Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 16:22

"Әсәйемә" Нурия Ғилмуллина

Бер изге йән минең тормошомдаЯҡты йондоҙ булып атыла.Күҙем асҡас ҡояш кеүек балҡый,Күҙем йомғас айҙай яҡтыра. Тик һин, әсәй, минең ғүмеремдәЙылы йәнең бүләк итәһең,Тик һин генә, бәғрем, тормошомдаҠояш кеүек наҙлап һөйәһең. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#НурияҒилмуллина#БашГу#ФБФВиЖ#Шоңҡар#ЙәштәрТауышы

Әсәйемә.
Бер изге йән минең тормошомда
Яҡты йондоҙ булып атыла.
Күҙем асҡас ҡояш кеүек балҡый,
Күҙем йомғас айҙай яҡтыра.
Тик һин, әсәй, минең ғүмеремдә
Йылы йәнең бүләк итәһең,
Тик һин генә, бәғрем, тормошомда
Ҡояш кеүек наҙлап һөйәһең.
Авторы: Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты, "Шоңҡар" әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Нурия Ғилмуллина.
Читайте нас: