Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 22:06

Ҡотлайбыҙ!

- Алло, Мөнир Сәхиуллович...- Әү, Ильяс Ильдарович?Ғүмерем буйына хәтерҙә уйылып ҡалыр инде беренсе осрашыу. 2020 йылдың 2 сентябрендә Өфөлә эш эҙләү мәшәҡәтендә Хужабиргәнов Инсаф тәҡдиме буйынса "Ағиҙел" журналына килдем. Ай самаһы эшкә урынлаша алмай йөрөгәс, Баш мөхәррир менән әңгәмә барышында һәр бер һорауға ла "беләм!" тип яуап бирҙем, эстән генә "иң мөһиме эшкә алһындар, ҡалғанын өйрәнермен әле", тип уйлайым.Һөҙөмтәлә тәүге ике эш аҙнаһында бик ныҡ йүгерергә, Мөнир Сәхиулла улы алдында ҡыҙарып торорға... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Ҡотлайым#МөнирҠунафин#ИльясҠасҡынов

- Алло, Мөнир Сәхиуллович...
- Әү, Ильяс Ильдарович?

Ғүмерем буйына хәтерҙә уйылып ҡалыр инде беренсе осрашыу. 2020 йылдың 2 сентябрендә Өфөлә эш эҙләү мәшәҡәтендә Хужабиргәнов Инсаф тәҡдиме буйынса "Ағиҙел" журналына килдем. Ай самаһы эшкә урынлаша алмай йөрөгәс, Баш мөхәррир менән әңгәмә барышында һәр бер һорауға ла "беләм!" тип яуап бирҙем, эстән генә "иң мөһиме эшкә алһындар, ҡалғанын өйрәнермен әле", тип уйлайым.
Һөҙөмтәлә тәүге ике эш аҙнаһында бик ныҡ йүгерергә, Мөнир Сәхиулла улы алдында ҡыҙарып торорға, әрләнергә лә, оятҡа ҡалырға ла тура килде. Сайтҡа теркәгән һәр бер мәҡәлә хатаһыҙ булманы. Шул мәлдә минең журналистиканың "ж" хәрефен дә белмәүем иҫбатланды.

"Ағиҙел"дә ярты йыл эшләү ваҡытында Баш мөхәрриргә ҡарата хөрмәт тойғоһо арта ғына. Мөнир Сәхиулла улы аҡыллы, сабыр, тырыш, кәрәк ерендә шаян, һәр йыйылыш барышында яңы идеялар тәҡдим итә. Ысын күңелдән һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйем! Һаулығығыҙ ныҡлы, эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: