Мәүлит Ямалетдин
Башҡорт ере аша үтеп барам.
Баш осомда болот ағыла.
Ҡараштарым күктә, уйым ерҙә:
Ни күрербеҙ икән тағы ла?
Ошо ер тип ата - бабаларым
Көнө - төнө аттан төшмәгән.
И, Хоҙайым, ниңә шәфҡәтең юҡ,
Минең халҡым һиңә нишләгән?
Ирек өсөн түккән башҡорт ҡаны
Даръяларға инде тулалыр?
Шунса хаҡҡа беҙгә яҡшы тормош
Күрһәтергә инде булалыр?
Әммә һаман талаш, һаман тартыш,
Был ниндәй ил, ләғнәт төшкөрө:
Ниҙе генә алып ҡараһаң да
Йә баштүбән, йәки тиҫкәре.
Республикам аша үтеп барам.
Күктә болот һаман ағыла.
Башҡорт ере!
Яҙмышыңды уйлап,
Алҡымыма ғәрлек тығыла.