Бөгөн Башҡортостан Башлығы республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан уҙҙы.
Быйыл республикала Сергей Аксаковҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Нәжиб Асанбаевҡа, Сергей Довлатовҡа арналған юбилей форумдары уҙғарыла. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы асыла. Радий Хәбиров һабантуйҙар ҙа ойошторолор тигән өмөтөн белдерҙе. Ә иң төп мәҙәни ваҡиға – Бөтә донъя фольклориадаһы.
Радий Хәбиров тантанала бөгөн үҙҙәренең лайыҡлы наградаларын алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә изге теләктәрен еткерҙе.
Башҡорт һәм татар эстрадаһы легендаһы Фән Вәлиәхмәтов, композитор Рәмил Ғимранов, дирижер һәм композитор, Башҡортостан гимны авторы Фәрит Иҙрисов, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин республиканың почет грамотаһын алды.
Популяр йырсылар Әнүәр Нурғәлиевҡа, Рөстәм Ғиззәтуллинға, Сәғиҙулла Байегеткә, Фәрүәз Урманшинға, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Йәмил Әбделмәновҡа, Башҡорт драма театры артисы Алһыу Бәхтиеваға «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән абруйлы исем бирелде.