Баш ҡалаға “Урал батыр” эпосына бәйле конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, “Урал батыр мәктәбе”нең уҡыу программалары бойомға ашырылған милли мәктәптәр, балалар баҡсалары етәкселәре саҡырылды. Тыуған яғында әүҙем эш алып барған йәмәғәтселәр ҙә саранан ситтә ҡалманы.
“Урал батыр мәктәбе” үткән йылдың авгусында тормошҡа ашырыла башлағайны. Уны “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторҙо. Проект авторы – билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.
Башҡортостан гәзите хәбәр итеүенсә, “Урал батыр мәктәбе”нә бихисап милли гимназия, лицей, балалар баҡсалары ҡушылды, республика ауылдарындағы әүҙем йәмәғәтселәр ҙә ситтә ҡалманы. Мәктәп эше эпос нигеҙендә ятҡан ҡиммәттәргә ярашлы йүнәлештәрҙән тора, әйтәйек, тәбиғәтте һаҡлау, изгелек ҡылыу, ярҙамсыллыҡ, сәләмәт тормош алып барыу. “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса мәктәптәрҙә фән өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар ойоштороу, онотолған геройҙар исемдәрен ҡайтарыу буйынса эш, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы, тағы башҡа матур ғәмәлдәр башҡарылып килә. Ошо мәктәп аша Урал батырҙың халҡына еткергән изге өндәмәләре, васыяттары йәш быуын күңеленә һалына, яҡты киләсәккә әйҙәй.