Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 12:18

"Тәңре өрөк ҡапҡанда тыуған яҙыусы"

"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың 50 йәшлек юбилейы айҡанлы был мәҡәләнең тулы вариантын "Башҡортостан гәзитенең 21-се һанында (19 март)уҡырһығыҙ!"...Сөләймән пәйғәмбәр хаҡында шундай риүәйәт бар. Ул үҙенең йөҙәр меңлек ғәскәрен ерҙән дә, һауала осҡос балаҫына ултыртып та походҡа йөрөгән. Сираттағы хәрби сәйәхәтенә сыҡҡас, уға үҙ ғаиләһенең хәстәре менән булған бер ҡырмыҫҡа осраған... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Юбилей#МөнирҠунафин#ӘхмәрҒүмәрҮтәбай

"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың 50 йәшлек юбилейы айҡанлы был мәҡәләнең тулы вариантын "Башҡортостан гәзитенең 21-се һанында (19 март)
уҡырһығыҙ!
"...Сөләймән пәйғәмбәр хаҡында шундай риүәйәт бар. Ул үҙенең йөҙәр меңлек ғәскәрен ерҙән дә, һауала осҡос балаҫына ултыртып та походҡа йөрөгән. Сираттағы хәрби сәйәхәтенә сыҡҡас, уға үҙ ғаиләһенең хәстәре менән булған бер ҡырмыҫҡа осраған. Сөләймән уйға ҡалған: әгәр ҙә ғәскәрен балаҫына ултыртып артабан китһә, ҡояшты ҡаплаясаҡ та, ҡырмыҫҡаның ғаиләһенә төн, ерҙән китһә, уның төйәге саңдауға әйләнәсәк. Кемгәлер бәхетһеҙлек килтергән сәйәхәтенән баш тартып, Сөләймән ғәскәрен кире борған.
Етәксе булараҡ Мөнир Ҡунафин һәр коллектив ағзаһына, уның хатта үҙе иғтибар бирмәгән бәләкәй генә проблемаһына ла оло диҡҡәтле, иғтибарлы. Был сифаты уның әҫәрҙәренең һәр бер деталенә мөнәсәбәтле, иғтибарлы булыуына тиң. Тормошта ла, ижадта ла ошо сифаты уны ташламаһын..."
Иллең елле, юбилейың ҡотло булһын, Мөнир ҡәләмдәшем! Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә, гөрләтеп йәшәп, эшләп ҡалайыҡ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә тел, бүләр-бүләсәрҙәребеҙгә ил ҡалдырайыҡ!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: