Тәҙрә аша һибелгән бер шәлкем нур ҡаршылағы «горка»ның бейек көҙгөһөнән сағылып Ғәлимйәндең күҙҙәрен ғазаплай.
Ул, һөрһөгән тубалдай ауыр башын мендәрҙән көскә айырып, түшәктән торҙо. Әднәке… Кисә ресторандан нисек ҡайтып йығылғанын һис тә иҫләмәйсе. Лилиәһе янында юҡ. Аҫҡы бүлмәгә ҡасып ятҡандыр, иҫерек ирен яҡын да ебәрмәй бит ул үҙенә. Дөрөҫ эшләй. Тик йәлке, шулай ҙа…
Әлегә баш йүнәтеү фарыз. Шунһыҙ булмай…
Шыйыҡ майҙай һары шотланд вискиһы сарсаған эсәк-ҡарындарын рәхәт яндырып, ҡараңғы зиһенендә, гүйә, ут ҡабыҙҙы. Ебәк халатын иңенә һалып, балконға сыҡты…
Сыуаҡ сентябрь иртәһе. Һауа шишмә һыуылай саф, һалҡын. Алыҫта зәңгәрләнгән тау үркәстәренә ялбыр томан йыртыҡтары эленгән. Тау биттәре аллы-гөллө төҫтәргә тимгелләнгән, гүйә, ул малай саҡтағы төрлө сепрәктән тегелгән әсәһенең йылы юрғаны түшәктә күпсеп ята шулай. Бирерәк, ҡурпыланып, йәшел балаҫтай йәйрәгән киң ялан уртаһында, сауҡалыҡ «дөрләй».
Ҡатыны Лилиәнең тыуған көнөн билдәләп уҙҙылар кисә. Иң яҡын дуҫ-иштәрен, туғандарын алып ресторанда ултырҙылар. Шуның касафаты илертә уны хәҙер килеп. Ҡыуанысынан ирәйеп, байтаҡ ҡына «һалып» алғайны шул. Былайса, иҫергән сағында ла бил-быуынға, хәбәр-холоҡҡа ҡаты ул, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ былағайланып, йәмһеҙләнеп табынды боҙмай. Тик иртәгәһенә генә, әлегеләй, иҫен йыя алмайынса аҙаплана… Урал улы ла, ҡыҙы Диана ла хәләл ефеттәре менән килде хатта. Саҡырһа ла, тәүге ғаиләһе боҙолғанда араларында хасилланған һалҡынлыҡты тойоп көтмәгәйне уларҙы, шуғалырмы, балалары килгәс, сикһеҙ уңайһыҙлыҡ кисерҙе ҡапылдан. Һыйырҙай булып хәмер һемереүе лә шунан булды, шикелле. Кәйефе көр ине, шулай ҙа. Әүәлге ҡатынын, Нәфисәне, саҡырманы, мыҫҡыл иткәндәй күреп рәнйер, тип… Ә йәштәрҙең уй-фиғеле башҡаса бит ул хәҙер, элеккеләр һымаҡ юҡҡа-бушҡа ҡылтайышып, сүптән сәбәп, һүҙҙән әҙәп эҙләмәйҙәр. Балалары, кейәү-килендәре табында уйнап-көлөп мас булды. Маладистар, афарин… Ә Лилиәһе, Лилиәһе!? Һыуһылыуҙай, гөлдәй һөйкөмлө йәш ҡатынының матурлығына күҙҙәре сағылып, үҙ-үҙенә көнләшеп ултырҙы бит шунда Ғәлимйән! Йөрәктәрҙе өҙгөс моңло итеп йырланы ла Лилиәһе, һушты алырҙай хозур итеп бейене лә! Шул мәлдә, ҡайһы бер ҡунаҡтарҙың ҡараштарын йәшереп кенә был сәйер ғаиләне һынлауҙарын һиҙеп, күңеле лә бер аҙ кителгәндәй итте уның. Эйе, хоҙай унан төҫ-баш йәмен йәлләһә лә, уның ҡарауы, бәхет йәлләмәгән, көнләшегеҙ әйҙә, эсегеҙ киткәнсе! Ысынында иһә, Лилиәһе уны биҙәйме, әллә, киреһенсә, ул биҙәйме Лилиәһен? Кемгә нисек инде… Хихылдашырҙан алда, шул хаҡта уйлағыҙ! Белгегеҙ килһә, «аҡһаҡаллы» был һорауҙың аныҡ ҡына яуабы юҡ…
Ҡайны-ҡәйнәһен, балдыҙ-ҡәйнештәрен, ҡайнаға-ҡоҙасаларын да саҡырҙы ул табынға. Ололар килә алманы, ҡайнығарты сырхап тора имеш. Ҡайнығарт, тигәндән, Әмир азамат Ғәлимйәнгә тиңдәш, тиерлек инде. Иллә шат булғайнылар улар кейәүҙәрен тәү ҡат күреп, уның һиммәтен белгәс! Башта, әлбиттә, бот сабырҙай булып ғәжәпләнеп тә, сәйерһенеп тә ҡабул иттеләр йәшкә үҙҙәренә тиң, тиерлек, кейәүҙәрен. Ни тиһәң дә, Лилиә ҡыҙҙары кейәүгә сыға алмайынса ултырған һөймәлекһеҙ бисура түгел дәһә, типһә тимер өҙөрлөк матур егеткә лайыҡлы һылыу. Ә ул, бынағыйыш, үҙенә атай булырлыҡ «интерәснәй мужикты» эйәртеп ҡайтҡан. Ҡыҫҡаһы, сәхнә итерлек бер тамашаға әүерелгәйне уларҙың тәү ҡат танышып-белешеүҙәре. Бәләкәй генә бер башҡорт ауылында мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп көн иткән ҡайны-ҡәйнәһенең тормошо ла, холоҡ-фиғеле лә ябай, илгәҙәк булып сыҡты.
– Ҡарале, кейәүкәйем, – тине өй түрендә бығаса донъяла барлығын да белмәгән зиннәтле хәмерҙән иҫереп күҙҙәре аларған Әмир ҡайныһы, баҙарҙа ат һынлаған һымаҡ кейәүенә тексәйеп. Ауыл тормошо ярайһы уҡ «кәкерәйтеп йәмшәйтһә» лә, Әмирҙең һын-килбәтендә әүәлге йәшлек сибәрлеге һиҙелә ине әле. – Һин ҡайһылайтып минең ҡыҙымды… Ҡарауға – ни йөҙөң дә, һыйпарға – ни йөнөң, тигәндәй? Аптырайым әле шуға?!
– Әстәғи, ни йөнөң, тисе? – аш бүлмәһендә мышылдап ҡамыр баҫҡан Мәйсәрә ҡәйнәһе йөҙ-күҙгә һаман матур ғына булһа ла кәүҙәгә ҡалынайып бил-беләккә ауырайған. – Бик тә йөнтәфисе, кейәүкәйем, аллаға шөкөр! Машинаһын ғына күр, аңра! Уға һинең бар донъяңдың да хаҡы етмәҫ! Селный завод нәчәльнигы лаһа! Һин түгел! Мин генә дүрә булдым йәш сағымда, һиндәй шыр «балыҡҡа» тормошҡа сығып. Төҫ-башҡа Лилиә ҡыҙымдан да һылыуыраҡ инем бит, эй-й… Хәҙер килеп, ғүмерем буйына бынауы ҡараңғы ауылда һыйыр ҡойроғона йәбешеп йөрөй торғас, үҙем һыйырға оҡшап бөттөм инде… Ҡыҙыбыҙ ялтыр күҙле, яшыҡ осалы бер маңҡаны эйәртеп алып ҡайтһа, ни ҡыуаныс?! Уйлап ҡара шуны, башыңда майың булһа?! Ә Ғәлимйән кейәүкәйебеҙ бай, арҙаҡлы, майлы-баллы азамат, ел дә тейҙермәҫ ҡыҙыбыҙға! Маладис Лилиә ҡыҙым, брәме һөйөндөрҙө әсәһен, аллаға шөкөр! Исмаһам, ул, балда-майҙа йөҙгәндәй булып, рәхәтләнеп йәшәр… Миңә теймәгән бәхетте хоҙай ҡыҙыма ҡалдырғандыр шулай, иншалла…