Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 17:35

Яҙ

Салауат ӘБҮЗӘРЯҘШиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ,Күҙең туймаҫ матурлыҡ!Моңға тулған йөрәк шартлап,Сәскә булып атырлыҡ! Бынау берәҙәк этте ләЯратып үтке килә.(Ҡыҙҙар хаҡында һүҙ ҙә юҡ, –Бер һурып үпке килә!) Был гүзәллек моңһоҙҙо лаБөйөк шағир итерлек.Яҙҙың ҡайнар һулышынанИреп, ағып китерлек!

Салауат ӘБҮЗӘР
ЯҘ
Шиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ,
Күҙең туймаҫ матурлыҡ!
Моңға тулған йөрәк шартлап,
Сәскә булып атырлыҡ!
Бынау берәҙәк этте лә
Яратып үтке килә.
(Ҡыҙҙар хаҡында һүҙ ҙә юҡ, –
Бер һурып үпке килә!)
Был гүзәллек моңһоҙҙо ла
Бөйөк шағир итерлек.
Яҙҙың ҡайнар һулышынан
Иреп, ағып китерлек!
Читайте нас в