Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2021, 12:05

Цех

Шул саҡ ҡыҙҙың артында йәнде өшөтөп ниҙер һыҙғырҙы, тәгәрмәстәр ерҙе тырнаны.– Зөлфиә!Таныш тауыштан йөрәге өҙөлөрҙәй булған ҡыҙ сайҡалып китте лә, бар булмышы менән ҡалтыранып, ҡапыл быуынһыҙланды, ҡулдарын йәпһеҙ һелтәп, арҡаһы менән эргәләге баҡса рәшәткәһенә һырынды. Алҡымын ярып сығырға уҡталған аяныслы ауазын усы менән ябып, тотоп ҡалды, күҙҙәрен сытырҙатып йомдо.– Һаумы, кәләш! Ҡуйсәле, кейәүеңдән шулай өркмәһәңсе, һа-һа-һа! Ашамайым да мин һине, Зөлфиәкәйем, түшемә ҡыҫып һөйәм генә!

Шул саҡ ҡыҙҙың артында йәнде өшөтөп ниҙер һыҙғырҙы, тәгәрмәстәр ерҙе тырнаны.
– Зөлфиә!
Таныш тауыштан йөрәге өҙөлөрҙәй булған ҡыҙ сайҡалып китте лә, бар булмышы менән ҡалтыранып, ҡапыл быуынһыҙланды, ҡулдарын йәпһеҙ һелтәп, арҡаһы менән эргәләге баҡса рәшәткәһенә һырынды. Алҡымын ярып сығырға уҡталған аяныслы ауазын усы менән ябып, тотоп ҡалды, күҙҙәрен сытырҙатып йомдо.
– Һаумы, кәләш! Ҡуйсәле, кейәүеңдән шулай өркмәһәңсе, һа-һа-һа! Ашамайым да мин һине, Зөлфиәкәйем, түшемә ҡыҫып һөйәм генә!
Альберттың ҡалын ирендәре еүеш, һулышынан уҡшытҡыс хәмер еҫе борхой. Ул бер ҡулы менән тыранса осон ҡармап, тауҙай кәүҙәһе менән ҡыҙҙы рәшәткәгә ҡыҫты. Әргәләге мәҙәниәт йортоноң ҡоймаһы ине был.
– Кейәүгә сыҡ миңә, Зөлфиә, – иҫерек ир ерәнгес ирендәрен бүлтәйтеп, ҡорбанын үбергә үрелде. – Балда-майҙа йәшәтермен! Тупылдатып балалар таптырырмын, хи-хи… Туламасы, барыбер алам бит мин һине! Өҫтөңдән төшмәй һөйөрмөн, хи-хи… Оҡшар үҙеңә, оҡшамай ни, минең ғишыҡтан уйнаш ҡыҙҙар ҙа кинәнгәнде!
Үҙен ғифриттәй дәү быуар йылан алдында торған һымаҡ тойған ҡыҙ, асырғанып усы менән Алберттың үҙенә һонолған морононан этәреп ебәрҙе. Әммә, аулаҡ урында була ҡалһа, уның былай ҡаршылашыуы баҫҡынсыны уғата үртәп кенә ебәрерлек ине. Тик был юлы, урамда торғанғамы, Альберт, зәһәр көлөмһөрәп, артҡа сигергә мәжбүр булды.
– Һы-һы… Әйҙә, әйҙә, Зөлфиәкәйем, кәзәләнеп ал аҙыраҡ! Был миңә тағы ла ҡыҙығыраҡ! Яратам мин ҡаршылашҡандарҙы, был мине ҡыҙҙырып, дәртләндереп, көс кенә өҫтәй…
Шунда ҡурҡышынан зиһене томаланған ҡыҙҙың күҙҙәренә юлдан уҙып барған Ғәлим салынды. Ғәлим! Ярҙам һорап ҡысҡырырға иткәйне, тик ауыҙынан өн сыҡманы, ирендәре генә дерелдәп ябылды.
Ғәлим уға яғымлы йылмайып ҡул иҙәне лә, бер ни һиҙмәйенсә үтеп китте…
– Ҡарышмасы, Зөлфиә, – тип Альберт тағы яҡынайҙы ҡыҙға. – Йәлке, теге саҡта ҡамасауланылар, саҡ ҡына өлгөрмәй ҡалдым, хи-хи, – ул шашынҡы күҙҙәре менән ҡыҙҙың йөҙөн, муйынын, йоморо түштәрен ҡапшаны, һул ҡулы менән күкһел джинсылы текә боттарына ҡағылды. – Юғиһә, әле былай кәзәләнмәҫ инең, – тип ярһыулы шыбырҙауға күсте. – Әйҙә, Зөлфиәкәйем, аулаҡҡа барып туйғансы һөйөшәйек, тәҡәтем ҡорой ҙаһа, ҡотҡар… Яратам мин һине! Ышан, ташламайым мин һине, өйләнәм! Туй яһарбыҙ, тормош ҡорорбоҙ, балалар үҫтерербеҙ…
Ул көслө ҡулдары менән ҡыҙҙың биленән ҡармап эргәлә торған машинаға табан этәрә башланы.
Йылан йотор алдынан ҡорбанын арбай, тиҙәр. Альберттың талапсан өгөтө, шашынҡы һүҙҙәре ҡыҙҙың аҡылын томалап, ихтыярһыҙ итте. Ирҙе яндырған ғишыҡ шауҡымы ҡаршылығын еңеп ҡуйынына үтте, түштәрен, билен, боттарын, йән ерен ләззәтле йылыта, сабырһыҙландыра башланы. Ҡыҙ, үҙе лә һиҙмәҫтән иргә һыйынып, машинаға йүнәлде. Ысынлап та, һалҡын ағас һымаҡ мөхәббәтһеҙ, ғишыҡһыҙ күпме йөрөргә булла? Бешеп еткән бит ул, уның да ир ҡосағында ләззәтләнгеһе, уның һаҡлауын, ҡурсалауын, һөйөүен тойоп, йылы ҡуйында онотолғоһо килә… Яратам, өйләнәм ти ҙәһә, шулай булғас йәлме ни, алһын теләгәнен… Ғаиләле, балалы булырға күптән ваҡыт еткән бит… Ғәлим, барыбер, яратмай уны. Ана лаһа, көлөмһөрәп кенә яндан уҙҙы ла китте. Шулай булғас, барыбер түгелме ни инде уға…
Читайте нас: