Яҙыусы Раят Вәливтың “Цех” тигән романын “Ағиҙел” журналына әҙерләү минең өсөн күңел байрамына әүерелде. Ысынлап та, башҡорт әҙәбиәтендә күптән инде бындай күләмле, бай йөкмәткеле әҫәрҙең булғаны юҡ ине. Романдың көсөргәнешле сюжет ҡоролошо, геройҙарҙың сағыу һәм үҙенсәлекле характеры, фәлсәфәүи фекерләү, тел байлығы әсир итте. Хәйер, роман тураһында алда һүҙ күп булыр, әҙәби тәнҡитселәр һис шикһеҙ иғтибар итер, тип уйлайым. Ҡыҫҡаһы, Раят Вәлиев – оло талант эйәһе! Афарин! Киләсәктә лә шәп әҫәрҙәрең менән ҡыуандырып торорға яҙһын!