Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 08:50

Факиһа Туғыҙбаева

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева арабыҙҙан китте. Ил, халыҡ яҙмышы өсөн янып йәшәгән шәхесебеҙҙең яҡты рухы йөрәктәребеҙҙә һаҡланыр. "Ағиҙел" журналының меңәрләгән уҡыусылары, редакция коллективы уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1 ғинуар 1950 йыл) – Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014). 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Факиһа Һаҙый ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.
Факиһа Туғыҙбаева – үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙип.
Уның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғыр китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983) әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғыр йыйынтыҡтары бар.
1993 йылда Факиһа Туғыҙбаева «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Читайте нас: