Дүшәмбе көнө иртән «Замандаш»-«Современник» журналы баш мөхәррире Азат Расулевич Заманов иркен бүлмәһенә күтәренке кәйеф менән килеп инде. Стенала өс рәткә төрлө дипломдар һәм маҡтау грамоталары эленеп ҡуйылған ине. Заманов Мәскүәҙән тағы ла алып ҡайтҡан яңы грамотаны портфеленән сығарҙы ла да стенаға ҡаға башланы. Шул ваҡытта редакцияға Лилиә килеп инде. Ул тәүҙә баш мөхәррир бүлмәһенең асыҡ торған ишек тупһаһынан иҫәнләшеп ҡараны.
– Һаумыһығыҙ, инергә мөмкинме?
– Әлбиттә, рәхим итегеҙ, ултырығыҙ, – Азат Рәсүлевич әйләнеп йылмайып ҡараны. – Бына тағы бер грамота алып ҡайттым Мәскәүҙән - ҡалын журналдар конкурсында еңдек.
– Һаумыһығыҙ, Азат Рәсүлевич! – тип тағы ла иҫәнләште ҡыҙ бүлмәгә инеп. – Мин Лилиә Әхмәтова, хәтерләйһегеҙ ме? Мин журналистика факультетының бишенсе курсы студенткаһы. Һеҙ былтыр беҙгә «Журнал редакцияһы эше» тигән курс уҡыттығыҙ.
–Эйе, мин Һеҙҙе таныным. Һеҙ бит иң яҡшы студенткабыҙ, матур ҙа, аҡыллы ла. Диплом эштәре нисек? Теманы билдәләнегеҙ ме?
– Эйе, беҙҙең лекциялар тамамланды ла, мин диплом яҙырға йыйынам, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. – Темаһын да билдәләнем, теге Һеҙ уҡыған курсығыҙҙы бик оҡшаттым да диломдың темаһын «Замандаш журналының культура мөхитендәге роле» тип атаным.
–Ҡалай һәйбәт тема! – ҡыуанып китте Азат Рәсүлевич. – Мин нимә менән ярҙам итә алам?
– Минең һорауым, үтенесем бар ине, Азат Рәсүлевич, Һеҙ мине ваҡытлыса эшкә алһағыҙ ине, диплом яҡлағанса – майға тиклем. Мин практикала редакцияның эшен яҡшыраҡ аңлар инем, белемемде нығытып, теманы аңлап асыр инем. Һеҙҙең менән бергә эшләп алыу – үҙе лә ҙур мәктәп.
– Хм. Ярай. Миңә һинең һымаҡ ярҙамсы кәрәк ине. Хәҙер эш бик күп өҫтәлде. Ә корректорыбыҙ декретҡа китте. Һинең грамоталығың яҡшы бит? Беҙҙең тесты үтһәң өлкән корректор итеп эшкә алырбыҙ. Бүтән вакансиялар юҡ әлегә. Журналист булғың килһә – мәҡәләләреңде яҙып килтерерһең, беҙ уларҙы баҫырға тырышырбыҙ. Гонорар беҙҙә яҡшы түләнә.
– Рәхмәт, Азат Рәсүлевич. Ҡасан эште башларға була?
– Лилиә, тәүҙә тест үтергә кәрәк. Корректор булыу – бик ауыр эш. Үҙеңдең грамоталы булыуың ғына етмәй, башҡа кешеләрҙең хаталарын да таба белергә кәрәк. Унһы ла айырым талант. Әйткәндәй, минең дәреслектә корректор бер кемгә лә, хатта баш мөхәрриргә лә ышанырға тейеш түгел, тип әйтелгән. Хәтереңдәме шул? Мин дә бит хата ебәрә алам. – Заманов телефондан яуаплы сәркәтипте саҡырҙы: – Сәлимә Мәликовна, бер минутка кереп сығығыҙ әле.
Өлкән йәштәге күзлек кейгән хатын Сәлимә Мәликовна кереп инде.
– Сәлимә Мәликовна, бына мин беҙҙең декретҡа киткән корректор урынына бер ҡыҙ таптым. Танышығыҙ, уның исеме Лилиә, журналистика факультетының бишенсе курсында уҡып йөрөй. Һеҙ уның менән тест үткәреп ҡарағыҙ ҙа, булған хаталарҙың 50 процентын таба алһа, майға тиклем эшкә алайыҡ. Ҡыҫҡаһы, ваҡытлыса алабыҙ.
– Яҡшы, мин Лилиәне күптән беләм, уның мәҡәләләре лә сыҡты беҙҙең журналда. Хәҙер бөтәһен дә ойошторам. Лилиә, һин минең бүлмәгә бар. Мин баш мөхәррир менән һөйләшеп алайым.
Лилиә күрше бүлмәгә кереп китте.
– Азат Рәсүлевич, Һеҙ әйткәйнегеҙ, ғинуар һанын ҡарап сығырға кәрәк тип. Беҙ инде өсөнсө тапҡыр уҡып сыҡтыҡ. Йыйылышабыҙмы? – тип һораны яуаплы сәркәтип.
– Әлбиттә. Тәүҙә мин ҡарап сығайым да. Төшкө аштан һуң бөтәһен дә миңә саҡырырһығыҙ. Шунан, иртәгәнән һуң, беҙ редколлегия үткәрербеҙ. Бөтәһелә әҙерләнеп килһендәр.
– Сәлимә апай, Һеҙҙең менән беҙ инде нисә йыл бергә эшләйбеҙ? Ун йыл тулды бит? Минеңсә, беҙ бер беребеҙҙе бик яҡшы аңлайбыҙ. Редакция коллективын, ғөмүмән, бөртөкләп, конкурс нигеҙендә йылдар буйы йыйырға кәрәк. Ә беҙҙә нисек? Берәй ялҡау кешене, йәки эскесене ҡыуып ҡара әле эштән – жалобалар менән күмәләр. Бына тағы минең өҫтән анонимка ебәргәндәр етәкселәргә.Теге Байрамовты ҡыуған өсөн.
– Һуң, ул бит үҙ теләге менән китте. Уның бит “белочка” башланғайны. Скорый саҡыртып, көскә ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уны бит күптән айныҡ хәлендә күрмәнек тә. Дөп-дөрөҫ эшләнек эштән ҡыуып. Ул алкаштан нимә көтөргә инде? Әйткем килә, Азат Рәсүлевич, ҡайһы бер коллегалар һеҙҙән бик көнләшәләр, һаҡ булығыҙ. Ун йыл эсендә журналдың тиражы ла, абруйы ла артты. Мәскәүҙән дә нисәмә грамоталар алдыҡ, хатта аҡсалата премиялар менән. Бөтә Рәсәй конкурсында өс тапҡыр еңдек.
– Эйе, хәтерләйһегеҙме? Мин яңы идеалар менән, проекттар менән редакцияға килгәйнем. Иң тәүҙә журналдарҙан беренсе булып Интернетта сайт астыҡ. Хәҙер инде унда айына утыҙ мең уҡыусы сифатлы материалдар таба. Сөнки беҙ гәзиттәрҙәге яңылыҡтар, сенсациялар, төрлө блоггерҙар һымаҡ, скандалдар менән булышмайбыҙ. Ярай, Сәлимә Мәликовна, теге эште онотмағыҙ. Миңә университетҡа шылтыратырға кәрәк ине.
Сәлимә Мәликовна сыҡты. Азат Рәсүлевич ҡала телефонынан шылтырата башланы.
– Алло, һаумыһығыҙ, философия кафедраһымы? Был Заманов «Замандаштан». Мин теге диссертация советы ултырышы ун туғыҙынсы декабрҙа уҙғарыламы, тип белешер өсөн борсойым, үҙгәрештәр юҡмы? Рәхмәт. Эйе, мин буламын. Һау булығыҙ. Саҡ онотманым, Светлана Михайловна, һеҙҙең мәҡәләгеҙ киләһе һанда сығасаҡ, фотоғыҙҙы әҙерләп ҡуйығыҙ, зинһар. Һау булығыҙ. – Трубканы элде. – Тәк, план буйынса ун туғыҙында, тимәк, ошо аҙнаның йома көнөндә минең диссертация яҡлау көнө. Мин бик оҙаҡ, бик ауыр эшләнем уның өҫтөндә, тырыштым инде. Докторлыҡ диссертациямдың һәр бер һүҙе өсөн яуап тоторға әҙермен.
