Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
БҮЛӘКТӘР
Мин алҡалар алдым әсәйемә,
— Үҙең таҡ, — тип ул арҡамдан ҡаҡты.
— Күрәһеңме, әсәй, алҡаларҙың шәбен
— Һүҙҙәреңде ҡолағыма таҡтым.
Яулыҡ бүләк иттем әсәйемә,
Биҙәктәре — яҙғы гөлйемештәй,
— Был биҙәктәр, — тине әсәй миңә, —
Ҡара әле, нәҡ тә һиңә иштәй.
Тараҡ бүләк иттем әсәйемә.
— Һиңә килешә, — ти — үҙең ҡаҙа.
Алтын тараҡ кеүек кәңәштәрең
Сәстәремдең түгел,
Хистәремдең төйөндәрен яҙа.
Көҙгө бүләк итәм әсәйемә —
Әсәйемдең, тимен, күңелен күрәм.
--Көҙгө, йәштәр, һеҙгә кәрәк, — ти ул, —
Мин үҙемде һеҙҙең йөҙҙә күрәм.