Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 08:52

Ҡошсо ырыуы йыйыны.

Бөгөн Мәсетле районында Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә «Ҡошсо ырыуы йыйыны» I төбәк-ара съезының ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.Ҡошсо — боронғо ырыу, 49 башҡорт ырыуының береһе. Көнсығыш тарихи сығанаҡтарға ярашлы, ҡошсолар Батыу хан ғәскәрҙәре составына ингән һәм Европа илдәренә походтарҙа ҡатнашҡан. Һуңғараҡ улар Батыйҙың кесе туғаны Шибан улысы составына индерелгән. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашҡортЫрыуҙары#Ҡоролтай

Бөгөн Мәсетле районында Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә «Ҡошсо ырыуы йыйыны» I төбәк-ара съезының ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.
Ҡошсо — боронғо ырыу, 49 башҡорт ырыуының береһе. Көнсығыш тарихи сығанаҡтарға ярашлы, ҡошсолар Батыу хан ғәскәрҙәре составына ингән һәм Европа илдәренә походтарҙа ҡатнашҡан. Һуңғараҡ улар Батыйҙың кесе туғаны Шибан улысы составына индерелгән.
Башҡорттарҙың төп биләмәләренең күпселеге хәҙерге Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — Нижнесергинск, Красноуфимс һәм Әртә райондарында урынлашҡан.
Ҡошсо затының 15-тән ашыу биләмәһе Башҡортостандың Мәсетле районы биләмәһендә Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Улар иҫәбендә- Мәләкәс, Борғатъя, Ҡыҙылбай, Әйүп, Юныс, Тимерәк, Тимербай, Ҡорғат, Юлай һәм башҡалар.
1812 йылғы Мәләкәстән 12 ғаилә Салйоғотҡа (Төплөкүл) күсенгән. Шуға күрә Салйоғотта ла ҡошсолар — Мәләкәс ауылы халҡының туғандары бар.
Ҡотош ауылы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалына тиклем Мәрйенғол исеме менән аталған. 1740-1741 йылдарҙа тергеҙелгән ауылға Ҡотош исеме менән бирелгән.
1795 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылы халыҡ иҫәбе буйынса Ҡошсо улусы ауылдары араһында беренсе урынды биләй: 101 ир-егет һәм 93 ҡатын-ҡыҙ (31 ихата). Был ауылдарҙа йәшәүселәр Ҡотош ауылы халҡы менән туғанлыҡ бәйләнештәре бар.
Сабанаҡҡа (Сабанғол) Ҡошсо улусы старшинаһы Сабанаҡ Сариҡай тарафынан нигеҙ һала.
Ҡошсо ырыуына Һөләймән ауылы ла ҡарай. Бында дәүләт һәм партия эшмәкәре Ф. 3. Зәғәфүрәнов (1913-1975) тыуған. 1945-1950 йылдарҙа халыҡ хужалығын тергеҙеү һәм үҫтереү йылдарында ул Баймаҡ райкомының беренсе секретары, 1950-1967 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләй.
Әбдрәхим ауылы яҡынса XVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килгән. Ауылдың икенсе исеме-Миҙәт. Мәсетле районында, шулай уҡ, Ҡошсо ырыуына ҡараған ике ҡатнаш ауыл бар — ул Абдулла һәм Әжекәй ауылдары. Унда татарҙар һәм мишәрҙәр ҙә йәшәгән.
Был көндө бөтә ҡошсолар йыйылды. Сарала ҡоролтай вәкилдәре һәм Свердловск өлкәһенән Әртә, Красноуфимск, Башҡортостандың Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондары делегаттары ҡатнаша.
Ҡунаҡтарҙы райондың мәҙәниәт йорто артистары икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Конференцияла ҡатнашыусылар иғтибарына күргәҙмә тәҡдим ителде. Үҙенсәлекле этнографик материалдар, көнкүреш әйберҙәре, төрлө аш-һыу кәрәк-яраҡтары — былар барыһы ла Ҡошсо ырыуының тарихи үҙенсәлеклеге. Сигеү, түшелдерек- биҙәүестәр эшләү, кейеҙҙән әйберҙәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ырыу тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләр айырыуса әһәмиәтле. Ҡорғат, Һөләймән, Юныс һәм башҡа ауылдар үҙ шәжәрәләрен тәҡдим итте.
Дан аллеяһы айырым иғтибарға лайыҡ.
Ҡошсо ырыуынан күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: мәҫәлән, 18 йыл республика Юғары Советы Президиумына етәкселек иткән Фәйзрахман Зәғәфүрәнов, «Бейек Татр» партищан отряды командиры, Чехословакияның почетлы гражданы, педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин, билдәле ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова һ. б.
Сараны асып, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин: «Ырыуы, килеп сығышы тураһында һәр кем белергә тейеш. Бөгөнгө сара мәсетлеләрҙең тамырҙарына етди иғтибар биреүен күрһәтә, улар балаларының үткәнен белеүенең һәм шәжәрәләрен киләһе быуынға тапшырылыуының мөһимлеген аңлай», тине.
Ғилми-ғәмәли өлөштә тарих фәндәре кандидаты Флүр Дусмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт университеты доценты, Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия кураторы Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин, «Башҡорт Википедияһы» проекты етәксеһе Рөстәм Ғатауллин, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм экология ғилми-тикшеренеү институты бүлек мөдире Гөлфинә Юламанова, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Виталий Ихъяев, Мәсетле районы ҡоролтайы ағзаһы Әхмәтнур Хафизов сығыш яһаны.
Читайте нас: