19 мартта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән Салауат Әбүзәрҙе "Шоңҡар" әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Сараны ойоштороусыларға, ҡатнашҡан студенттарға, "Шоңҡар" берекмәһенең йәш ҡәләмгирҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Шағирҙар студенттарҙың төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап бирҙе, яңы шиғырҙарын уҡыны. Шулай уҡ әҙәби ойошманың йәш ағзалары үҙҙәренең ижад емешен тәмләткәс, киләсәктә башҡорт әҙәбиәтенә тағы ла көслө ҡәләм эйәләре буласағына өмөт уянды.
Йәштәргә уҡыуҙа, тормошта һәм ижадта оло уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ. Уларҙың шиғырҙары "Ағиҙел" журналының биттәрендә баҫылып, халҡыбыҙҙың күңел күген йәмләр.