Оҙаҡламай Сәлимә Мәликовна,Лилиә, баш бухгалтер Нәсимә Хөрмәтовна инәләр. Сәлимә Мәликовна һүҙ башланы.
– Бына, Азат Рәсүлевич, Лилиә тесты бик яҡшы үтте. Булған хаталарҙың башҡортса 75 процентын, ә русса 90 процентын тапты. Минеңсә, уға корректор вазифаһын йөкмәтергә була.
– Бик яҡшы, былай булғас,Сәлимә Мәликовна, – баш мөхәррир ҡыуанды. – Нәсимә Хөрмәтовна, өс айға ваҡытлыса эшкә приказ әҙерләгеҙ. Ләкин, Сәлимә Мәликовна, Лилиәнең эшен тикшерергә онотмағыҙ.
Баш бухгалтер яуап бирҙе:
– Мин аңланым, Азат Рәсүлевич. Тағы ошо документтарға ҡул ҡуйһағыҙ ине. Налоговыйға бөгөн тапшырырға кәрәк.
– Ярай, Нәсимә Хөрмәтовна, – Заманов ҡул ҡуйҙы. – Мин хәҙер министырлыҡҡа совещанияға барам, юл уңайы менән һеҙҙе лә алып барырбыҙ.
– Яҡшы, мин әҙер, – тине баш бухгалтер.
– Тәк, Лилиә, ғариза яҙырға кәрәк, – тине Заманов. – Һине эшкә алабыҙ инде. Ҡотлайым. Иртәгә үк сығырһың эшкә. Шулай уҡ диплом эшеңден планын да килтерерһең. Мин ярҙам итермен, кәңәш бирермең. Һинең үҙеңдең айырым бүлмәң дә бар. Сәлимә Мәликовна күрһәтер бөтәһендә.
– Рәхмәт, Азат Рәсүлевич!
Азат Расүлевич сығып китте. Редакция эшмәкәрҙәре төшкө аш ашарға сығалар, сәйнүк, кружка, банка тотоп коридорҙа йөрөй башланы.
Баш мөхәррир урынбаҫары – пенсионер Балтасов бүлмәһенән сығып ҡарап тора ине, Лилиәне күргәс, уға өндәште.
– Сәләм, һылыуҡай. Минең исемем Әнүәр Балтасов, баш мөхәррир урынбаҫары. Әллә һин Зилә урынына корректор булып эшләргә килдеңме? Исемең кем әле? Ниндәй райондан?
– Мин Лилиә Әхмәтова. Журфакты тамамлайым. Үҙем Өфөнән.
– Кер әле миңә, Лилиә, – Балтасов ҡыҙҙы бүлмәһенә саҡыра. – Белгең килһә, Лилиә, мин бында беренсе көндән үк эшләйем. Быға тиклем обкомда эшләнем, аҙаҡ Главлитта.
– Ә, беләм, элек цензураны шулай атағандар, ярай әле уны бөтөргәндәр, бөгөн ул юҡ.
– Һантый, цензура бер ҡасан да бөтмәйәсәк! – Балтасов сығанаҡ бармағын күккә күтәрҙе. – Беҙҙең дәүләткә минең һымаҡ кешеләр һәр ваҡыт кәрәк!.. Ә, һин, студентка, беҙҙең редакторҙы яҡшы беләһеңме? Туғаныңмы әллә? Бында бит былай ғына эләгеп булмай. Һин уға ниндәйҙер юл тапҡанһың бит? Һеҙҙең мөнәсәбәттәр ниндәй? Әйтмә, мин былай ҙа аңланым, күреп торам…Бар, эшеңдә бул.
– Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ?! Ни өсөн? Ниндәй сәбәп таптығыҙ шулай һөйләнергә? – ҡыҙҙың күңеле боҙолды. Ул кабинеттан сығып китте.
Балтасов телефондан шылтырата башланы.
– Эйе, был мин, белгегеҙ килһә, беҙҙең баш мөхәррир эшкә һөйөркәһен алып килгән!..Шулай, ул бит уға туған түгел, райондаш та түгел, тимәк – һөйәркәһе!..Мин ундай нәмәләрҙе бик яҡшы һиҙәм. Теге ҡыҙҙың юғары белеме лә юҡ! Ә был бит нарушение! Был факт!..
Баш мөхәррир бүлмәһенә Сәлимә Мәликовна кереп инә, артынан бер ир. Уның ҡулында ҡалын папка. Яуаплы сәркәтип ҡапыл борсоған өсөн ғәфү утенде:
– Азат Рәсүлевич, бына яңы автор килде, һеҙҙең менән генә һөйләшәм, ти. Ул яҙыусы, романын алып килгән, – тине лә, сығып китте.
Заманов урынынан тороп иҫәнләште.
– Рәхим итегеҙ. Ултырығыҙ. Һеҙҙең исемеғеҙ?
– Минең исемем Ғалим Флюрович.
– Бик шатмын. Тыңлайым, беҙгә нимә алып килдегеҙ?
– Азат Рәсүлевич, мин роман алып килдем, исеме «Кентавр».
– Әҫәрегеҙ кем тураһында? Кем ул – кентавр?
– Уны уҡырға кәрәк. Былай һөйләп булмай.
– Әлбиттә, ләкин сюжеты нисегерәк? Ниндәй заман тураһында? Тарихмы әллә?..
– Был роман бөгөнгө заман тураһында.
– Мин бик шатмын, Ғалим Флюрович, сөнки тарих тураһында күп яҙалар, ә бына бөгөнгө көндө оноттолар. Әҫәр нимәләрҙе һүрәтләй һуң?
– Бизнесмендар тураһында. Мин үҙем дә бизнесмен булдым. Бер миллионды туплағас яҙырға булдым бөтәһен дә. Нисек бар – шулай яҙып бирҙем.
– Тимәк, Ғалим Флюрович, был автобиографик роман эшҡыуарлыҡ үҫеше тураһында яҙылған? Был ҡыҙыҡлы. Әйтегеҙ әле, кем баш герой, мөхәббәт өсмөйөшө бармы әҫәрҙә? Ғөмүмән, һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ элек баҫылғаны булдымы һәм ниндәй баҫмаларҙа?
– Азат Рәсүлевич, мин әҫәрләремде элек икенсе журналдарҙа сығарҙым.
– Яҡшы, беҙгә бөгөнгө заман тураһында әҫәрҙәр бик кәрәк, ҡалдырығыҙ, уҡығас, Һеҙгә шылтыратырбыҙ.
– Һеҙҙән аванс алырға мөмкин ме?
– Юҡ, ташҡа баҫылғас ҡына, Ғалим Флюрович.
– Йәл, һау былығыҙ. Бына минең визиткам. Нисәнсе һанда сығыр икән?
– Телефондан хәбәр итербеҙ. Һеҙҙең менән бүлек мөхәррире Алтынова бәйләнешкә инер.
Яҙыусы китеп өлгөрмәй, бүлмәгә бер ҡатын инә. Заманов уны ла ҡаршы ала.
– Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ. Һеҙ ниндәй мәсьәлә буйынса?
– Мин филология фәндәре докторы Буранова Мәрйәм Булатовна булам. Мин тел ғилеме, топонимика буйынса мәҡәлә килтерҙем. Бына ҡарағыҙ.
– Яҡшы, ҡалдырығыҙ. Әллә Һеҙ минән хәҙер үк яуап көтәһегеҙме? Улайһа ике минут бирегеҙ, ҡарап сығайым. – Күҙ йүгертеп уҡый. – Тимәк, Һеҙ Егән йылғаһы менән бәйле топонимдар һәм гидронимдар боронғо иран теленән килеп сыҡҡан, тип иҫбатлайһығыҙмы? Әйтегеҙ, зинһар, Егән йылғаһының исеме ниндәй телдән һуң? Нимәне аңлата? Егәнгә ҡойған ваҡ йылғаларҙың исемдәре иран телендә булһа, ә төп йылға үҙе ниндәй телдән атама алған, ниндәй халыҡ йәшәгән унда? Быны нисек аңларға, Мәрйәм ханым? Һорауым бар, ниндәй иран телен беләһегеҙ? Улар күмәк түгелме ни?
– Мин иран телен белмәйем, ләкин Иранға экспедицияға барырға йыйынам.
