Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 22:38

Ауырлыҡтар беҙҙе ҡурҡытмай, ти юрмыйҙар

Баҡалы ауылында бөгөн Юрмый ырыуы йыйыны үтте. Осрашыуға булған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, артабан тупланып бергә-бергә эш итеү маҡсатында райондан етмеш делегат йыйылды. Улар Өфөнән килгән ғалимдар менән бер рәттән ырыуҙаштары – тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шәжәрә төҙөүселәр, төбәк башҡорттары тарихын тикшереүселәрҙең сығыштарын тыңланы. Йыйын һуңында юрмыйҙар ырыу советы һәм уның башлығын һайланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Геральдика комиссияһы тарафынан әҙерләнгән гербты ҡарап ҡабул итте һәм ырыу ҡарарын иғлан итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Баҡалы#ЮрмыйЫрыуы

Баҡалы ауылында бөгөн Юрмый ырыуы йыйыны үтте. Осрашыуға булған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, артабан тупланып бергә-бергә эш итеү маҡсатында райондан етмеш делегат йыйылды. Улар Өфөнән килгән ғалимдар менән бер рәттән ырыуҙаштары – тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шәжәрә төҙөүселәр, төбәк башҡорттары тарихын тикшереүселәрҙең сығыштарын тыңланы. Йыйын һуңында юрмыйҙар ырыу советы һәм уның башлығын һайланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Геральдика комиссияһы тарафынан әҙерләнгән гербты ҡарап ҡабул итте һәм ырыу ҡарарын иғлан итте.

Юрмый ырыуы советына район вәкилдәренән тыш республиканың билдәле шәхестәре лә һайланды. Улар араһында Баҡалы районының почетлы гражданины, «Баҡалы» яҡташтар ойошмаһы Башҡарма комитеты рәйесе Рауил Кәримов, билдәле шағирә, Аҡбуҙат балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Өфө дәүләт нефть-техник университеты президенты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Айрат Шаммазов бар. Ырыу советы рәйесе итеп Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырова билдәләнде.

Йыйын аҙағында ҡатнашыусылар ырыу ҡарарын иғлан итте. Документҡа билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән Юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү, ырыу йәштәрен төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.

Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны штандарты Ғәйнә башҡорттарына тапшырылды. Киләһе сара Ғәйнә ерендә үтәсәк.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән осрашыуға Тамыр телеканалы һәм Аҡбуҙат балалар журналы коллективы килде. Мостафа ауылында балалар менән осрашып төрлө уйындар ойошторҙо, Нурбостан һәм Шумер йәнһүрәттәрен күрһәтте. Баҡалы районына сәфәргә Мәргән уҡсы хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин дә сыҡты. Ул теләүселәр менән уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, һуңында һынау ойошторҙо – яңы өйрәнгән мәргәндәр араһында ярыш үткәрҙе.

Юрмый ырыуы йыйынында ҡатнашыусылар рухланып, күтәреңке кәйеф менән таралышты. Алда атҡараһы эштәр күп, әммә ойошоп, бер-береңә ярҙам итеп эшләгәндә бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа кәртә булмаясаҡ, тип оҙатты уларҙы Ырыу советы рәйесе Эльвира Рәүис ҡыҙы
Читайте нас: