бер мәл уға бер ҡарт осрап, уны уҡытырға теләүен белдергән. Егет риза булған һәм тиҙҙән үҙен Хызыр Ильяс уҡытыуын аңлаған. Ҡарт Тирмизи менән өс йыл буйы шөғөлләнгән. Өсөнсө йылына Тирмизи: “Был бөйөк рәхмәт миңә әсәйемдең доғаһы арҡылы килде”, – тигән.
    • Әбү Һөрәйрәнән еткерелә, пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләй­һи үә сәлләм, әйткән: “Өс кеше­нең доғаһы ҡабул булырына шик юҡ: ҡыйырһытылған (рәнйетелгән) кешенең, юлсының (мосафирҙың) һәм ата-әсәнең балаһына ҡылған доғаһының”.
      Риүәйәттән билдәле, тәфсир белгесе Замахшари һыңар аяҡҡа сатан була. “Ни өсөн был хәлгә ҡал­дың?” тип һорағастары, ул былай ти:
      • Бала саҡта мин турғайҙы тотоп алып, уның тәпәйенә еп бәйләп уйнаттым. Бер мәл турғай ярыҡҡа инеп китте. Унан сығарам тип, тәпәйен өҙөп алдым. Ошоно күргән әсәйем: “Һин ошо ҡошто аяҡһыҙ ҡалдырған кеүек, Аллаһ һине лә аяҡһыҙ ҡалдырһын”, – тине. Уҡырға китеп барғанда, аттан ҡолап, аяғымды һындырҙым”, – ти.
      • Эйе, кеше-ара мөнәсәбәттәр иң ҡыйыны. Әҙәмде еңеү еңел, ә үҙ-үҙеңде еңеүгә ҙур көс кәрәк. Асыуҙан алда аҡылың йөрөһөн, тигән боронғолар. Ошоно тотоп, балала­рыбыҙға күпме генә йән көйгән саҡта ла уларға бәддоға түгел, матур, йөкмәткеле доға ҡылайыҡ. Үҙебеҙ ҙә бала ҡайғыһынан имен булырбыҙ.
      • Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
        Читайте нас: