Пермь крайының Ҡуян ауылында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, танылған Рәсәй мәғдән сығарыусыһы Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Заманының алдынғы эшҡыуары, тау эше оҫтаһы булған шәхестең тыуған төйәгендә Башҡортостан Республикаһы делегацияһын ихлас йөҙ менән ҡаршы алдылар, Ҡуян урта мәктәбе уҡыусылары дәртле башҡорт бейеүен бүләк итте.
Тантанаға йыйылғандарҙы Пермь районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Ермаков сәләмләне.
Ҡотлау һүҙҙәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов та әйтте, сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Тасимовтың Рәсәйҙәге тау эштәренә яңы һулыш өргән мөһим тарихи фигура булыуын билдәләне: тап Исмәғил Тасимов Санкт-Петербург ҡалаһында Тау университетын асыуға булышлыҡ итә.
Таҡтаташ асылыр алдынан "Урал" башҡорт халыҡ көйө яңғыраны. Тантаналы рәүештә япма төшөрөлгәс, шәхестең яҡты иҫтәлегенә доға ҡылдылар.
Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы: урындағы һәүәҫкәрҙәр тамашаны музыкаль бүләктәре менән биҙәне.
Исмәғил Тасимов күренекле мәғдән сығарыусы булыуҙан тыш, Ғәйнә улусы старшинаһы вазифаһын да башҡарған. Уның иҫтәлеген һаҡлау ғәйнәләр өсөн икеләтә изге бурыс.