– Туҡтағыҙ әле. Мин Интернетта эҙләп ҡарайым әле. Егән йылғаһы. Бына, Рәсәйҙәге йылғалар. Егән тигән йылға исемдәре Себерҙә, Алтайҙа күренә. Ә Иранда? Иранда - юҡ. Бына Ирандың йылғалары. Бындай исем бөтөнләй юҡ бит. Һеҙ күрһәткән бүтән топонимдар ҙа юҡ унда. Быны нисек аңларға, Мәрйәм Булатовна?
– Мин филология фәндәре докторы! Ә Һеҙ аңламайһығыҙ.
– Эйе, аңламайым. Мин философия фәндәре кандидаты, ләкин был мәҡәләнең мәғәнәһен аңламаным. Мин баш мөхәррир, шулай булғас, минең бурысым – һәр бер материал уртансы кимәлдәге уҡыусыға аңлашырға тейеш. Мин мәҡәләгеҙгә ябай уҡыусы күҙенән ҡарарға тейеш. Әммә, миңә уҡыусы булараҡ, бында күп нәмә аңлашылмай. Шуға ла мин Һеҙҙең ошо һорауҙарға яуап биреүгеҙҙе теләйем.Ҡабаланырға кәрәкмәй. Ҡайһы бер бик матур яҙылған мәҡәләләр яртышар йыл сыға алмай яталар. Беҙҙең редакция портфеле тулған. Мәҡәләне шымартырға кәрәк әле.
– Улай булһа, мин мәҡәләмде алып китәм. Фәнни йыйынтыҡтарҙа ул тиҙ генә сығасаҡ, – Буранова ҡулъяҙмаһын алып сығып китте.
– Бына шулай, – тине Заманов, яңғыҙ ҡалғас. – Фән йыйынтығында сығаралар ҙа, унда хатаны береһе лә күрмәй ҙә, һорау ҙа бирмәй.Сөнки кем уҡыһын инде.
– Азат Рәсүлевич, керергә яраймы? Мин мәҡәлә алып килдем, Һеҙ ҡарап сыҡһағыҙ ине.
– Әлбиттә, Лилиә. Беләһеңме, баш мөхәррир эшендә иң ҡыйыны нимәлә? Иң ауыры – авторға отказ бирергә. Был бик ауыр. Кеше бит яҙған, тырышҡан. Ә мин уға ризаһыҙлыҡ белдерәм. Ләкин бүтән сара юҡ. Баҫманың кимәле юғары булырға тейеш, беҙҙең талаптар шулай ҡәтғи. Хәтерләйһеңме? Минең дәреслектә: ун йыл эсендә мин мең авторҙың материалын кире ҡайтарғанмын тип әйтелгән.Уйлап ҡара әле: нисек улар мине күрә алмайҙар? Бына шулай.
– Мин улай булдыра алмаҫ инем.
– Бына шуның өсөн дә беҙ һинең менән төрлө вазифа үтәйбеҙ. Һәр эштең үҙенең ауырлыҡтары бар.
Ишек асылып китә лә шағир Ғүмәров килеп инә, иҫәнләшеү урынына тупһанан уҡ шиғыр уҡый башлай:
Шиғыр яҙҙым төн туҡтамай,
Шиғыр һуҡыр тин дә тормай.
Ысын шағир бит ас ҡалмай,
Беҙҙе тамуҡ уты көтһә лә –
Баш мөхәррир ҡул сапты ла иҫәнләште:
– О, сәләм! Лилиә, таныш бул – был тере классик Фәрит Ғүмәр. Минең Мәскәүҙәге Литинститут буйынса группалашым. Ә был Лилиә Әхмәтова, өлкән корректор.
– Азат, мин һиңә генә көнләшәм, һинең редакцияңда гел шундай һылыуҡайҙар эшләй! – Лилиәның ҡулың үбте. – Эх, ҡалай матур күҙҙәрең! Ирендәрең!
– Миңә эш урынымда булырға кәрәк, – Лилиә оялып, сығырға йыйынды.
– Юҡ-юҡ! Былай булмай! Мин бит яңы робағиҙар алып килдем. Һин уларҙы тыңларға тейеш. Ултырып тор, Лилиә, мин һиңә оҙаҡ ҡамасауламайым. Һеҙҙең рөхсәт менән робағиҙар:
Иртәнге дәрт менән уянам,
Хәлиф һымаҡ мин үҙемде тоям.
Мөхәббәтле йәнемде усҡа алып
Мин булдым хыялый йәш саҡта
Иң матур ҡыҙ эҙләп донъяла.
Кергәс тә аҡһаҡал сафына.
Телһеҙ ҡалдым һине күргән саҡта,
Алтын йондоҙ булып балҡыйһың йыраҡта.
Яҡын булһаң да – яҙмышта хата,
Һине мин осратырмын ожмахта.
Бур булмаһам да – мин дәртле ир,
Ҡыҙ урларға әҙер ғашиҡ шағир.
Ғашиҡ булған өсөн кем ғәйепле?
Раббым, миңә фатихаңды һин бир.
Шиғыр яҙам да мин эсәм шарап,
Ниңә тораһығыҙ шулай ҡарап.
Шарап эсәм дә мин ҡыҙҙар тотам,
Ҡыуанығыҙ әйҙә, булдым харап.
Азат Рәсүл евич һәм Лилиә ҡул саптылар.
Афарин!.. Миңә оҡшаны!.. – Лилиәнең күҙләре ялтырап китте.
– Был гениаль шиғырҙар! – тип маҡтаны Заманов. – Ҡотлайым! Бир бында, киләһе номерға ҡуябыҙ!
– Рәхмәт, дуҫтар, – шағир башын эйгән булды. – Мин шатмын. Мин шиғырҙарымды флешкаға яҙып килтерҙем. – Флешканы кеҫәһенән сығара.
– Лилиә, флешканы ал да, шиғырҙарҙы беҙҙең компьютерға күсер, йәме?
– Ярай, Азат Рәсүлевич, – ҡыҙ флешканы алып сыға.
– Ҡалай һылыуыҡай, ҡайҙан таптың? – тип һораны Гүмәров.
– Ҡуй әле, төрттөрмә. Ул ваҡытлыса ғына эшләй.
– Диссертацияң нисек, ҡасан яҡлайһың?
– Күп ҡалманы инде. Беләһеңме – мин был турала берҙә тулҡынланмайым. Эш муйындан. Шуға ла ижтимағи эштәремде үҙемдән һалдым, Журналистар Союзы рәйесенән баш тарттым. Үҙем өсөн эшләге килә, ғүмер үтә бит… Әле тағы ла етәкселәр менән мөнәсәбәттәр боҙолдо. Минең өҫтән жалобалар яҙалар.
– Һуң шул замың һинең өҫтөңдән яҙа ла инде. Мин әле Матбуғат йортонда яңы хәбәр ишеттем һинең турала, имеш был корректоршаң – һинең һөйәркәң булып сыға.
– Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Кем шул ғәйбәтте тарата? – тип аптыраны Заманов.
– Хәҙер бөтәһе лә инде быны беләләр һәм бик көнләшәләр, – тине Ғүмәров.
– Кит инде. Һин бит мине беләһең, мин тик ҡатынымды яратам.
– Ғорурланырға кәрәк шундай ғәйбәттәр менән!.. Бына тағы бер шиғыр ишеттерәм:
Был донъяла беҙ тик ҡолдар,
Иреклекте эҙләп сыҡһаң юлға –
Тамуҡҡа шайтандар оҙаталар.
Баш мөхәррир бүлмәһендә редакция хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Азат Рәсүлевич кәңәшмәне башланы.
– Хөрмәтле коллегалар, беҙ был йылды тамамлайбыҙ. Бына инде журналдың ун икенсе һаны донъя күрҙе. Матбуғатҡа киләһе йылдың ғинуар һаны ла әҙер. Тиражыбыҙ ун процентҡа үҫкән – альтернатив яҙылыу иҫәбенә. Былар бөтәһе лә һеҙҙең эшегеҙҙең, беҙҙең хөрмәтле авторҙарыбыҙҙың тырышлығының емештәре. Ҙур рәхмәт, хөрмәтле коллегалар. Йыл уңыштарынан сығып премия ла булыр, әлбиттә, тырышҡандарға. Шуға, әйҙәгеҙ әле, беҙҙең эшебеҙгә цифралар һәм факттар аша ҡарайыҡ. Сәлимә Мәликовна, рәхим итегеҙ, беҙгә йыллыҡ планды үтәү буйынса отчетығыҙҙы ишеттерегеҙ: кем нисә материал әҙерләгән дә, кем планды үтәгән?
– Былтырғы йыл менән сағыштырғанда беҙҙең план, дөйөм алғанда, артығы менән үтәлгән, – тип башланы Сәлимә Мәликовна. – Ләкин, рубрикаларҙы һәм бүлектәрҙе сағыштырғанда ҙур айырма күҙәтелә. Ҡайһы бер редакторҙар материалдар һанын планға еткермәгән. Әйтәйек, Балтасовтың йыл планы буйынса “сәйәсәт” һәм “йәмғиәт” рубрикаларында ун икешәр мәҡәлә планлаштырылған булһа (тимәк, айына берәр), уның яртыһы ла үтәлмәгән булып сыға. Мин үҙем штаттан тыш авторҙар табып заказ бирмәһәм – былары ла булмаҫ ине.
Баш мөхәррир Балтасовҡа һорау бирҙе:
– Әнүәр Сәлмәнович, нимә тип яуап бирерһегеҙ? Ни эшләп шулай насар? Беҙ бит йыл буйы Һеҙгә был турала әйтә килдек, ләкин Һеҙ, һүҙ биреп тә, бурысығыҙҙы үтәмәгәнһегеҙ?
– Минең фольклор рубрикаһында план күпкә үтәлгән. Һәм Мәҙәниәт министрлығынан Почет грамотаһы бар! – Балтасов сығанаҡ бармағың өҫкә күтәрҙе.
– Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ, Әнүәр Сәлмәнович? – Яуаплы сәркәтип түҙә алманы. – Мин һеҙгә үҙем башҡорттарҙың мәжүси табыныуҙары тураһында бер төркөм мәҡәләләр китергән яҡшы авторҙы табып бирмәһәм, Һеҙ был рубриканы ла ҡоротоп ҡуйыр инегеҙ!
– Әнүәр Сәлмәнович, – тип дауам итте баш мөхәррир, – һуң ни өсөн “сәйәсәт” менән “йәмғиәт” үтәлмәгән? Беҙ бит шул рубрикаларҙы Һеҙгә иң абруйлы, иң өлкән эшсегә тәғәйенләгәйнек. Аңлатығыҙ беҙгә? Әллә бик арып киттегеҙме, пенсияға йыйындығыҙмы? Әйткәндәй, Һеҙ былай ҙа инде биш йыл пенсионер дәрәжәһендә бит.
– Мин аңланым, Һеҙ минән ҡотолорға йыйынаһығыҙмы? – Балтасов тауышланып китте. – Мин юғарыларға барып етәсәкмен! Һеҙ әле үкенерһегеҙ! Минең йөрәгем ауырып китте, Һеҙ мине кәмһетәһегеҙ! – Урынынан тороп сығып китте.
– Бына нисек шул кеше менән эшләргә? – Заманов коллективҡа ҡараны. – Хәҙер тағы ла жалоба яҙасаҡ инде. Министрлыҡтан дәүләт заданияһын үтәргә талап итәләр: тегене яҡтырт имеш, быны. Мин министрға, Венера Билаловнаға күпме әйтеп ҡараным – ошо ҡарт ялҡауҙан ҡотолорға ярҙам итегеҙ тип, вазифаһын ҡыҫҡартып булһа ла. Юҡ, тип, яуап бирәләр, беҙҙең илдә ундай закон юҡ: эшләп йөрөгән пенсионерҙы ҡыуырға ярамай. Ләкин ул бит ысынлап эшләп йөрөһә, бына Сәлимә Мәликовна һымаҡ йәки Алтынова һымаҡ. Ә бит Балтасов киреһенсә – эшләмәй торған пенсионер. Беҙҙең дәүләт системаһында ошондай елғыуар бәндәләргә генә рәхәт. Ултыралар телефондан ғәйбәт һөйләп, сәй-мәй эсеп. Кәрәкһә – больничныйға сығып китәләр. Хөрмәтле коллегалар, һеҙ иҫләйһегеҙме минең берәй заман больничный алып өйҙә ултырғанымды? Ә беҙҙә бүтәндәрҙең һаулығы иҫәбенә ял итеүселәр бар, әлбиттә.
– Рөхсәтме? Мин дә әйтеп ҡуяйым, – баш бухгалтер ҙа үҙ фекерен әйтергә булды. – Бына Ярмуллина быйыл йөҙ көн больничныйҙа ятып сыҡты. Уның таныш докторы бар, шуға тиҙ генә справка килтерә. Әйткәндәй, редакция өсөн был отошло, страхование иҫәбенә аҡса фондына экономия килеп сыға.
– Шулай ҙа ул, – тип ризалашты Заманов, – ләкин Ярмуллинаға эш ҡушһаң, икенсе көнөнә үк ауырып китә лә юҡ була. Аҡса алырға ғына килә редакцияға. Ни эшләп шулай, Ярмуллина?
– Һеҙ бит миңә шундай ауыр рубрикалар йөкмәттегеҙ, ә авторҙар юҡ. Бына килеп сыҡмай ҙа ҡуя, – тип яуап бирҙе Ярмуллина.
Сәлимә Мәликовна был яуап менән дә риза булманы:
– Һиңә бит иң ябай рубрикалар йөкмәтелгән, мәҫәлән, “йәш замандаш”. Гәзит, журнал тулы материал табып була, бүтән журналистарға заказ бирергә була, ә нишләп үҙең яҙмайһың?
– Минең илһамым юҡ әлегә, – тип һуңғы яҡлау һүҙен әйтте Ярмуллина.
– Шулайҙыр, – тине Сәлимә Мәликовна, – шуға ла һинең планың үтәлмәй ҡала кварталдан кварталға.
– Ә бына Хакимованың эштәре нисек? – Заманов икенсе һорауға күсте. – Аҙна һайын эштән һорап китә, эшкә һуңлай, эш көнө бөтмәҫтән ҡасып китә.
– Мин законды боҙмайым, – тине Хакимова. – Әйткем килә, көнөнә дүрт сәғәт эш урынында булмау ғына прогул тип һанала. Ә мин был параграфты боҙмайым бит.
Быны ишеткәс, Сәлимә Мәликовна урынынан күтәрелде:
– Шулай, һин эштә өс сәғәт тә илле туғыҙ минут ҡына күренмәйһең. Эшеңдең һөҙөмтәһе лә әшуға бәйле. Айырым рубрикаларҙы алғанда – йыл буйы бер материал да табып китергәнең юҡ!
– Ярай әле, беҙ Сәлимә Мәликовна менән һеҙҙең һолҡоғоҙҙы күптән беләбеҙ, – тип көлдө Заманов. – Шуға ла үҙебеҙ алдан рубрикаларҙы тултырабыҙ. Беҙҙә «әҙәбиәт”, “сәнғәт”, “замандаш” тигән рубрикалар яҡшы эшләй. Шулар арҡаһында план үтәлә лә инде. Яҙыусыларыбыҙға, шағирҙарыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Хөрмәтле коллегалар, һөҙөмтәләрҙе үткәрәйек, – тип дауам итте баш мөхәррир. – Беҙҙең эшебеҙҙә әлбиттә, уңыштар бар. Улар хатта республикабыҙҙың, бөтә Рәсәй маҡтаулы грамоталары менән билдәләнгән. Әммә, беҙ тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә тейешбеҙ. Бөгөнгө көндә беҙҙең милли матбуғатта йәмғиәттең көнүҙәк проблемалары асыҡтан асыҡ ҡаралмаһа, йәмғиәт тиҙ арала боҙолоп китергә лә ихтимал. Беҙ бик көслө ҡорал менән – һүҙ менән эш итәбеҙ. Шул ҡорал таҙа ҡулдарҙа булырға тейеш. Бәлки, Балтасовтың йәмғиәт тураһында, әхләк темаһына яҙмағаны яҡшыраҡ та. Әле беҙҙең коллективта быуындар алмашыныуы көтөлә. Ләкин, хатта мин, етәксе булараҡ та, кадырҙарҙы яҡшыртыу өсөн бер нимә эшләй алмайым, талантлы йәштәргә юл асып, ялҡау хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыуа алмайым.
