ДОНЪЯНЫҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА...
Күренекле яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға - 50 йәш
Элек ул минең өсөн Мөнир ине, хәҙер – Сәхиуллович! Был “исем алмаштырыу”ҙың үҙенә күрә бер ғилләһе лә бар. “Йәшлек” гәзитенә эшкә урынлашҡан саҡ ине. Мөнир Ҡунафин да ошо гәзиттә эшләй. Ул – бүлек мөдире. Башҡорт дәүләт университетында бер курста уҡып, бергә ҡайнашып йөрөгән дуҫ һәм ҡусты булараҡ, мин уға гел “Мөнир” тип өндәшәм. Бер көн, йомош менән уға инеп: “Мөнир”, – тип һүҙ башлауым булды, “Сәхиуллович!” тип төҙәтмә индереп ҡуйҙы ла ул, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Әлбиттә, уның тарафынан шаяртыу ине был. Ләкин ошо шаярып әйтелгән һүҙ ҡалай йәтеш кенә йәбешеп тора уға – Сәхиуллович!
Хәҙер ул – етәксе, билдәле әҙип, күптәр, арҙаҡлы шәхестәр ҙә, уға атаһының исеме менән өндәшә. Эйе, уның атаһы Сәхиулла ағайҙы мин бер-ике тапҡыр ғына күрҙем. Өфөгә ауыр сирҙән дауаланырға килгән сағында күрештек. Һәлмәк хәрәкәтле, һәр һүҙен уйлап, һеңдерә әйтә белгән ағайға ҡарата күңелемдә хөрмәт, һоҡланыу уянды. Ғөмүмән, был күркәм сифаттар Ҡунафиндарҙың ҡанында бар. Ғүмерен Башҡорт дәүләт университетында студенттарға белем биреүгә арнаған арҙаҡлы ғалим Ғиниәт Сәфиулла улының лекцияларын, телмәренең тәьҫир ҡеүәһен кемдәр генә хәтерләмәй икән! Әйткәндәй, Сәхиулла ағай менән Ғиниәт ағай – бер туған. Мөнир дуҫымдың тыуған йортонда бер нисә тапҡыр булып, ихлас һәм мөләйем, ҡунаҡсыл әсәһенең ҡулынан тәмле аш, ҡайнар сәй эсеү бәхете лә тейҙе. Бына шулай, “Сәхиуллович” тип өндәшеүемдә Мөнир кеүек егетте үҫтергән Сәхиулла ағайға ла, әсәһе Флүрә апайға ла булған ихтирамым, хөрмәтем тоҫмаллана, ил-халыҡ тип янып йәшәгән балалар тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт хистәре сағыла. Үҙенең исемен телгә алғанда, байтаҡ йылдар элек баҡый донъяға күскән ағайҙың рухы ҡыуанһын! Сөнки хөрмәтле шәхестәргә генә атаһының исеме менән өндәшеү яҙылмаған йолаға әйләнгән. Нәҡ шундай аҫыл егеттәрҙең береһе ул – Сәхиуллович!
Биттәренә саң ҡуна башлаған хәтер китабын аҡтарғас, үҙемә бәйле ваҡиғалар күҙ алдына баҫты.
Йәй ине. Мин ауылда мәктәптә эшләп йөрөйөм. Ул саҡта халыҡтың иң яратҡан, киң таралған “Йәшлек” гәзитенән Мөнир Ҡунафин, Рәлис Ураҙғолов, Дамир Шәрәфетдинов килеп төштө. Еҙем ярында ултырып, донъяға һоҡланып алдыҡ... Шунда Мөнир: “Нишләп ауылда ятаһың, әйҙә, Өфөгә кил!” – тине. Ошо осрашыуҙан һуң “ҡотҡо” ойотҡоһо йәндә әсей башланы һәм, ауылда яҙылған шиғырҙар дәфтәрен ҡуйынға ҡыҫтырып, Өфө тарафына юлландым. Унда мине көтөп тороусы ла, өмөт көбәген тоҫҡарлыҡ туған-тыумасам да юҡ. Кешегә мәшәҡәт өҫтәп йөрөүемде аңлаһам да, Мөниргә барып баш терәнем. Әй урамындағы журналистар ятағында ул яңғыҙ йәшәй ине, яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡабул итте Мөнир. Ул ғына түгел, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Ғималетдин Яруллин менән һөйләшеп, эшен дә тапты!..
Бына шулай, Өфө ҡалаһына нығынып етмәгән яҙмыш ағасымды күсереп ултыртыуҙа Сәхиулловичтың йоғонтоһо, ярҙамы ҙур булды. Ул ағас хәҙер ҡала таштарына тамыр ебәрһә лә Мөнир кеүек аҫыл дуҫтарымдың йән йылыһынан һутлана...
Мөнир имәненең дә олоно һәм тамырҙары ныҡлы баш ҡалабыҙҙа. Ул ҡатыны Гөлшат менән Өфөлә төпләнеп, улдары Йәдкәрҙе, ҡыҙҙары Сулпанды тәрбиәләй.
Быларҙы нимә өсөн яҙам? Сөнки яҙыусының йәшәү рәүеше, холоҡ-фиғеле уның ижадында сағылыш таба. Әҙип ниндәй генә әҫәр яҙмаһын, үҙенең эске донъяһы геройҙарының ҡылыҡтарында, уй-фекерендә әҙме-күпме сағылыш таба. Был хәҡиҡәтте бер нисек тә инҡар итеп булмайҙыр. Сәхиулловичтың ижадында иһә уның эске донъяһын күрәм мин, әҫәрҙәрендәге геройҙар яҡтылыҡ илсеһе булып күҙ алдына баҫа. Башҡортостандың халыҡ шағиры, атаҡлы Мостай Кәрим әйткәнсә, “донъяның ҡояшлы яғында” йәшәгән шағир йәнле яҙыусы һәм драматург ул Мөнир Ҡунафин. Студент сағында (әле лә) уның иң яратҡан шағирҙарының береһе Рауил Бикбаев булды. Тимәк, шул саҡта уҡ Бикбай тәрәнлеген, Бикбай бейеклеген тойған уның йөрәге. Ғүмеренең һуңғы йылдарында халыҡ шағиры талантлы яҡташыбыҙҙы, Мөниребеҙҙе, үҙ итеүе, ижадына ла тәрән ихтирам менән ҡарауы ла юҡҡа түгел. Бикбай аҫыл таштың ҡайһы тирәлә ятҡанын һәр саҡ белеп, тойоп йәшәне. Ә тормоштоң ялҡынлы һулышын үҙ күкрәгең аша үткәрмәй тороп, Бикбай шиғриәтенең ҡөҙрәтен, ай-һай, тойоу мөмкинме һуң!? Ошо тәрәнлек һәм бейеклек бөгөн Мөнир ижадының үҙәген хасил итә. Әҫәрҙәренең исемдәрен генә алғанда ла киң ҡолас, офоҡ сикһеҙлеге аңҡый: “Ҡартайған ҡояш аҫтында”, “Тәңре өрөк ҡапҡанда”, “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә...”, “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын!” һәм башҡалар.
Тормоштоң үҙе кеүек ҡатмарлы, күктең үҙе кеүек ҡатлы-ҡатлы әҫәрҙәрен еңелсә генә уҡып сығыу мөмкин түгел, шуға күрә, кәйлә менән ер аҡтарған шахтер кеүек, фекерҙәр һәм уйҙар ҡатламында ҡаҙынырға тура килер. Уның геройҙары көн менән төн, тыуым менән үлем, диуаналыҡ менән бөйөклөк ҡауышҡан сиктә йәшәй. Уларҙы уҡып, күҙ йәшендә йылмайыу барлығын, хәсрәттә шатлыҡ йәшәүен, һалҡындан йылылыҡ бөркөлөүен тойорһоң. Ғөмүмән, Ғафури районындағы гүзәл тау-урмандар, көмөштәй йылғалар менән уратып алынған Сәйетбаба ауылында яҙ башында донъяға күҙҙәрен асҡан егеттең ижадында яҡташтарының күркәм теле, сабыр холҡо, мөләйем ҡылыҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы... сағыла. Автор бәләкәй генә булып күренгән ваҡиғаны ла “ҡартайған ҡояш аҫтында” балҡытып ебәреү һәләтенә эйә. Ғүмерен ижадҡа, журналистикаға арнарға теләүе бала саҡта, мәктәп йылдарында бәлки уянғандыр ҙа, ә инде БДУ-ла уҡығанында ул үҙен һәләтле шағир итеп танытып өлгөргәйне инде. “Ғүмерең журналистикала үтә, тир түгәһең. Матбуғат эше ижадҡа ҡамасауламаймы?” – тип һорағаным да бар унан. Ни тиһәң дә, яҙыусы өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен “Йәшлек” гәзитенә, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарына арнаны. Уның яҙған мәҡәләләре, очерктары журналистиканың бер өлгөһөнә, ысын ижад емешенә әүерелгән. Көндәлек гәзит эше, үҙемдән дә сығып беләм, ижад елеген һура. Ә Мөнир был мәсьәләлә лә ижадсы, оптимист булып ҡала: “Ҡамасаулай, ваҡыт йәһәтенән. Гәзиттә ни тиһәң дә көндәлек хәл-ваҡиғалар менән бөтөрөнәһең бит. Ә көндәлек саң-туҙан ижадта, бигерәк тә әҫәреңде юғары сәнғәт өлгөһө итеп күрге килгәндә, тын алырға ирек бирмәй, яйлап уйлап ултырып яҙыу темпын юҡҡа сығара. Матбуғатта эшләүҙең һәйбәт яғы шунда – тормош менән ҡайнап йәшәйһең, замандың тын алышын тояһың, кешеләр менән аралашаһың, яҙмыштар менән танышаһың, кем өсөндөр ҡыуанаһың-һыҙланаһың, шулай итеп ижад өсөн түл йыяһың”.
