Республиканың төрлө министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Муниципаль берләшмәләр советы» ассоциацияһы вәкилдәренән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзаларынан торған баһалама комиссияһы ауылдар тапшырған барлыҡ документация менән танышып, асыҡ сығыштарҙы ҡарағандан һуң финалға сыҡҡан ун ике ауылды билдәләне.
Шулай итеп, төп приздар өсөн көрәшәсәк ауылдар исемлеге:
Эре ауылдар категорияһында:
Тәтешле районының Шулған;
Өфө районының Шамонин;
Учалы районының Илсе ауылдары.
Ҙур ауылдар категорияһынд:
Әбйәлил районынан Таштимер;
Бөрөнән Баҡтыбай;
Күгәрсендән Исем ауылдары.
Уртаса ауылдар араһында:
Бөрйәндән Берәтәк;
Ҡыйғы районынан Иҫке Мөхәмәт;
Стәрлетамаҡ районынан Күсәрбай ауылдары.
Бәләкәй ауылдар исемлегендә:
Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай;
Благовар районының Үрге Ҡарғалы;
Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдары.
Финалсылар «Голос РБ» https://golos.bashkortostan.ru/polls/224/ порталында ойошторолған интернет-тауыш биреүҙә ҡатнаша. Шунда уҡ ауылдарҙың видеопрезентациялары урындаштырылған. Уларҙы ҡарап, үҙегеҙгә оҡшаған ауыл өсөн тауыштар бирергә мөмкин. Тауыш биреү унынан егерменсе мартҡа тиклем дауам итә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ай аҙағында була. Ойоштороу комитеты ҡарары менән ҡатнашыусыларға өҫтәмә махсус приздар ҙа булдырылған.
Белешмә. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикабыҙҙа тәүҙә 2011-2014 йылдарҙа үткәрелә. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән яңынан башланды, махсус приз фонды булдырылды. Ул йылда Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы еңеүсе тип табылды, уға 500 һумлыҡ сертификат тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарға Баймаҡ районынан Йылым һәм Асҡын районынан Ҡарткиҫәк ауылдары сыҡты.
«Айыҡ ауыл-2020» былтыр август айында башланды. Конкурста төрлө ҙурлыҡтағы ауылдар ҡатнашыу сәбәпле, ғәҙел баһалау маҡсатында уларҙы дүрт төркөмгә бүлергә ҡарар ителде: эре, ҙур, урта һәм бәләкәй ауылдар.
Былтырғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров приз фондын ун тапҡырға арттырҙы. Беренсе урын яулағандар бишәр млн. һум, икенселәр – өсәр, өсөнсө урындар икешәр млн. һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ буласаҡ.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйылғы сара бик юғары кимәлдә үткән. Тәүге муниципаль этапта ҡатнашыусы ауылдар һаны ике меңдән ашып китә. Һәр районда айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған саралар ойошторолған, хәмер һатыусыларға ҡаршы рейдтар уҙғарылған. Бәйге халыҡтың берләшеүенә, кәңәшләшеп эш итеүенә этәргес була. Әйткәндәй, район хакимиәттәре муниципаль этапта еңеүселәргә үҙ бүләктәрен дә ойошторған ине.
Икенсе турға һәр райондан берешәр ауыл сыҡты һәм баһалама ағзалары алдында үҙ проекттарын яҡлау хоҡуғы алды. Эксперттар комиссияһы асыҡ сығышты ғына түгел, йыл дауамында алып барылған эштәрҙе лә баһаланы. Эш һөҙөмтәлелегенең төп критерийҙары – тыуым һәм үлем күрһәткестәре, махсус иҫәптә тороусы ғаиләләр һаны, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр иҫәбе, алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар булыуы.
«Айыҡ ауыл - 2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.