Шағир, яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, “Ағиҙел” журналының хеҙмәткәре Ильяс Ҡасҡынов менән Башҡорт дәүләт университетында студенттар менән осрашып, йәшлеккә ҡайтып килдек. Эйе, сөнки ошонда белем алған кеше булараҡ минең дә, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған Әхмәр ағайҙың да егет эҙҙәре ҡалған бында. Ул да БДУ ҡыҙҙарына “ҡаш һикертергә” әҙ сапмағандыр был тарафтарға. Ә йәш егетебеҙ Ильяс ошо юлды һыуытмай.
Студенттар менән осрашып, шиғриәт толпарына атланып, донъя гиҙҙек. Кәйеф күтәрелеп, рухланып ҡайттыҡ. Рәхмәт, Һеҙгә “Шоңҡар”ҙар!