Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 12:45

Вирус

Салауат ӘБҮЗӘРВИРУСТарала вирус, тарала, –Ярала яңы төрө...Унан һаҡланыу сараһы –Тик битлек кейеп йөрө. Ләкин шундай вирустар бар,Йәшәп килә күптән ул.Меңәр-меңәр кешеләрҙеңБаштарына еткән ул. Ғәйбәт булып ҡулды бәйләп,Яла булып, быуып ала.Хәйлә булып, мәкер булыпАҙым һайын аяҡ сала. Кешеләрҙең кешеләргәНиндәй генә этлеге юҡ!..Рухым – миңә иммунитет, –Йөрәгемдең битлеге юҡ!..

Салауат ӘБҮЗӘР
ВИРУС
Тарала вирус, тарала, –
Ярала яңы төрө...
Унан һаҡланыу сараһы –
Тик битлек кейеп йөрө.
Ләкин шундай вирустар бар,
Йәшәп килә күптән ул.
Меңәр-меңәр кешеләрҙең
Баштарына еткән ул.
Ғәйбәт булып ҡулды бәйләп,
Яла булып, быуып ала.
Хәйлә булып, мәкер булып
Аҙым һайын аяҡ сала.
Кешеләрҙең кешеләргә
Ниндәй генә этлеге юҡ!..
Рухым – миңә иммунитет, –
Йөрәгемдең битлеге юҡ!..
Читайте нас в