Өфөлә тантаналы рәүештә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы асылды. Был турала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Конкурстың маҡсаты – педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең ижади эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү, иң яҡшы уҡытыусыларҙың педагогик тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу, уларҙың һөнәри оҫталығын һәм уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын арттырыу.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы барышында «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары ойошторола.
2021 йылда бөтәһе 198 кеше ҡатнаша. Уҡытыусы һөнәренең иң яҡшы вәкилдәре «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы– 2021» исемен яулау өсөн оҫталыҡта ярыша.
Ҡатнашыусылар өсөн конкурс һынауҙары 10 мартта «Педагогик оҫтахана» конкурсынан башланды, унда конкурсанттар уҡытыу һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрендә методик компетентлығын һәм үҙенең тәжрибәһен күрһәтте.
Алда – асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре. Конкурс марафоны «Йыл уҡытыусыһына һорау» матбуғат конференцияһы менән тамамлана.
2021 йылдың 23 мартында «Торатау» конгресс-холында конкурсты ябыу тантанаһында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарының еңеүселәре һәм призерҙары иғлан ителә.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы.