Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 10:42

Ғәйнә башҡорттары йыйыны

Төнгүк ауылы мәҙәниәт йортонда Ғәйнә башҡорттары ҡорға йыйылды. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Пермь крайының Барҙа районы башлығы урынбаҫары Татаьяна Балтаева, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов һәм башҡалар саҡырылғайны. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҒәйнәЫрыуы#Төнгүк

Төнгүк ауылы мәҙәниәт йортонда Ғәйнә башҡорттары ҡорға йыйылды. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Пермь крайының Барҙа районы башлығы урынбаҫары Татаьяна Балтаева, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов һәм башҡалар саҡырылғайны.
Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Эльвира Айытҡолова туған телде һаҡларға, уны тәү сиратта ғаиләлә онотмаҫҡа өндәне.
«Былтыр халыҡ-ара кимәлдә башҡорт теленән диктан яҙыу ойошторҙоҡ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттар уны үҙ диалектында яҙҙы. Сара быйыл да апрель айында үтә, ҡатнашырға онотмағыҙ. Бишенсе ҡоролтайҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, ниндәй телдә, диалектта һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кемде беҙ башҡорт тип ҡабул итергә тейешбеҙ, тине. Ырыуҙар йыйыны үткәргәндә беҙ ошо маҡсатты ла алға ҡуябыҙ. Башҡорт теленең диалекттары, һөйләштәре күп, милләттәштәребеҙҙе тел буйынса айырмайыҡ», - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Свердловск өлкәһенән ғәйнә башҡорто Рәфхәт Исмәғилов йыйында онлайн рәүештә ҡатнашты. Сығышында оҙаҡ йылдар үҙҙәрен татар тип уйлап йөрөүҙәрен, Башҡортостан ғалимдары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужиндарҙың ғилми эштәре менән танышҡас, шәжәрә менән ҡыҙыҡһынып китеп үҙ асылына ҡайтыуы тураһында һөйләне.
Конференция һуңында йыйылыштың резолюцияһы ҡабул ителде. Уға ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә «Юлдаш» радиоһы һәм «Башҡортостан» юлдаш телевидениеһын Пермь крайы биләмәләрендә тыңлау һәм ҡарау мөмкинлеген булдырыу; Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эргәһендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында эшләүсе корреспондент пунктын асыу; ғәйнә башҡорттарының фольклорын, боронғо кейемдәрен һәм биҙәүестәрен өйрәнеү буйынса фәнни эшмәкәрлекте дауам иттереү тураһында мөрәжәғәт итергә ҡарар ителде.
Читайте нас: