Кисә Бөтә донъя шиғриәт көнө булды. Ижадсы өсөн һәр көнө лә, төнө лә - шиғриәт миҙгеле! Ошо миҙгелдәрҙән айырмаһын, ижад ҡомары һүнмәһен-һүрелмәһен, Алла бирһә!
ШИҒЫРҒА!
Аллам күңелемә биргән
Илһамым ул.
Серҙәре асылып бөтмәҫ
Йыһаным ул.
Төн ҡараһы манылһа ла,
Нурҙан хасил.
Көндөҙөн дә азат түгел
Унан башым.
Утҡа һала, һыуға һала
Нисәнсе ҡат.
Тыумаҡ бар тип, яңылары
Көтә сират.
Күләгәләй, ташламаҫҡа
Уйы микән?
Эй, шиғырым, ғүмеремде
Уйлы иткән!