Беҙ Яңы йылды башланыҡ тип тә әйтеп була, ғинуар һаны бик уҡымлы булырға тейеш. Уның тышлығын әле уйлап табырға кәрәк. Шуны онотмағыҙ, коллегалар, беҙ уҡыусыларыбыҙ өсөн эшләйбеҙ. Журнал улар өсөн – аҡыллы, тәртипле әңгәмәсе, тормош юлында кәңәш биреүсе. Журналды уҡығанда кешеләр рухи яҡтан байырға тейеш, уҡыусыларҙан килгән рәхмәт хаттары ла шуны иҫбатлай. Онотмағыҙ, Һеҙ халҡыбыҙҙы яҡтылыҡҡа, белемгә, мәҙәниәткә саҡырырға тейеш.
– Һорау бирергә рөхсәтме, Азат Рәсүлевич? – Хакимова ҡулын күтәрҙе? – Беҙҙең Яны йыл корпоративы ҡайҙа үтәсәк?
– Әйҙәгеҙ, «Правда» клубына барайыҡ, – тип өмөтләнде Ярмуллина.
– Бына Һеҙ, Хакимова шуның менән булышығыҙ, – тип ҡул һелтәне Заманов. – Һеҙҙең килеп сыға ул. Бөтәһе лә ирекле.
Бөтәһе лә сығалар. Заманов та сығып китә.
Коридорҙа Балтасов Ярмуллина менән Хакимованы саҡырып ала.
– Ярмуллина, Хакимова, корпоратив мәсьәләһе буйынса миңә керегеҙ әле, – тигән булды Балтасов.
Улар Балтасовтың бүлмәһенә кереп китәләр.
– Мин һеҙгә әйттемме? – Балтасовтың сығанаҡ бармағы күккә төзәп күрһәтте. – Заманов беҙҙән ҡотолорға йыйына, Байрамовтан ҡотолған һымаҡ. Әйткәндәй, миңә министрлыҡтан шылтыраттылар, коллективтың ғаризаһын көтәләр.
– Беҙ ни эшләйек һуң? – аптыраны Ярмуллина. – Тағы ла жалоба яҙайыҡмы әллә? Выговор менән ҡурҡыта тип?
– Яҙып ҡараныҡ бит инде, – күнелһеҙләнде Хакимова. – Эшенән ҡыуҙыртып та ебәрҙек теге ваҡыт. Бер аҙнанан уны кире ҡуйҙылар.
– Мин бөгөн скорый саҡырттым, һеҙ–минең йөрәк приступына Замановтың ғәйеплелегенә актҡа ҡул ҡуйырға тейешһегеҙ, – тине Балтасов. – Һәм тағы ла минең дөп-дөрөҫ информациям бар – был яңы корректор – уның һөйәркәһе!
Шул ваҡыт бүлмәгә эштән ебәрелгән Байрамов килеп инде.
– Көтмәнегеҙ әллә? – тине ул.
– Көттөк-көттөк, кер, Байрамов.– Балтасов портфелдән араҡы шешәһен сығарҙы. – Әйҙә, йыл аҙағын йыуайыҡ.
– Әйҙә, һалып сыҡ, – ҡыуанды Байрамов.
Балтасов араҡыны стакандарға ҡойып сыҡты, тәрилкә менән ашамлыҡ ултыртты.
– Һаулыҡҡа! – Бөтәһе лә эсеп ебәрҙе.
– Ярай, ҡурҡмағыҙ, – Балтасов шәбәйеп китте. – Әйттем бит, министрлыҡта Заманов тураһында коллективтың ғаризаһын көтәләр.
– Тағы ла жалоба яҙабыҙмы? – ситуацияны аңлап ҡалды Байрамов. – Бер шешә ҡуйһағыҙ, мин имзамды ҡуям. Был миңә беренсе тапҡыр түгел бит.
– Әйҙә, икәү итәйек, – Байрамов стаканын күтәрҙе. – Шунан һәр берегеҙ берәр һөйләм яҙып сығырға тейеш. Үҙегеҙ йотоғоҙ, шул ваҡытта башығыҙҙа берәй фекер тыуырға тейеш, журналюгалар!
Баш мөхәррир бүлмәһендә Заманов менән Лилиә һөйләшеп ултыралар.
– Бына бит аҙнаның уртаһы ла үтеп бара, бөгөн кесе йома, – тине Заманов. – Эштәрең нисек, Лилиә? Корректураны уҡып була мы?
– Була, миңә оҡшай хатта. Әммә, Азат Рәсүлевич, минең башыма ла инмәй ине авторҙарҙың былай күп хата ебәреүҙәре!
– Шулай шул. Авторҙар хата ебәрә, ә беҙ шуларҙы төҙәтергә тейеш.
– Ә шул хаталарҙы күрмәй ебәрһәк, төҙәтеп бөтмәһәк нимә була?
– Ул саҡта яуапҡа тарталар. Бөтәбеҙ ҙә яуаплы: һин дә, мин дә, бөтә редакция ла. Беҙ автор алдында ла, уҡыусылар алдында ла, ойоштороусы алдында ла яуаплыбыҙ. Ләкин, һин алдан ҡайғырма. Беҙ бит күптән авторҙарҙы беләбеҙ, кем хатаһыҙ яҙа, ә кем бер һөйләмдә өс хата ебәрә.
– Баш мөхәррир булыу бик ауырҙыр? Ниндәй яуаплылыҡ бит!
– Әлбиттә, ауыр, яуаплылыҡ ҙур, ләкин беҙҙең илдә бөтә кешеләр ҙә үҙ хаталары өсөн, һүҙҙәре өсөн, эштәре өсөн яуаплы булырға тейеш. Мин: берәй заман беҙҙең аудиториябыҙ, йәмғиәтебеҙ бер-береһен тыңлап, тәртипле диалог төҙөргә өйрәнһен тип теләйем. Ләкин быға йыраҡ әле. Әйткәндәй, Лилиә, журналистар араһында һин кемде хөрмәт итәһең, кемгә оҡшағың килә, кемде ысын журналист тип атар инең?
– Журналистар араһында – юҡ тиерлек. А бына блоггерҙар араһында – Рәсүл тигән блогерҙы.
– Рәсүл?.. Кем һуң ул, ишеткәнем юҡ?
– Рәсүл үҙ йөҙөн йәшерә, әлбиттә, власть яғынан уға баҫым көслө. Уның сайтын мин көндә ҡарап сығам. Беләһегеҙме, уның рейтингы ниндәй юғары? Бына кем менән мин танышыр инем! Тик ул Мәскәү тирәһендә йәшәйҙер. Бына диплом алғас мин дә үҙемдең блогымды асырмын!
– Һиңә блог нимәгә һуң, Лилиә?
– Һуң блогер бит нимә теләй, шуны рәхәтләнеп яҙа ала, ә журналист хужаһына эшләй – дәүләт пропагандаһынамы әллә коммерсанттарғамы. Блогерҙа ғына һүҙ азатлығы бар. Ә журналист – ул ябай хеҙмәтсе.
– Бик ҡыҙыҡ һөйләйһең. Әйт әле, ни эшләп һуң һинең Рәсүлең үҙ йөҙөн дә, исемен дә йәшерә? Кемдән ҡурҡа? Ул бит – азатлы?
– Мин белмәйем. Уны, әлбиттә, хаҡлыҡ сығыштары өсөн олигархтар ҙа, етәкселәр ҙә күрә алмай.
– Туҡта әле, Лилиә. Мин иртәгә докторлыҡ диссертациямды яҡларға йыйынам. Унда минең бер параграфта Интернет һәм блоггерҙар мәсьәләре ҡуҙғатылған. Блоггерҙар ҙа азатлы түгелдер тип, уйлайым. Улар бит исемдәрен, йөҙҙәрен йәшерә. Тимәк, улар ысынбарлыҡта түгел, ә тик виртуаль донъяла йәшәйҙәр. Әйткәндә, уларҙың күбеһе уҫал уңышһыҙ бәндәләр, ҡапҡа аҫтынан өрөп торған эттәр генә. Беләһеңме? Кешенең йөҙөнә ҡарап әйтелгән хәҡиҡәт һүҙе шундай көс туплай - шул саҡта ғына һин үҙеңде азатлы кеше итеп тояһың.
– Азат Рәсүлевич, Һеҙгә был турала һөйләүе еңелдер, Һеҙ абруйлы кеше, Һеҙҙең вазифағыҙ ҙур, эш хаҡы юғары. Ни эшләп һуң Һеҙ үҙегеҙ баҫмаларҙа һирәк кенә сығыш яһайһығыҙ? Һеҙ бит бик аҡыллы белгес. Мин Һеҙҙең мөхәррир колонкаһын уҡығаным бар, бик ҡыҙыҡлы фекер йөрөтәһегеҙ.
– Әлбиттә, минең ваҡытым юҡ, теләгем булһа ла. Ҡайһы бер саҡта берәй мәҡәлә яҙырҙай булам. Ләкин гәзиткә проблеманы яҙып сығарыу еңел, ә тормошта шул проблеманан ҡотолоу бик ауыр. Бына берәй журналистмы, блоггермы яҙып сыҡты ти, мәҫәлән, берәй районда юлдар насар тип. Шунан ни үҙгәрә һуң? Һөҙөмтәһе ниндәй был сығыштың? Кем был юлды эшләргә тейеш? Хөкүмәтме? Ә нишләп район үҙе аҡса тапмай ремонтҡа? Район аҡса тапмағас хөкүмәттең дә аҡсаһы булмай бит. Уйлап эшләргә кәрәк.
– Шулайҙыр. Ләкин бөтөнләй яҙмай ҙа булмай бит? Етәкселәрҙе гел маҡтап йөрөргә түбәнлек бит.
– Лилиә, башыңа һалып ҡуй, был турала һөйләргә лә ярамай һиңә. Әлбиттә, етәкселәр араһында белгестәр етмәй, профессионалдар юҡ тиерлек…
– Һуң үҙегеҙ бит бер нисә йыл элек теге милиция полковнигын матбуғат министры итеп журналистар елкәһенә ултыртҡас, бөтә республиканы шундай тупаҫ етәксегә ҡаршы күтәрҙегеҙ? Шунда бит еңдегеҙ! Бөтә Рәсәйгә данығыҙ сыҡты!
– Һин ул тарихты ҡайҙан ишеттең? – тип һораны Заманов. – Ул бит элек булды. Рәхмәт Рәсәй журналистар союзына – ярҙам иттеләр. Мин бит шул конфликтта эшһеҙ ҡалдым, бер аҙнаға булһа ла. Бик ауыр булды, күптән белгән, дуҫ тигән кешеләр ҡаршы сыҡтылар, талаша-талаша минен урынға ултырып ҡаранылар…
– Уныһын да беләм, Һеҙҙең урынға Балтасов менеп ултырғайны, ләкин редакция ҡаршы сыҡты. Азат Рәсүлевич, Һеҙ бит батыр!
– Шулай килеп сыҡты шул. Хәҙерге көндә беҙҙең өҫтән милиция полковниктарың да ҡуйырға кәрәкмәй, һүҙ азатлығын яҡлаған матбуғат законына ҡаршы унлап тыйыу закондары сыҡты. Бына эшләп ҡара, журналист булам тиһәң. Ярай, Лилиә, иртәгегә тиклем һау бул.
Төшкө аш еткәс Заманов университеттан ҡайтты. Уның бүлмәһенә Лилиә килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, Азат Рәсүлевич!
– Һаумы, Лилиә, Һине күрергә шатмын! Блоггерҙар тураһында мәҡәләң миңә оҡшаны. Киләһе һанда сығарырбыҙ тип, уйлайым.
– Рәхмәт, Азат Рәсүлевич!
– Лилиә, минең бер һорауым ғына бар ине, теге Искәндәр тигән блогер һинең танышыңмы?
– Эйе, ул минең дуҫым, курсташым. Бөтәһе лә уны ҙур карьера көтә, тип әйтәләр. Азат Рәсүлевич, минең һорағым килә – Һеҙҙең диссертация яҡлауығыҙ нисек үтте?
– Рәхмәт. Яҡшы үтте. Мин инде еңеп ҡайттым. Бына кисен банкетҡа йыйынам.
– Нормально ғына, дөрөҫөн әйткәндә, ике ҡара шар булды, уныһы инде була торған хәл. Ҡаршы тауыш булыу насар түгел. Беҙгә дошмандар шуға бирелә лә инде, беҙ бер урында ҡатып ҡалмаҫ өсөн. Тик туҡтауһыҙ эштә беҙ үҙебеҙҙең мөмкинселектәрҙе аса алабыҙ, ҡыйынлыҡтарҙы, дошмандарҙы еңәбеҙ. Был тауыш биреүҙе алғанда улар дошман да түгел, һәр кешенең үҙ фекере булырға тейеш бит.
– Ҡыйын һорауҙар булдымы?
– Эйе, булды. Ауыр һорауҙар килеп тыуа инде, ғалимдар төрлө өлкәләрҙән йыйылғас. Улар күпселек үҙҙәренең бер тар ғына фән өлкәһендә белем йөрөтәләр. Шуға яңы ҡараштарҙы бик ҡыйын ҡабул итәләр. Мин инде үҙ өлкәмдә практик булараҡ, яҡшы белгес булғас бирешмәҫкә тырыштым, үҙ фекеремде яҡланым.
– Ғөмүмән, һүҙ азатлығы бармы һуң?
– Был һорауға бер һөйләм менән дә, бер лекция менән дә яуап бирерлек түгел шул. Уны аңлар өсөн бер вагон әҙәбиәт уҡып сығырға кәрәк, бик булмаһа минең диссертацияны уҡып сыҡһаң да була.
– Ҡыҫкаһы, бармы азатлыҡ?
– Һүҙ азатлығы бар, әлбиттә. Шул һүҙ азатлығын халыҡ беҙгә, журналистарға йөкмәткән, тапшырған. Шуға беҙ был бурысыбыҙҙы үтәргә тырышырға тейеш. Шуға ла баш мөхәррирҙәрҙең иң ҙур ҡыйынлығы – шул һүҙ азатлығын хөкүмәт алдында яҡлап сығырға. Журналистика һүҙ азатлығынан башка йәшәй алмай. Халыҡ та һүҙ азатлығы булмаған, үҙенең төп ролен башҡармаған баҫмаларҙы уҡып тормаясаҡ. Ысын журналист һүҙ азатлығы, халыҡ мәнфәғәтенә үҙенең һаулығын, карьераһын, кәрәк булһа – ғүмерен ҡорбан итеү менән бәйле.Ул бирешһә, ҡурҡһа – азатлыҡ та бөтә.
– Белмәйем шул, мин азатлыҡ өсөн үҙемде ҡорбан итергә әҙермен микән? – тип уйланып ҡуйҙы ҡыҙ.
– Бик әҙ кешеләр быны булдыра ала. Һәр саҡ тә килеп сыҡмайҙыр. Һин Рәсүлдән өлгө ал. Ул булдыра бит? – Заманов серле генә йылмайып ҡуйҙы.
– Ул бит Рәсүл. Ул миллион кеше араһында шундай берәү.
– Һин дә бит, Лилиә, миллиондар араһында шундай бер ҡыҙ, матур ҙа, аҡыллы ла.
– Азат Рәсүлевич, мин Һеҙҙе уңышлы яҡлау менән ҡотлайым!
– Рәхмәт, тик әле иртәрәк. Әле документтарҙы йыйып ВАКка ебәрергә кәрәк, яуабын көтөргә. Бына, минең яңы монографиям сыға оҙаҡламай. Белгең килһә, Лилиә, ғалимдар диссертация яҡлап дәреслек сығарғансы уларҙың фәнни асыштары иҫкереп тә өлгөрә. Шуға ла ғүмер буйы уҡы – наҙан булып ҡалырһың. Әйт әле, Лилиә, һинең берәй заман баш мөхәррир булғың килер инеме?
– Бына минең бер теләгем бар ине – бойондорҡһоҙ гәзитте етәкләргә. Бер кемгә лә буйһонмаҫҡа – хөкүмәткә лә, олигархтарға ла. Мин бер тапҡыр тырышып та ҡараным. Шунан аңланым – беҙҙең халыҡҡа бер ниндәй гәзит тә кәрәкмәй. Халҡыбыҙ әле һүҙ азатлығына үҫеп етмәгән.
– Ни өсөн шулай уйлаһығыҙ?
– Беләһеңме, теориянан сыҡҡанда халыҡ бойондороҡһоҙ матбуғатты яҡлап сығырға тейеш бит, гәзиткә яҙылырға тейеш – ысын мәғлүмәт алыр өсөн. Ләкин ҡайҙа һуң беҙҙең күп тиражлы бойондороҡһоҙ гәзиттәр? Халыҡҡа һыра менән футбол булһа – еткән. Һүҙ азатлығы – бөтәһе өсөн түгелдер. Азатлыҡ ул ҙур булмаған интеллегенцияның хыялы ғына. Мин шуны аңлағас күңелем ҡайтты ла бөтә идеалдарымдан да баш тарттым.
– Нисек инде? Һеҙ үҙегеҙҙең халыҡҡа хеҙмәт итеү бөйөк миссияғыҙға ышаныс юғалттығыҙмы ни?
– Шулай килеп сыға… Әйтәләр бит, күп белгәндән күп ҡайғы-хәсрәт…
– Нисек һуң, былай булғас, ниндәй күңел менән Һеҙ көндә эшкә киләһегеҙ?
– Белген килһә, Лилиә, мин хәҙер эшкә шундай теләк менән йөрөйөм, сөнки беҙҙең редакцияла һин бар – яҡты күңелле, хәйләһеҙ һәм үҙенә ныҡ ышанған кеше. Һин журналист булырға ынтылаһың. Һеҙҙең быуын матбуғат азатлығы өсөн еңеүҙәрҙе күберәк яулар, тип ышанам. Шуға ла мин һиңә ярҙам итергә тырышам, студенттар өсөн дәреслектәр яҙам. Мин киләсәккә өмөтләнәм. Гарантия булмаһа ла.
– Ысын күңелдән әйтеп биргән өсөн рәхмәт. Мин дә Һеҙ булғанға бәхетлемен. Ҡайҙа үбеп алайым һеҙҙе...
Лилиә тиҙ генә Замановты сикәһенән үпте лә сығып китте. Шул ваҡытта бүлмәгә Балтасов инде.
– Азат Рәсүлевич, миңә поликлиникаға барырға кәрәк. Ебәрәһегеҙме?
– Бына бит, йәштәр ниндәй, – тип йылмайып ҡуйҙы Заманов, сикәһен усы менән һөртөп. – Минең башым әйләнеп китте…Бер сынаяҡ кофе эсәйем дә, банкетҡа барырға ваҡыт.
Редакцияға Лилиәнең курсташы Искәндәр килеп инде. Улар коридорҙа осраштылар, өс тапҡыр үбештеләр.
– Мин үҙемдең фотомды алып килдем, һин һорағайның бит. Минең турала мәҡәлә яҙҙыңмы ни?
– Эйе, «йәш замандаш” рубракаһына, мин һиңә электрон почта менән ебәрермен, ҡарап сығырһың.
– Шунан журналда сығаралармы? Шәп. Бәлки фотомды журналдың тышлығында бирерҙәр?
– Әйтә алмайым унһын. Журнал бит бик абруйлы. Һорап ҡарармын, әлбиттә. Һинең эштәр нисек һуң, һинең блогың йәштәр араһында юғары рейтинг яулаған, шикелле?
– Рәсәй буйлап алғанда – мин уртала, ә бына республикала – мин беренсе блогер. Беләһеңме, мин тегендә, бында эшләп ҡараным да, аңланым – мин үҙем өсөн генә эшләргә әҙер. Был ҡарт һәм тупаҫ етәкселәр ҡулы аҫтында булғым килмәй, улар бит бер нимәне лә аңламайҙар беҙҙең блоггер тормошонда. Улар шул хәтлем наҙан. Мин диплом алғас та интернет өлкәһенә китәм.
– Реаль тормош тураһында онотманыңмы әле?
– Лили, мин бөтәһен дә хәтерләйем. Ләкин беҙҙең мөнөсәбәттәрҙе икенсе ваҡытта, икенсе урында асыҡларбыҙ, йәме? Беләһеңме, миңә рейтинг өсөн шәп информация етмәй, берәй скандал булһа ине, уны бөтә башҡала минең блогҡа инеп ҡабатлап торһон өсөн. Ләкин, беҙҙә бит информацияны табыу бик ҡатмарлы. Бәлки берәй заказчик килеп сығыр.
Ошо мәлдә улар янынан Балтасов үтеп бара ине. Ул йәштәр һөйләгәндәрен ишетеп ҡалды, уның башында хәйләкәр план тыуҙы.
– Лилиә! Бар, Сәлимә Мәликовна һине саҡыра. – тигән булды Балтасов.
– Ярай, хәҙер. – тип Балтасовҡа яуап бирҙе. Шунан Искәндәргә боролоп: – Ғәфү ит, Искәндәр, мин тиҙ генә.
– Көтәм,– тип ҡалды егет.
– Һаумы, Искәндәр, бер минутҡа иғтибар ит әле. – тип өндәште Балтасов. – Мин был журналдың иң өлкән хеҙмәтсеһе, баш мөхәррир урынбаҫары Балтасов. Мин ғүмер буйы һүҙ азатлығы менән, хәҡиҡәт менән йәшәнем, ләкин етәкселәр мине кәмһетте. Һорауым бар ине…
– Мин Һеҙҙе хаталарҙан ҡотҡарғым килә, егет.
– Мин күрәм, ҙур мөхәббәт яҡтыһы күҙегеҙҙе һуҡыр иткән, Һеҙ ҡыҙығыҙға ышанаһығыҙмы?
– Аңламайым, Һеҙ нимә турында һөйләйһегеҙ?
– Тыңла, ҡыҙма! Мин үҙ күҙем менән күрҙем бөтәһен дә. Мин раҫлай алам.
– Аңлатығыҙ миңә, ни булды?
– Һеҙ сенсациялар эҙләйһегеҙ, ә танау аҫтынан ҡыҙығыҙҙы урлап китеүҙе күрмәйһегеҙ!
– Бына ошо документты уҡығас бөтәһен дә аңларһығыҙ, – бер ҡағыҙ тотторҙы.
Егет аптырап уҡый башланы:
– Матбуғат министрына. Баш мөхәррир Замановтың әхлаҡһеҙ ҡылыҡтарын тикшереүҙе һорайбыҙ. Журнал коллективы Замановтың отставкаһын талап итә. Сөнки ул демократик рәүештәге етәксе түгел, ә ҡанһыҙ деспот. Заманов етәксе урыны менән файҙаланып, үҙенең дуҫтарын ғына баҫмала сығара, әйтәйек, шағир Ғүмәровты. Ғаиләле кеше булараҡ Заманов эш законын боҙоп дипломһыҙ эшкә алынған һөйәркәһе Л. Әхмәтова менән эш бүлмәһендә оргиялар ойоштора. Шулай уҡ, Заманов матбуғат министрлығының эшмәкәрлеген тәнҡитләй. Коллектив ағзалары: Балтасов, Ярмуллина, Хакимова, Байрамов. – Искәндәр уҡып бөттө, ҡағыҙ ҡулынан төшөп тә китте. – Был ялғанлыҡ! Һеҙ ҡарт оятһыҙ алдаҡсы!..
– Мин әхләк һағында торам! – тип сығанаҡ бармағын күтәрҙе Балтасов. – Ә был ҡағыҙ – документ, халыҡ тауышы, һалып ҡуй үҙеңә, минең тағы ла бар, һиңә кәрәге тейер әле уның. Егет кеше үс алырға тейеш. Бирешмә, старик! – Ул Искәндәрҙең иңенән һыйпайны ла бүлмәһенә китте.
Искәндәр ҡағыҙҙы күтәрҙе һәм ҡулында ҡыҫып сығып китте.
Лилиә йүгереп килде, ләкин егет редакцияла юҡ ине. Шылтыратып ҡараны. Яуап юҡ ине.
Төшкө аш ваҡыты еткәндә коридорҙа Балтасов күренде. Ул ҡулында ниндәйҙер ҡағыҙ тота ине.
– Ҡарағыҙ, уҡығыҙ, бар бит донъяла хәҡиҡәт! Интернетта «Иск.ком» тигән сайтты уҡығыҙ. Бик ҡыҙыҡ документ бар! – тип ҡысҡырҙы.
– Ҡысҡырмағыҙ шулай, ни булды? – тип тауышҡа Сәлимә Мәликовна сыҡты.
– Һүҙ азатлығына дан! Интернетҡа азатлыҡ! Блоггерҙарға дан! – тип бүлмәһенән Хакимова килеп сыҡты.
– Ҡарағыҙ үҙегеҙ Интернетта, – тип аңлатты Балтасов – беҙҙең Заманов тураһында дөп-дөрөҫ яҙып сыҡҡандар. Бына инде хәҙер ул бейеп ебәрәсәк!
– Һеҙ ҡарағыҙ, унда ниндәй отошло карикатура бар, бер таныш кешегә оҡшаған! – тип ҡысҡырҙы Ярмуллина.
– Беҙҙең баш мөхәррир ҡайҙа һуң әле? – тип һораны баш бухгалтер. – Министрлыҡтан тағы проверка ебәргәндәр. Нисәмә тапҡыр соҡонорға була инде?
– Оятһыҙҙар! Тынысланығыҙ! – тине Сәлимә Мәликовна.
Бөтәһе лә яйлап таралдылар.
Лилиә кеҫә телефонынан Интернетты асып ҡарағайны, ҡулынан трубкаһы төшөп китте.
– «Иск.ком»! Был бит Искәндәрҙең сайты! Был нимә!? Мин – һөйәркә ме!? Был мөмкин түгел! Ниндәй түбәнлек! Кем өйрәтте һине, аҡылһыҙ малай!? Кемгә һин ышандың?..
Редакцияға Заманов портфель тотоп инде. Баш мөхәррир бүлмәһендә Заманов, Сәлимә Мәликовна, Лилиә, Алтынова, баш бухгалтер йыйылдылар.
– Хөрмәтле коллегалар! Мин әле генә министрлыҡтан ҡайттым. Минең ике хәбәрем бар. Береһе яҡшыһы, икенсеһе – насар. Насарынан башлайым. Мин бөгөн вазифамдан бушатылдым. Бынһы беренсе тапҡыр түгел дә. Минең менән бергә эшләгәндәргә рәхмәт әйткем килә. Беҙҙең тырышлыҡ менән «Замандаш» журналы республикала иң яҡшы баҫмалар рәтенә инде, Рәсәйҙә лә танылды. Беҙ быны бергә эшләнек. Мин ышанам, һеҙ был ҡыйын осорҙа ла бирешмәҫһегеҙ. Мин көслө коллектив төҙөргә хыяллана инем, ләкин өлгөрмәнем.
– Нисек, эштән ҡыуҙылар мы ни? – тип аптыраны Сәлимә Мәликовна. – Ни сәбәпле? Ошо ҡарт маразматиктың ялғаны менәнме?
– Сәбәпһеҙ, тиерлек. Минең контракт сәбәпһеҙ туҡтатылды. Бар ул шундай хәйләкәр статья. Уға ҡаршы бер ни эшләп булмай. Етәксенең журналға үҙ кешеһе лә бар.
– Улайһа ниндәй яҡшы хәбәр? – тип һораны баш бухгалтер.
– Миңә киләһе кварталға эш хаҡын түләйҙәр. Яңы йылды эшһеҙ бай булып ҡаршылайым! – тип көлөп маташты Заманов. – Рәхмәт, бөтәгеҙгә лә!
– Былай булғас, мин дә китәм ялға үҙ теләгем менән, – тип ысҡындырҙы Сәлимә Мәликовна.
Хеҙмәтселәр бүлмәнән сығып киттеләр. Лилиә ултырып ҡалды.
– Азат Рәсүлевич, бында мин ғәйеплемен. Теге бысраҡ материалды Интернетҡа сығарып һалған блоггер – минең танышым, ул миңә шул тиклем ерәнгес!
– Тыныслан, Лилиә, бында һинең ғәйебең бөтөнләй юҡ.Был электән килгән дошманлыҡтың һөҙөмтәһе. Ә теге егет ысынлап та талантлы булып сыҡты. Мин уға ла асыуланмайым. Ул булмаһа – икенсе блоггерҙы табырҙар ине.
– Һеҙ хәҙер ни эшләрһегеҙ инде, Азат Рәсүлевич?
– Тәүҙә ял итермен. Ә шунан күҙ күрер. Шул уҡ журфакта уҡытырмын, бәлки. Ә хәҙер мин китаптарымды, яҙмаларымды йыйырға тейеш. Миңә коробка кәрәк.
Заманов коробкаға китаптарын йыя башлай.
– Азат Рәсүлевич, Һеҙ ни эшләп ҡаршы сыҡманығыҙ, көрәшмәнегеҙ? Ни эшләп журналистарҙы митингыға саҡырып йыйманығыҙ? Һеҙ һүҙ азатлығын яҡлап сыҡтығыҙ, ә үҙегеҙҙе кем яҡлар? Был бит министрлыҡтың башбаштаҡлығы, етәкселәр һеҙҙе юғары профессионал, конкурент итеп күрә, шуға ла урындары өсөн ҡурҡалар. Әйҙәгеҙ, Рәсүлгә өндәшеп ҡарайыҡ?
– Ха-ха-ха…Ғәфү ит, мин һаман да шоктамын…редакцияны ҡалдырыу миңә бик ҡыйын. Мин бит бында һыуҙағы балыҡ һымаҡ инем...Ә хәҙер мин һауала эленеп торған һымаҡмын...Икенсе яҡтан, мин – ирекле. Миңә бер кем дә указ түгел. Етәкселәр, әлбиттә, хәйләкәр, бүтән етәкселәр булмайҙыр ҙа. Мин хәҙер азатмын, миңә нимә теләһәм дә шуны һөйләргә лә, яҙырға ла мөмкин…
– Һеҙ бирештегеҙ, ә бына Рәсүл бер ҙә бирешмәҫ ине.
– Лилиә, аңларға тырыш, тауыш ҡуптарып була, әлбиттә, ләкин мин күптән аңланым, етәкселәрҙең хеҙмәтселәре, ярҙамсылары күп, улар жалобалар яҙып, судлашып, интернетта яла яғыуҙыуҙан туҡтамаясаҡ. Былай ҡотолоу уңышлыраҡ та. Ләкин, һин борсолма, мин хәҙер һине штатҡа эшкә алыу тураһында приказ сығартам.
– Юҡ, кәрәкмәй, рәхмәт. Һеҙҙең урынға кем килер бит әле, билдәһеҙ.
– Улайһа, уҡыуыңды тамамла, дипломыңды ал да аспирантураға инеп ҡара, мин ярҙам итермен. Беҙҙең журнал тураһында диссертация яҙырһың, бына тигән тема.
– Мин һиңә минең яңы монографиямды буләк итәйем әле, ул һүҙ азатлығы тураһында. Бына тот иҫтәлеккә, – Заманов китабын бүләк итте.
– Рәхмәт, ҡайҙа мин Һеҙҙе үбәйем әле, һөйәркә хоҡуғында? – Ҡыҙ Замановты үбергә тип ынтылды.
Азат Рәсүлевич унан сигенде:
– Көлкө лә бит, көлөргә хәлем юҡ. Ғәфү ит. Минеңсә, һиңә ышанырға була. Мине беренсе тапҡыр эштән бушатҡанда, аңланым – запас аэродром әҙерләргә кәрәк тип, – ноутбугын асып, Заманов нимәлер клавиатураға баҫып яҙа башланы. – Хәҙер инде мин үҙемдең маскамды сисә алам. Лилиә, мин сығып киткәс, һин Рәсүлдең сайтын асып ҡара, ул унда үҙенең фотоһын сығарған, тағы нимәлер яҙған икән... Һау бул!
Азат Рәсүлевич китаптарын коробкаға һалды, өҫтөнә ноутбугын ҡуйҙы. Бүлмәһенә күҙ йөгөртә лә, һушлашып башын эйҙе, шунан башын күтәреп сығып китте.
Лилия компьютерҙы ҡабындырҙы, мониторҙа Рәсүлдең сайты күренде. Ни ғәжәп! Рәсүл – Азат Рәсүлевич икәне фотоһынан аңлашылды. “Үҙ илеңдә Рәсүл булып булмай”, тигән яҙыу килеп сыҡты.
– Рәсүл – был бит һин! Мин эҙләнем һине!..
Әҫәрҙәге бөтә хәл-ваҡиғалар ҙа уйҙырма.