Әлбиттә, мин әҙәби тәнҡитсе түгел, ләкин Мөнир Ҡунафин ижадының сығанағы – шиғриәттә, тиһәм, яңылышмамдыр. Эйе, Сәйетбаба урта мәктәбендә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатында уҡыған саҡтарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай, улар “Башҡортостан пионеры” гәзитендә, “Пионер” журналында баҫыла. Студент сағында үҙебеҙсә ижади ҡаҙанда ҡайнап, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөнөк. Тора-бара уның “Шундай мәлем”, “Ғүмер тигәндәре...” тип аталған шиғри китаптары донъя күрҙе. Ләкин, көтмәгәндә, ижади тәртәһен проза юлына ҡайырҙы Мөнир: тетрәткес, уйландырғыс, фәлсәфәүи фекерҙәр менән һуғарылған хикәйәләр, повестар яҙып, уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы, ҡәләмдәштәрен шаҡ ҡатырҙы. Ә инде В.М.Шукшин исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсында Гран-при яулауы, Республика Башлығының грантына ойошторолған “Яңы офоҡтар” әҙәби бәйгеһендә еңеүе, Р.Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсында лауреат булыуы күп нәмә тураһында раҫлай.
Проза арғымағына нисек еңел генә (һәр хәлдә миңә шулай тойолдо) ҡороҡ ташлаһа, драматургия толпарын да шундай оһоллоҡ менән ауыҙлыҡланы Мөнир. Яҡташтар хәтерләйҙер, уның “Ике ус бойҙай” тигән тәүге пьесаһын Сәйетбаба ауылының халыҡ театры сәхнәгә мендерҙе. Артабан инде Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры – “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын...”, "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы", Өфөнөң “Нур” татар дәүләт драма театры иһә “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ!” пьесаһын сәхнәләштереп тамашасының күҙ йәшен һыҡты.
Үрҙә “ижад тәртәһен проза юлына ҡайырҙы” тигәйнем. Ләкин Сәхиуллович ниндәй жанрға мөрәжәғәт итһә лә иң беренсе сиратта шағир булып ҡала. Уның хикәйә-повестарынан, пьесаларынан шиғри моң һарҡый. Иң мөһиме – әҫәрҙәренән яҡтылыҡ, сафлыҡ бөркөлә, хатта уның геройҙарының күҙ йәшендә лә нур сатҡылары емелдәй.
Бөгөн Мөнир республикабыҙҙағы төп баҫмаларҙың береһе “Ағиҙел” журналын етәкләй. Быныһына үҙегеҙ шаһит: Сәхиуллович тәүге һандан уҡ журналға үҙ ҡарашын индерҙе, йөрәк йылыһын һалды. Уҡыусыларыбыҙ һаны ла, Аллаға шөкөр, артҡандан-арта бара.
Яҙыусының тос фекерҙәре менән тамамлайым һүҙемде. "Граф Толстой етеш тормошта йәшәп тә нимә тип яҙышты ла, бер һыныҡ икмәккә мохтажлыҡ кисергән Туҡай нимә тип ҡулына ҡәләм алды икән? Әлбиттә, ижад ҡомары, Хоҙай ебәргән илһам һәм һәләт аҡ ҡағыҙға уй-фекерҙәрҙе төшөрөргә бойорғандыр. Мин дә күңелемдә, йөрәгемдә, аҡылымда, зиһенемдә нимә бар – уҡыусыға шуны бирәм. Аллаһ ебәргән йөк тә, бурыс та, кинәнес тә был миңә", – ти Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин.
Дуҫым бар булмышы менән ижадта. Оло маҡсаттар менән йәшәй. Ҙур ниәт-теләктәр янында ваҡ мәшәҡәттәр онотола шул. Иң мөһиме ынтылыш һүрелмәһен. Күренекле яҙыусының күңелендә зар юҡ, ул – ҡояшлы яҡта. Ә һыҙланыуҙары, тетрәнеүҙәре, кисерештәре – уның әҫәрҙәрендә. Бигерәк тә ҡәләмде, һүҙҙе ҡорал иткән кеше тормошто аңлап, башҡаларға уның серен, булмышын аңлатып йәшәргә тейеш тә. Мөнирҙең был ҡулынан килә.
Ҡояш тирәләй илле тапҡыр әйләнеп сыҡҡан ҡәләм әһеленең, дуҫымдың яулар үрҙәре, әйтер һүҙҙәре алда әле. Ҡояшың ҡартаймаһын һәм донъяның гел ҡояшлы яғында йәшәргә насип булһын, Сәхиуллович!
шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.