Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 09:05

Шиғриәт көнө

Салауат ӘБҮЗӘРШАҒИРЛЫҠ Шағирлыҡ – ул йөрәк телеп, Ямау кеше яраларын. Шағирлыҡ – ул тоташтырыу Ер менән Күк араларын.

Салауат ӘБҮЗӘР
ШАҒИРЛЫҠ

Шағирлыҡ – ул йөрәк телеп,
Ямау кеше яраларын.
Шағирлыҡ – ул тоташтырыу
Ер менән Күк араларын.

Шағирлыҡ – ул Туҡай, Бабич,
Шағирлыҡ – ул Рәми, Түләк...
Шағирлыҡ – ул бүләк түгел,
Алына ул ғүмер түләп!

Шағирлыҡ – ул бәхет түгел,
Шағирлыҡ ул – ҡорбан булыу!
Һыуға сарсап шиңгән гөлдәй,
Моңға сарсап, йырҙан һулыу!..
Читайте нас: