Ул Волга буйы округында ҡеүәтле тармаҡ майҙансығы һанала. Эшлекле йыйынды Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров асты.
"Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ - Рәсәй иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе. Көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн масштаблы программалар тормошҡа ашырыла", - тине Андрей Назаров.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фоат Махиянов төбәктәге мәсьәләләрҙе атаны.
Форумда “Йәшелләндереү. Уңайлы мөхит”, “Инженер системалары. Яҡтылыҡ техникаһы” кеүек күргәҙмәләр эшләй.