Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 12:44

Бер һөйөүҙең өс баҫҡысы

Бөгөн халҡыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваны һуңғы юлға оҙата. Ҡабатланмаҫ ижадлы ҡәләм эйәһенең йәне йәннәттә булһын! Халыҡ-ара Бәхет көнөндә ысын донъяларға юл алған Яҙыусыны Ер-әсәбеҙ үҙ ҡуйынына Халыҡ-ара шиғриәт көнөндә, көн менән төн тигеҙләнгән Наурыҙ көнөндә алыуы ла символик мәғәнәгә эйә бит! Факиһа Туғыҙбаеваның үлемһеҙ ижады халҡыбыҙҙың рухи көмбәҙҙәрен мәңге яҡтыртыр! Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына "Ағиҙел" дең былтырғы октябрь һанында баҫылған билдәле яҙыусының тормош иптәше Мансур Имаметдин улы менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ФакиһаТуғыҙбаева

Ижад усағының саҡматашы рубрикаһынан:
Бер һөйөүҙең өс баҫҡысы
Ир-егет прозаиктар йә шағирҙар тураһында һүҙ сыҡҡанда, уларға терәк булған, тылын ныҡ тотҡан тормош юлдаштары йә иһә илһам биргән музаларын да телгә алырға күнеккәнбеҙ, һәр уңышлы ир-егет артында көслө һәм сабыр, аҡыллы гүзәл зат тора, тигән әйтем дә бар. Ә бына ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенә килгәндә, ниңәлер, бәхетле кеше шиғыр яҙмай ул, тигән, йәнәһе лә, хистәреңде ҡағыҙ битенә түгеп йыуаныр өсөн ниндәйҙер тетрәнеүҙәр һәм үкенесле кисерештәр сорналышында йәшәргә тейешһең, тигәнерәк фекер нығынған. Әйтерһең дә, нескә зат илһамды тын ғаилә усағынан, ҡәҙимге бәхетле мөхәббәттән һарҡытып ала алмай, йәнәһе лә, ул әллә ҡайҙа ынтылып, уҡталып, әрнеп, үкенеп йәшәгәнендә генә илһам шишмәләре һурыҡмай, түгелеп тора.
Башҡорт әҙәбиәтендә, билдәле сәбәптәр арҡаһында, шундайыраҡ ҡатын-ҡыҙ ижадсы образы өҫтөнлөк алып киткән, романтиклаштырылған. Әммә ижадын күтәремләгән оло йөрәкле тормош иптәштәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлын уҙған, уға таянып яҙыусылыҡ эшен алып барған, үҙен дә, яҙғандарын да яратырға рөхсәт итеүҙән ҡурҡмаған, тимәк, ниндәй үрҙәр йә даирәләр яулағанда ла ҡатын-ҡыҙ асылына тоғро ҡала белгән һоҡланғыс ҡәләм эйәләребеҙ ҙә бар бит ул.
Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаева – тап шундай шәхестәребеҙҙең береһе. Уның ижады – донъяға аҡһаҡал йә ағинәй күҙе менән баҡҡан, ирҙәр әйтә алмағанды халыҡҡа еткергән, милләтенең күҙен асҡан, һиҫкәндергән, тетрәндергән фәлсәфәүи заң да, сабый ҡарашы менән баҡҡан, эскерһеҙ һәм ихлас моң да. Уның ололар өсөн яҙғандарын уҡығанда авторҙы – ғәйәт көслө, ә балалар өсөн шиғырҙарын тыңлағанда үтә нескә итеп күҙаллайһың. Факиһа Һаҙый ҡыҙы интервьюларҙа һәр саҡ ижад һәм ил ғәмен алға ҡуя, ғаиләһе хаҡында һөйләп бармай, бәлки, был уның яҡындарына аяу була белеүенәндер йә иһә тыйнаҡлыҡтандыр. Шулай итеп, рубрикабыҙҙың киләһе ҡунағы – күренекле яҙыусы Факиһа Туғыҙбаеваның тормош иптәше Мансур Имаметдин улы.
Тәү күреүҙән һөйөү уты тоҡана
Мансур Туғыҙбаев – сығышы менән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан. Ябай колхозсылар ғаиләһендә, алты бала араһында иң өлкәне булып буй еткергән. Комбайнсы атаһы Имаметдин Мәхмүт улы, заготконторала хеҙмәт иткән әсәһе Латифа Язар ҡыҙы көнө-төнө эштән ҡайтып инмәгәнлектән, бәләкәйҙән ҡусты-һеңлеләрен ҡарап, донъя көтөп, ата-әсәһе ҡайтыуға аш-һыу яраштырып ҡуя торған булған. Шулай бер эштән дә йөҙ сөймәгән, уңған, кеше хәленә инә белгән егет булып үҫеп етә ул. Етмәһә, бала саҡтан гәзит-журнал уҡырға ярата, әҙәбиәт донъяһына оло хөрмәт менән ҡарай. 1968 йылда, урта мәктәпте тамамлағас, Ауыл хужалығы институтына инәм тип Өфөгә килә, әммә конкурстан үтә алмайынса кире ҡайтып төшә. Уңған егеткә урын тиҙ табыла, Аҡъярҙағы Фрунзе исемендәге колхозда һөт-тауар фермаһы хисапсыһы булып китә. Ярты йылдан колхоз бухгалтерияһына хисапсы-кассир итеп күсерәләр, армияға киткәнсе шунда эшләй. Әрмелә иһә, ярты йыл ротала йөрөгәндән һуң, грамоталы һалдатты штабҡа писарь итеп алалар, командирҙар составы менән бергә хеҙмәт итә. Ҡайтҡас инде, юғары уҡыу йортона ынтылмай, Өфө финанс техникумына бара.
Дипломлы булғас, уны Финанс министрлығына ревизор итеп алмаҡ булалар. Егет ризалашмай, Аҡъярына ҡайтып инспекцияла начальник урынбаҫары булып урынлаша. Күп тә тормай, райком комсомолына хисап һәм финанс секторына етәксе итеп саҡыралар. Тиҙ арала Мансур Имаметдин улын Коммунистар партияһына кандидат итеп күрһәтәләр, етәксе вазифаһында эшләүселәргә шулай тейеш була ул саҡтарҙа.
“Коллектив һәйбәт, гөрләтеп эшләп йөрөйөм. 1974 йылдың матур август иртәһендә, ғәҙәтемсә, эшкә башҡаларҙан алда, таң менән киттем, – тип иҫләй ул йылдарҙы Мансур ағай. – Хакимиәт йортона үҙебеҙҙең Хәйбулла ҡыҙҙарына оҡшаған ҡуңыр сәсле, нескә билле, һомғол ҡыҙ килеп инде лә комсомолдың беренсе секретарын һораны. Мин уға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Етәкселәр килгәнсе тип, кабинетыма саҡырҙым, һөйләшеп ултырҙыҡ. Юғары уҡыу йорто тамамлап, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләп йөрөй икән. Ауылға ялға ҡайтып, бесән эшләшеп, кире Өфөгә килеүе менән оҙон юлға, Хәйбуллаға, материал йыйыу һәм подписка ойоштороу өсөн ебәргәндәр.
Беҙ уны ҡайтармай, биш көндән генә кире оҙаттыҡ. Аҡъярҙан ул саҡта Өфөгә «АН-24» самолеты аҙнаһына ике оса ине. Бығаса минең урында эшләгән Роза исемле ҡыҙ кейәүгә сыҡты, Факиһаны шул комсомол туйына алып барҙыҡ. Туй шәп үтте, беҙ унда барса йәштәр менән бергәләшеп бейенек-йырланыҡ, бер-беребеҙҙе һынаныҡ. Факиһа ҡайтып киткәс, араларҙа туҡтауһыҙ хаттар йөрөнө, үҙем дә айына йә ике айға бер Өфөгә комсомолдың Өлкә комитетына отчет бирергә йөрөй торғайным. Документтарҙы тиҙ генә тапшырам да, апайыңа, Матбуғат йортона, ашығам.
“Башҡортостан пионеры” туғыҙынсы ҡатта ине, эх-х, шул тиклем һағындыра ул мәлдәр... Алып сығып китәм дә, кино, ресторан, театрҙарҙы бер итеп йөрөйбөҙ. Ул йылдарҙың, хәҙер яманлаһалар ҙа, кире яҡтары менән берсә ыңғай күренештәре лә күп ине, нисек кенә булмаһын, етмешенсе йылдар йәшлегебеҙҙең иң матур осоро булып хәтергә һеңгән. 1975 йыл ҡауыштыҡ, бер йылдан Зөлфиә донъяға килде.
“Шағирә икәнен белгәс, башта
аптырап ҡалдым...”
– Танышҡанда Факиһаның яҙышҡанын, шиғриәт менән шөғөлләнгәнен белмәй инем. Апайың яҙыусы ла булып сыҡты, уныһы минең өсөн көтөлмәгәнерәк булды, бер аҙға албырғап ҡалдым, китапханаларға барып гәзит-журналдарҙан шиғырҙарын уҡый башланым. Ул саҡта китабы сыҡмаған ине әле. Асылда, бала саҡтан ата-әсәй күпләп гәзит-журнал алдырғас, өйҙә китап та күп булғас, ҡәләм эйәләренә айырыуса бер оло хөрмәт менән үҫтем, шуға ла уларҙы буй етмәҫлек кешеләр итеп күҙ алдына килтерә инем. Әҙәбиәтте ныҡ яраттым һәм яратам да. Мине мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Хәмиҙә Сәлмән ҡыҙы Нураева исемле бик шәп уҡытыусы уҡытты, йәйгелеккә үҙебеҙҙең классиктарҙың китаптарынан тыш туғандаш халыҡтарҙың яҙыусылары яҙғандарҙы ла уҡырға ҡуша ине. “Абай юлы” тип уҡып ултырғандарым хәтерҙә.
– Улай булғас, шағирә икәнен белеп ҡалғас, ни өсөн аптыранығыҙ һуң?
– Дөрөҫөрәге, икеләнеп ҡалдым. Ни өсөн тигәндә, ул дәүерҙә шағир менән шағир ғына ҡауыша, тип уйлай инем. Журналист, етмәһә, республика хәтлем республика гәзитендә эшләй. Редакцияға барып йөрөй башлағас, ул саҡта баш мөхәррир Миңлеғәле ағай Яҡупов ине әле, Сафуан ағай Әлибаев, Рәмил Йәнбәк тә унда, бөтәһе лә тиерлек минең ҡорҙаштар, дуҫлашып киттек. Аҙаҡтан Йомабикә Ильясова унда эшләй башланы, ул да Хәйбулла ҡыҙы, яҡташ. Шунда аралашып йөрөп яҙыусылар донъяһына инеп, хатта дуҫлашып киттем. Икеләнеү һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
– Туй ҡайҙа үтте инде?
– Туй йола буйынса, ҡыҙ яғында уҙҙы, Ҡаңлы-Төркәйҙә. Хәйбулланан туғандарым һарыҡ ите тейәп самолет менән килеп төштө Өфөгә, унан артабан Бүздәк тарафына киттек. Өфөнән Салауат ағайым Әбделмәнов еңгәм менән барҙы, уҡып-ишетеп беләһегеҙҙер, ул партияның ҡала комитетында бүлек мөдире булды. Хәйбуллала парткомда эшләгән Әхмәт Бикбов ағай ҙа еңгәм менән килде туйға. Мин ҡартәсәй малайы бит, үҙемде бәләкәйҙән ҡарап үҫтергән ҡарсәйем Хәтимә Зөлҡәрнәй ҡыҙы ла Асылыкүл буйҙарын барып күрҙе. Әйткәндәй, ул алтын ҡуллы булды, халыҡ дауаларын да белде, мейесен дә сығарҙы, һағыҙын да ҡайнатты, ноҡот та һалды, бөтә яҡтан да бик белемсел ине. Үҙенең тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын миңә лә һеңдерергә тырышты.
ЗАГС-та Факиһа ҡолаҡҡа ғына, Мансур, мин фамилиямды алмаштырмаҫмын, мине Нафиҡова тип беләләр, тине. Журналист, шағирә бит инде. Алданыраҡ аңғартһаң, уйлар инем, ҡалдырыр инең фамилияңды, хәҙер булмай инде, тип Факиһаны Туғыҙбаева иттерҙем мин, ризалашты. Туй май айында уҙҙы, июлдә Аҡъярға ҡайтҡанда бергәләп район почтаһына инһәк, Рәми Ғарипов тора. “Башҡортостан ҡыҙы”н ойоштороп, эшләп йөрөгән мәле, һин бында ни эшләп йөрөйһөң, тине Факиһаға. Кәләшем минең менән таныштырып, бына Хәйбулланың ҡара егетенә, дала егетенә кейәүгә сыҡтым, тине. Тора-бара барлыҡ шул осор яҙыусылары менән танышып бөттөм, ғүмер буйы бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәнек һәм йәшәйбеҙ ҙә.
– Шунан нигеҙ ҡорорға Бүздәк менән Хәйбулла араһын – Өфөнө һайланығыҙ инде?
– Өйләнгәс шунда уҡ Өфөгә күсә алманым әле, партияның район комитеты секретары, тиҙҙән КПСС ағзаһы булаһың, тип ебәрмәне. Мәсьәлә шунда эшләгән Әхмәт ағайым Бикбов отпускынан сыҡҡас ҡына хәл ителде. Өфөгә килдем, Карл Маркс урамындағы ятаҡта йәшәй башланыҡ. Яғыулыҡ сәнәғәте министрлығына хеҙмәт һәм эш хаҡы бүлегенә эшкә урынлаштым. Шул арала Бөтә Союз финанс һәм иҡтисад институтының киске бүлегендә уҡып та йөрөнөм. Ул министрлыҡта 16 йыл эшләп ташланым, үҫтем, бүлектә начальник урынбаҫары булдым. Унан шул уҡ министрлыҡтың Хеҙмәт буйынса тикшеренеүҙәр станцияһында хеҙмәт нормативтары һәм эш хаҡы бүлегенә етәкселек иттем, унда ла ун биш йыл эшләнем, хәҙер ул ойошмалар юҡ, бөттө. Аспирантураға тәҡдим иткәйнеләр – йөрөмәнем. Шунан шул станцияла хеҙмәт буйынса начальник, аҙаҡ Агросәнәғәт комплексы өлкә комитетының профсоюзында баш белгес булдым. Унан шул уҡ йылда Социаль страховкалау фондына күстем, унда алты-ете йыл эшләнем. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан Президенты ҡарамағында, хәҙергесә әйткәндә, Иҫәп палатаһы, элекке Дәүләт контроле органы, булдырғас, йылдан ашыу шунда эшләп алдым. Унда оҡшаманы, район хакимиәте башлыҡтары барыһы ла тиерлек элекке эштәрем аша таныш ине, уларҙың эшен тикшереп, соҡсоноп йөрөүҙе килештермәнем, күңелгә ятмағас, китеп, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ун йыл эшләп пенсияға киттем.
– Үҙегеҙ гел яуаплы вазифаларҙа эшләһәгеҙ ҙә, Факиһа апайға ижад өсөн шарттар тыуҙырыуға нисек ваҡыт таптығыҙ һуң?
– Башта, һорамаҫ элек, нимәгә бер бала менән генә тороп ҡалыуыбыҙҙы аңлатайым. Хәҙер йәштәр аҡыллы, интервал яһап тормай икенсе баланы ла табып алалар. Ә мин, Факиһа апайың башта ижадын нығытһын, яҙышһын, эшләһен, тинем дә, һуҙҙыҡ. Шунда, ҡыйыныраҡ булһа ла, икенсе балаға ла тәүәккәлләр кәрәк булған да. Унан инде, йылдар уҙа килә, һаулыҡтарыбыҙ ҙа ҡаҡшап китте, шулай бер бала менән ҡалдыҡ та ҡуйҙыҡ. Уның ҡарауы, апайың туҡтауһыҙ эшләне, яҙышты, мин ҡулдан килгәнсә һәр ваҡыт уға ярҙам итергә тырыштым. Хәҙер генә ул яҙыша алмай, сирҙәре бик ҡаты. Ә ижад иткәндә, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик ныҡ мул эшләне, тырыш булды. Мин иһә ҡулдан килгәнсә уға шарттар тыуҙырҙым. Йәш кенә килеш, Сафуан ағайҙан күрмәксе, йәһәтләп баҡса ере алып, төҙөлөш башланыҡ, беҙҙең баҡсалар бер урында. Дөрөҫөрәге, Факиһаға Союздан баҡса ере бирҙеләр ҙә шунда төҙөндөк. Апайың саф һауала, тәбиғәт ҡосағында яҙышһын тип, Мостай Кәримдең китаптарында яҙылған Ҡыҙҙар тауы эргәһендә ыҡсым ғына өй, мунса әтмәләнем, ағастар ултырттым. Факиһам шул йортта ултырып, гөрләтеп ижад итте. Йыл да июлдә емеш-еләк бешкәс, тәүҙә ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа төрлө консервалар әҙерләй ҙә, августа икәүләп ял алып баҡсаға күсәбеҙ. Ул яҙыша, мин ипләп кенә ер эштәре һәм башҡа мәшәҡәттәр менән булам. Хәләлемдең күп поэмалары, матур шиғырҙары (ысынында уның бөтә шиғырҙары ла матур инде ул), иң шәптәре тип әйтәйек, шунда, Дим буйында, Аҡманайҙа тыуҙы. Ял, шәмбе-йәкшәмбе көндәре, Факиһа апайың һәр ваҡыт ултырып яҙышты, һис кенә лә көн әрәм итмәне. Йәш саҡта фекер йөрөтөүҙәр иркен бит, ә ҡартая килә ул икенсе төрлө, шуға көслө, йәш сағында күберәк яҙһын, тинем мин дә. Факиһа тегене йә быны эшләйем тиһә лә, ҡуй, яҙыуың менән бул, тип үҙем өндәп тора торғайным. Апайың былай ҙа тырыш инде, һүҙ юҡ. Ул йорт эсен һәр саҡ ыҡсым, бөхтә, ҡотло итеп тотто.
– Яҙған шиғырҙарын шундуҡ һеҙ ҙә уҡый торғайнығыҙмы?
– Оо, баҡсала ул үҙе лә, иртән сәғәт 8-9 араһында сәй эскәс, Мансур, тыңла әле, тип уҡып ташлай ине. Бөтәһен дә түгел инде, үҙенә оҡшағандарын ғына. Ә миңә уның яҙғандарының барыһы ла оҡшай ине, хәҙер ҙә шулай. Сағыштырам да, башҡаларҙың шиғырҙары апайыңдыҡына етмәгән һымаҡ (көлә), апайың бит фәлсәфәүи итеп, ныҡ етди итеп яҙа. Уның яҙғандары, үҙегеҙ беләһегеҙ, шухры-мухры түгел, ә поэмалары – әл-лә-лә-лә!.. Эх, шуларҙы театрҙарҙа ҡуйһындар ине ул, әллә режиссерҙарға таратып сығайыммы, тип әйткәнем дә булды. Апайың, юҡ, кәрәк тип тапһалар, үҙҙәре табып ҡуйырҙар, ти ҙә ҡуя.
– Ижад кешеһе яҙышыуға бирелһә, донъя көтөүгә ваҡыты ла, хәле лә ҡалмай, тигәндәй. Асыуланғанығыҙ булманымы?
– Донъя бит, донъяла һауыт-һаба шылтырамай ҙа тормай. Мин уны аңланым, уға ҡыйын булмаһын, тип тормошон еңеләйтергә тырыша инем бит. Ижад кешеһе төрлөсә, төрлө хәлдә була ул, йә кәйефе булмауы бар, йә бер көндө һинең менән һөйләшмәй ҙә, һиңә ҡарамай ҙа ул. Шуға күрә, йортта ла өлгөргәнсә бөтә нәмәне эшләргә, ашарға ла үҙем бешерергә тырыштым, һирәк кенә саҡта, Факиһа, быныһын үҙең эшлә, был бит ҡатын-ҡыҙҙар эше, тип әйтеп һала торғайным. Шунан, нишләп әйттем әле быны, тип, ярай, үҙем булдырам, яҙыш, тип кире тотона инем. Сөнки донъя мәшәҡәтенә тотонһаң, уйлаған фекер онотола ул, унан, мин баш бала булғас, иң өлкәне, ҡатын-ҡыҙ эштәрен дә башҡарып үҫтем, шуға күрә ҡатыныма ярҙам итеү минең өсөн һис тә ҡыйын булманы.
– Әсәйегеҙ менән атайығыҙ шағирә киленде нисек ҡабул итте?
– Әсәйем шул хәтлем аҡыллы, сибәр, тулҡынланып торған сәсле ҡатын ине. Ул Һаҡмар буйынан, Йәнтеш ауылы ҡыҙы булды. Атайымдың сығышы – Иҫке Бүребайҙан. Икеһе лә килен тип өҙөлөп торҙо. Баш баланың килене булғас, әсәй тере булғанда йыл да ҡайттыҡ. Атай иртә китте был донъянан, әсәйемде ҡустымдың ҡатыны, килен ҡараны, улар ҙа еңгәләрен яратты. Әсәм латин алфавиты буйынса уҡыған кеше, кириллицаға бик күнегә алманы. Факиһаның гәзит-журналда баҫылған ижадын уҡыны, китаптарын да сыҡҡан һайын алып ҡайтып биреп торҙоҡ. Факиһаның әсәйемә арнаған шиғыры ла бар, “Айналайым” тип атала.
«Аҡ мендәргә баҫтырғанда ҡаҡ тупһала
Һөйөп кенә әйтте ҡәйнәм,
әйтте ҡайным:
– Киленебеҙ, рәхим итеп, өйгә үтсе,
Балаҡайым, айналайым, айналайым!
Ауыҙыма бал да, май ҙа ҡаптырҙылар,
Тик һүҙҙәрен барыбер ҙә аңламайым.
Ҡояш кеүек балҡый ҡәйнәм,
айҙай – ҡайным:
– Балаҡайым, айналайым, айналайым!
Аңланым мин йәшәй-йәшәй килен булып,
Шул һүҙҙән дә ҡәҙерлеһен табалмайым.
Үткән саҡта әйтте ҡайным,
аҙаҡ – ҡәйнәм:
– Бәхиллегем бирәм һиңә, айналайым!
Сал ағинәй йәштәренә еттем үҙем,
Мин донъяға килен булып ҡалғандаймын,
Һаҡлап килә ҡәйнәм һүҙе, ҡайным һүҙе:
«Яҙа ғына баҫып ҡуйма, айналайым!» – ошо шиғырҙа уларҙың бар мөнәсәбәте асып һалынған.
Зөлфиәгә бер йәш тулмаҫ борон Аҡъярға алып ҡайттыҡ, уны әсәйем мәрхүмә “Ой, айналайым, айналайым!” тип күтәреп ярата торғайны.Факиһа апайың бит ул иғтибар итеп кенә йөрөй торғайны, бер ят һүҙ ишетеп ҡалһа, ул һүҙ күңеленә ятһа, төпсөнөп һораша, үҙе лә күп белә, грамоталы, ныҡ юғары белемле инде ул.
Ҡәйнәм ысын ағинәй булды
– Ә һеҙҙең ҡәйнәгеҙ менән мөнәсәбәттәр нисек булды?
- О-о, ҡәйнәм мине ныҡ яратты, сөнки мин йыл да отпускымды, Зөлфиә бәләкәй булғанда, Ҡаңны-Төркәйҙә үткәрҙем. Минең яҡлап күп балалы ғаилә булғас, атай-әсәйгә ярҙамсы етерлек ине, шуға күрә Аҡъярға аҙна-ун көнгә ял итергә генә ҡайттыҡ. Ә ҡәйнәм яңғыҙ булғас, егерме йыл буйы йыл да ҡайтып ҡәйнәмә бесән сабып, утын әҙерләнем. Бер һыйыр аҫраны ул. Бесәнде Хәйбуллала трактор сапҡысы менән сапһалар, Ҡаңны-Төркәйҙә пенсионерҙарға бесәнлек ерен һаҙлыҡлы урындан бирәләр ине, шуға салғы менән һелтәйбеҙ. Кәләш алғансы мин ҡул салғыһын белмәнем, ҡәйнәм менән Факиһа апайың икәүләп өйрәтте миңә салғы тоторға, салғыны нисек сүкергә, янсырға.
Факиһа – оҫта салғысы, уның бәләкәй салғыһы бар ине һигеҙенсе номерлы, тәүҙә шуның менән өйрәттеләр ҙә, торараҡ унлымы, ун икеленеме, ҙур салғыны тотторҙолар. Бер көндә бер һыйырлыҡ бесәнде саба торғайным. Ҡышлыҡ утынды ла бер көндә ярып бөтә инем. Мин бит һәр ваҡыт таңда, биштә-алтыла торам, йәштән шулай булдым, әле лә шулай, сөнки, һөйләнем бит инде, унды бөткәс, һөт-тауар фермаһында эшләнем тип, унда биштән торорға кәрәк ине, шул ғәҙәт ғүмерлеккә ҡалды. Хәҙер ҙә, апайың менән биштә тороп, етелә бер сама эште тамамлап сәй эсеп ултырабыҙ. Унан апайың хәленсә гимнастика эшләп ала, сәғәт унда, немецтар һымаҡ теп-теүәл ваҡытта, тағы сәй эсәбеҙ. Шундай бына хәҙер режим беҙҙең. Ә ҡәйнәм Салиха Шәйәхмәт ҡыҙы сәсәниә булды. Ҡәрсәйемә лә, ҡәйнәмә лә уҡыу эләкмәгән ине, улар икеһе лә бер дәүер кешеләре, ҡартәсәйем 1909 йылғы ине, ә ҡәйнәм 1912 йылғы. Ҡәйнәм шиғырҙы тик торғанда сығара ине, уҡыһаң, һин кәм тигәндә ауыл советы рәйесе йә совхоз директоры булыр инең, ти торғайным мин уға. Шундай аҡыллы ойоштороусы, ҡыйыу, телгә бай ине. Ҡайтҡан һайын кәләш әсәһе менән һөйләшеп ултыра, Факиһа уның таҡмаҡтарын, шиғырҙарын яҙып ала ине. Ҡәйнәм уҫал аҡыллы булды, ҡулынан эш тә килде, башҡаларҙы ла эшләтә белде, ысын ағинәй ине.
Ҡәйнәмдең беренсе тормош иптәшенән ике ҡыҙы, Зәкиә менән Кәфиә апайҙар бар ине, тәүге иренең дә исеме Имаметдин булған (минең атайҙың да исеме шулай), Зәкиә апай ғүмер буйы Бүздәктә йәшәне, Кәфиә апай – Асылыкүл буйында, Дәүләкән районы Буранғол ауылында. Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы бит Благовар, Әлшәй, Бәләбәй, Дәүләкән райондарына ла яҡын. Факиһа апайыңдың 1952 йылғы Исламморат исемле ҡустыһы ла бар ине, йәшләй генә фажиғәле мәрхүм булды. Факиһа менән Исламморат – Һаҙый бабайҙың балалары. Ул һуғышта булған, Факиһа апайың ул хаҡта әҫәрҙәрендә, Сталинград һуғышында ҡатнашҡан, тип йыш яҙҙы. Ул водитель булған, үҙенең машинаһы менән ауылдан егеттәрҙе тейәп барған, шул машина менән һуғышҡа ингән. Факиһа атайҙан бәләкәй килеш ҡалған, 3-4 кенә йәшендә.
Поэмаларын ҡабат-ҡабат уҡыйым
– Яҙыусыларҙың ғаиләләре менән аралашып йәшәнегеҙме?
– Эйе, Факиһа апайыңды бөтә ҙур яҙыусы ағайҙар хөрмәт итте. Хәким Ғиләжев, Шәриф Биҡҡол, Муса Ғәли, Абдулхаҡ Игебаев, Нәжиб Асанбай, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Аҫылғужа Баһуманов, ул Факиһа апайың менән бергә уҡыған, Сабир Шәрипов һәм башҡалар. Юбилейҙарынан да ҡалдырманылар. Мин дә һәр ваҡыт Факиһа апайың менән бергә йөрөнөм. Мостай ағайҙың да бөтә юбилей табындарында булыу бәхете яҙҙы шулай итеп Мансур ағайыңа. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан иһә бөтә яҙыусы апайҙар менән дә дуҫ булды, Зәйнәб Биишева гел шылтыратыр ине, Фәүзиә Рәхимғолова менән бигерәк яҡын булдылар, үҙенең коллегалары-тиңдәштәре Тамара Ғәниева, Таңһылыу Ҡарамышева, Миңлегөл Хисамова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡуповалар... Апайыңды бөтәһе лә яратты.
– Мансур ағай, ә һеҙҙең Факиһа апайҙы яҙыусыларҙан көнләшкәнегеҙ булманымы?
– Йәшерәк саҡта булған һымаҡ ине, әммә апайыңдың тәрбиәһе бик юғары, ныҡлы ине, шуға тиҙ тынысландым. Факиһа ҡәйнәм мәрхүмәнән тәрбиәне һәйбәт алған, етди. Көнләшеү әҙерәк булды, ысынын әйтәм, сибәр булды бит апайың. Әйттем дә инде, бер күреүҙә оҡшаны, ҡайһы бер ҡыҙҙар оҡшамай бына, йәш саҡта хисап секторы мөдире булғас, миңә учетҡа торорға ниндәй генә ҡыҙҙар килмәй ине, ҡайһылары тәк оҡшай торғайны, матур йә яғымлы булғанға ғына, ә бына Факиһа апайың бер күреүҙә мәңгегә йөрәкте яуланы ла ҡуйҙы.
– Ә Өфөгә тиҙ өйрәндегеҙме?
– Һөйгән кешең янда булһа, ҡайҙа ла рәхәт. Ҡалаға килгәс, эх, район масштабында етәксе булып рәхәтләнеп эшләп йөрөр инем райкомдамы, башҡа ерҙәме, хәҙер бына ятаҡта ятам, тип шаяртып ала инем. Аҙаҡтан фатир алғас, шарттар яҡшырғас, улай тимәнем. Ғүмер буйы шул бер алған фатирҙа, Революция урамында йәшәйбеҙ. Беҙ бит, башҡорттар, нигеҙҙе алмаштырырға тырышмайбыҙ. Күсергә мөмкинлектәр булһа ла, китмәнек. Апайыңдың эшенә лә яҡын булды, эш машинаһы булһа ла, күберәк йәйәү йөрөнө.
– Факиһа апайҙың ижадынан иң яратҡан әҫәрегеҙ?
– Ә мин бөтәһен дә яратам, бөтә поэмаларын әкренләп, уйға һеңдереп ҡабат-ҡабат уҡыйым, шиғырҙы бит инде ул тәрән фекерле итеп, ныҡ етди яҙа. Бына әсәйемә арнап яҙған шиғырын ғына, бәлки, өҫтөнөрәк ҡуямдыр. Әсәйем иҫкә төшһә, шул “Айналайым” ды уҡыйым.
Мин, руссалап әйткәндә, “однолюб”
– Илле йылға яҡын бергәһегеҙ, һаман да шулай яратаһығыҙмы?
– Мин, руссалап әйткәндә, “однолюб”. Күп урындарҙа эшләнем, башҡа ҡатын-ҡыҙға иғтибар ҙа итмәнем. Һаман да яратам, бына 1975 йыл ҡауыштыҡ, бер ҡарауҙан ғашиҡ булып, ғүмер буйы яратып йәшәнем шулай! Йәш саҡта ҡатыныма “Йәнем!” тип өндәшә торғайным, урта йәштәрҙә “Һандуғасым!” тинем, инде олоғайғас “Йөрәгем!” тип йөрөтәм. Хәҙер икебеҙ ҙә өйҙә, хаҡлы ялда, беләһеңме, бына элек, эшләп йөрөгәндә, ул эштә, мин эштә, көн оҙаҡ үтә ине, ҡайтҡансы, осрашҡансы көтөп ала торғайным, хәҙер ун йыл пенсияламын, көн һиҙелмәй үтә лә китә. Апайыңдан бер нәмә лә эшләтмәйем, ашын, сәйен, аш-һыуын үҙем әҙерләйем, көндәр тиҙ үтә. Икебеҙгә өйҙә рәхәт, режимыбыҙ немецтарса теүәл, бына апайыңа киске аш, бутҡа бешерергә ваҡыт етте, әңгәмәне бөгөнгә туҡтатып торайыҡ та, һорауҙарың ҡалһа, иртәгә дауам итербеҙ.
“Аҡбуҙат”ты бергәләп булдырҙыҡ
– Апайың ғүмер буйы балалар әҙәбиәтенә хеҙмәт итте, балалар өсөн ял көндәрендә, отпускыларында яҙышты. Мин уның был хеҙмәтен бик ихлас ҡабул иттем, 90-сы йылдарҙа, “Аҡбуҙат”ты ойошторғанда ла бергәләп тырыштыҡ. Сөнки башта бит бүлмә лә, өҫтәл дә, ручка-ҡағыҙ ҙа юҡ ине, СССР тарҡалған мәл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, апайың ҡолас ташлап эш башланы, ижади коллектив тыуҙырҙы, күптәргә ижадсы булараҡ үҫергә булышлыҡ итте. Гүзәл Ситдыҡова, Рәмзәнә Әбүталипова, Рәсимә Ураҡсина, Сәрүәр Сурина, Зөлфиә Кускилдина һәм башҡа бик күп авторҙар менән әүҙем эшләне, уларҙы яңы әҫәрҙәр яҙырға ҡеүәтләне. Башта журнал Мәғариф министрлығы аша финансланды, уның бюджетында булды, ул дәүер Гарданов тигән бик шәп ағай министр ине, апайың тырышып эшләгәс, ул ҡушҡуллап ярҙам итеп торҙо. Мәғариф министрлығы машина алып бирҙе, был журнал эшен алға ебәрҙе, сөнки райондарға йөрөп подписка йыйырға кәрәк ине, бүрене аяҡтары ашата бит, йүгермәй тираж туплап булмай.
– Ҡыҙығыҙҙың ижади һәләттәрен асырға нимә булышлыҡ итте?
– Зөлфиә рус телле балалар баҡсаһына йөрөнө. Ә уҡырға ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбенә барҙы. Бишенсе кластан үҙе шиғырҙар яҙа башланы. Уны башҡорт теленән уҡытҡан Мәликә Ғибәт ҡыҙы Йосопова бик шәп педагог ине, ул Зөлфиәнең шиғырҙарын юғары баһалап, һәр ваҡыт ҡанатландырып торҙо. Иншаларҙы ла шәп яҙҙы, шуға, унынсы класты бөткәс, ҡайҙа уҡырға барырға, тип баш ватманы, БДУ-ның башҡорт теле һәм рус теле әҙәбиәте бүлегенә инеп китте. Университетты бөтөп килгәнендә Әхмәт ағай Сөләймәнов фольклор буйынса аспирантураға ҡалдырмаҡсы булды, тик яҙышҡас, ике яҡҡа бүленмәйем тип, “Аҡбуҙат”ҡа, тура әсәһенең ҡул аҫтына эшкә барып инде, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген алып барҙы ул унда. Бик уңышлы эшләне, әллә күпме әкиәттәр, хикәйәләр яҙҙы, әлхәмдүлилләһ. Уға ла ҡулымдан килгәнсә ярҙам иттем, мин өйҙә булғанда ҡайтыуына аш-һыу әҙер булды, ә апайың эштә. Ижад кешеһенең ҡурсалауға мохтаж икәнлеген һәр саҡ күҙ уңында тоттом.
Олатай булыу – иң ҙур бәхет
– Олатай булыу һеҙҙе үҙгәрттеме?
– О-о, ул оло шатлыҡ, Зөлфиә беҙгә шундай бүләктәр эшләне! Ейәнсәребеҙ Асияны ғинуарҙа бүләк итте, әсәһе лә ғинуарҙа тыуған, ә минең тыуған көнгә, август айында, ейәнебеҙ Батыр тыуҙы.
– Уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашҡанһығыҙҙыр инде?
– Асия тыуғас, аҙна һайын эштән һуң Зөлфиәләргә барып йөрөнөм, уны алып, тышта, Ҡариҙел буйында икешәр сәғәтләп коляскала йөрөттөм. Факиһа апайың бушыраҡ саҡта икәүләп барып, бергәләп сыға инек. Батырҙы ла ҡараштым. Ейәндәр ҙә баҡсалағы өйҙә, Аҡманайҙа үҫте. Сөнки Хәйбулла – алыҫ, Ҡаңлы-Төркәйҙә инде бер кем дә юҡ, ҡәйнәм мәрхүмә инде. Йәй буйы ейәндәр менән Аҡманайҙа баҡсала була инек апайың менән, Зөлфиә мансардала яҙыша, Факиһа – аҫта, мин балалар менән тышта уйнайым, йөрөтәм. Хәҙер ҙә ҡушҡуллап йөрөйҙәр. Асия әле – нефть университеты студенты, дизайнер буласаҡ, гел “бишле”гә уҡый. Ул урта мәктәп менән бер юлы художество мәктәбен дә тамамланы. Зөлфиә лә ваҡытында музыка мәктәбен гел “бишле”гә бөткәйне. Өләсәһе һымаҡ, Асия ла ижади кеше, бала сағында баҡсала ятҡанда өләсәһе менән ҡырға сығып китәләр ине, туғайҙа сәскәләр араһында яталар, Асия һүрәт төшөрә, апайың шиғырҙар яҙа. Аҡманай менән баҡса араһында шундай матур урын бар, тыныс, күләгәһе лә, ҡояшы ла етерлек. Ә мин уларға тауыҡ итенән йә шешлек, йә былау бешереп алып барам, термос менән сәй ҙә алам, бына шундай бәләкәй генә йолабыҙ бар ине. Батыр хәҙер дүртенсе класта уҡый, уның да шөғөлө бар – ике төр ярыш буйынса спорт мәктәбенә йөрөй.
– Әле Факиһа апайҙың һаулығы нисек?
– Тәүге йылдары апайың ныҡ сирләй башлағас, эргәһендә ултырып, ул әйткәндәрҙе ҡағыҙға төшөрә торғайным. Торараҡ, ярай, Факиһа, былай ҙа ҡырҡ-илле йыл бер туҡтауһыҙ эшләнең бит инде, үҙеңде йәлләмәнең, хәҙер ял ит, тип тыйып ҡуйҙым. Әле бер нәмә лә эшләтмәйем, аш-һыуҙы ла яраштырам, апайыңа, үҙеңде ҡара, тип кенә торам, кәрәкһә, шунда уҡ табип саҡыртам. Факиһа ысын мәғәнәһендә аҡыл эйәһе, фекерҙәре әле лә бик күп, Зөлфиә ваҡыты булғанда килеп материалдарын баҫып китә. Ә мин әллә нишләп өйрәнмәнем шул компьютерҙы, бер инһәм, ундағы мәғлүмәткә ҡыҙығып кире сыҡмаҫмын кеүек. Хәҙер минең көндәлек маршрут берәү – бер дуҫым әйтмешләй, БАМ-ға йөрөйөм, йәғни балнис, аптека, магазин. Апайыңдың иммунитеты булмағас, карантинда өйҙә генәбеҙ, туғандарҙы ла бигүк ҡабул итмәйбеҙ. Апайыңа дарыуға бик күп аҡса китә, шуға гәзит-журналға ла элеккесә муллап яҙылып булмай. Заманында эшҡыуарлыҡҡа китергә мөмкинлек тә булды, әммә йөрьәт итмәнем. Беҙҙең башҡорт халҡында ул саҡ барым да юҡ ине, кредит алып эш башларға ҡурҡылды, хәҙер шуға пенсияға ғына йәшәлә. Әммә күңел төшөрөп ултырырға ваҡыт юҡ, йөрәккәйемде ҡарарға кәрәк, Мәҙәниәт министрлығында, бик тынғыһыҙ эштә эшләгән ҡыҙыма ла терәк булып өлгөрөргә тейешмен, олатайлыҡ бурысым да бар бит әле. Факиһаның етмеш йәшенә арнап сығарған “Һандуғастың тыуған яғы” тигән балаларға арналған китабының исемендәге ише, гүзәлдәрҙән-гүзәл тыуған еребеҙҙә хәлдән килгәнсә һандуғастарҙай гөрләп йәшәп ҡалырға ынтылабыҙ. Хәстәреңде бағышлар, яратыр кешеләр һәм тыуған тупраҡ булғанда тормош, ғүмер сикһеҙ ҡәҙерле әле.
Факиһа Туғыҙбаеваның республикабыҙҙы һәм уның кешеләрен данлаған юғары әхлаҡлы шиғриәте, суверенитет яулау осоронда халыҡты рухландырған яҙмалары, балалар – милләт киләсәге икәнен аңлап, фиҙакәр рәүештә шул юҫыҡта башҡарған оло эштәре халҡыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Факиһа Һаҙый ҡыҙы менән Мансур Имаметдин улының мөхәббәтле ғаиләһе, үҙ-ара матур мөнәсәбәттәре лә Шағирәнең халҡына күрһәткән, бүләк иткән гүзәл бер әҫәре ләһә.
Илдә иғлан ителгән карантин саралары арҡаһында Мансур ағай менән телефон аша ғына аралашырға тура килде. Әммә, хатта тимер сымдар һәм кәрәҙле бәйләнеш аша ла, уның күңел яҡтылығы, шулай уҡ әҙәбиәткә, сәнғәткә булған һөйөүе һәм ғәзиз тормош иптәшенә булған мөлдөрәмә тулы хистәре бар тулылылығында килеп етте. Башҡортостаныбыҙҙың оло шәхесе, халыҡ шағиры, арҙаҡлы журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның тәрән һәм мул һыулы ижад йылғаһын ғүмер буйы ҡурсалаған ҡаяташ булып күҙ алдына баҫты ул.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Читайте нас: