Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 17:15

Башҡортостанда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия еңеүсеһе асыҡланды

Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты асыҡланды.2021 йылда был премияға яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды. Ул “Илебеҙ беҙҙең ожмахтай” китабы өсөн наградланды.

Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты асыҡланды.
2021 йылда был мәртәбәле премияға яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды. Ул “Илебеҙ беҙҙең ожмахтай” китабы өсөн наградланды.
Был туралағы Бшҡортостан Башлығы указына 1 мартта ҡул ҡуйылған һәм ул рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән.
Конкурстың положениеһына ярашлы, премия ике йылға бер тапҡыр йәш быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән һәм ватансылыҡ йүнәлешендә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре өсөн тапшырыла.
Читайте нас в