Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 08:50

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфөлә сығыш яһарға әҙерләнә.

Концерт программаһы 11 һәм 12 мартҡа билдәләнгән. Был көн ансамбль өсөн тарихи дата иҫәпләнә. Теүәл 82 йыл элек данлы балейтмейстр Фәйзи Ғәскәров республикала бейеү коллективын ойоштора. Аҙна-ун көн үтеүгә ансамблдең беренсе солистары тәүге хореографик композиция менән сығыш яһай. «Зарифа» бейеүе Башҡорт АССР-ның 20 йыллығында сәхнәләштерелә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ФәйзиҒәскәров#Мәҙәниәт

Концерт программаһы 11 һәм 12 мартҡа билдәләнгән. Был көн ансамбль өсөн тарихи дата иҫәпләнә. Теүәл 82 йыл элек данлы балейтмейстр Фәйзи Ғәскәров республикала бейеү коллективын ойоштора. Аҙна-ун көн үтеүгә ансамблдең беренсе солистары тәүге хореографик композиция менән сығыш яһай. «Зарифа» бейеүе Башҡорт АССР-ның 20 йыллығында сәхнәләштерелә.
Бөгөн ижади коллектив Башҡортостандың йөҙөк ҡашы һанала. Уны илдең генә түгел, донъя сәхнәләрендә лә көтөп алалар. Әйткәндәй, быйыл ғәскәровсылар Рәсәйҙең биш тиҫтәләп ҡалаһында сығыш яһамаҡсы. Гастроль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҙа күҙаллана.
Ансамбль репертуарын байытыу өҫтөндә лә, Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫын яңы быуын бейеүселәренә тапшырыу йүнәлешендә лә эш алып бара. Яңы өйрәнелгән хореографик композициялар араһында Йәмилә Бикбаеваның «Быуындар сылбыры» һәм Риф Ғәбитовтың «Ғәйнә башҡорттары» исемле бейеүҙәре бар. Бөгөн коллектив сәхнә костюмдарын көтә.
Билеттар: https://gaskarov-ensemble.ru/ensemble/kupit-bilety
Читайте нас: