Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 09:10

Сабир Шәрипов

Бөгөн күренекле яҙыусы Сабир Шәриповтың тыуған көнө. Ихлас күңелле, яҡты йөҙлө ағайыбыҙҙы йыш иҫкә алабыҙ, уның мәрәкәләре кәйефтәрҙе күтәрә, әҫәрҙәренән яҡтылыҡ бөркөлә. Сабир ағайға 70 йәш тулғанда яҙылған бер шиғыр иҫкә төштө. Һинең кеүек балыҡсы юҡ, –Тиңләшалмай береһе.Беҙгә гел сабаҡ эләгә,Һиңә ҡаба эреһе.

Бөгөн күренекле яҙыусы Сабир Шәриповтың тыуған көнө. Ихлас күңелле, яҡты йөҙлө ағайыбыҙҙы йыш иҫкә алабыҙ, уның мәрәкәләре кәйефтәрҙе күтәрә, әҫәрҙәренән яҡтылыҡ бөркөлә. Сабир ағайға 70 йәш тулғанда яҙылған бер шиғыр иҫкә төштө.
Һинең кеүек балыҡсы юҡ, –
Тиңләшалмай береһе.
Беҙгә гел сабаҡ эләгә,
Һиңә ҡаба эреһе.
Әҙәбиәт даръяһында
Күптәр шаҡ ҡатты, беләм.
Гөжләтеп бер үтеп киттең,
Һин “Зәңгәр катер” менән.
Утһыҙ ауылда тыуһаң да,
Күңелең тулы яҡты.
Әҙиптәргә тоғо менән
Өләшәһең һин “мат”ты.
Киләсәктә легендалар
Һөйләрҙәр ошо хаҡта.
Күптәрҙе һин атландырҙың
Ат урынына “мат”ҡа.
Теләк ни ул, бүләк түгел,
Сиге юҡ ул теләктең.
Ҡыҫҡаһы шул: ҡармағыңа
Елле бәхет эләкһен!
Читайте нас: