Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 20:10

Бөгөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ коллегияһы ултырышында медиатармаҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Бөгөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ коллегияһы ултырышында медиатармаҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Коллегия эшендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, тармаҡтың төп предприятиелары – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто, “Китап” нәшриәте һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре ҡатнашты.Тәү сиратта журналистарҙың пандемия һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәш мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы яҡтыртҡанда профессионолизмы һәм тиҙлеге билдәләнде. Тап дәүләт киң мәғлүмәт саралары ҡурсаланыу режимы ваҡытында халыҡ өсөн төп мәғлүмәт биреүсе булды, көн һайын телевидение аша пандемияға арналған брифингтар үткәрелеп торҙо, гәзиттәр махсус рубрикалар сығарҙы. Иң ҡаты ҡурсаланыу осоронда “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының сайтын 20 миллион тапҡыр ҡарағандар.Бынан тыш, коллегияла ҡатнашыусылар йылдың мөһим ваҡиғаларын яҡтыртыуҙа юғары технологик кимәл һәм профессионализмға ла иғтибар итте. Мәҫәлән, Еңеүҙең 75 йыллығы, Өфөгә генерал Шайморатовтың йондоҙон алып килеү тантанаһы трансляцияһы, Башҡортостан Башлығының тура эфирҙағы матбуғат конференцияһы һәм башҡалар.Республиканың гәзит-журналдары үҙҙәренең интернеттағы эшмәкәрлеген арттырҙы, нәшриәт йортоноң 40 баҫмаһы нон-стоп режимында эшләй.2016 йылдан алып республикала һәр яҙылыу кампанияһы ваҡытлы баҫмалар тиражының биш процентҡа кәмеүе менән тамамланған. Быйыл иһә һуңғы биш йыл эсендә беренсе тапҡыр баҫмаларҙың дөйөм тиражы былтырғы менән сағыштырғанда ете процентҡа үҫкән.Тармаҡтың иҡтисади блогы эшмәкәрлеген айырым ҡаранылар. Бында федераль аҡсаны йәлеп итеү йәһәтенән ыңғай эш тәжрибәһе бар – былтыр федераль бюджеттан социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 44,6 миллион һум аҡса алынған.Агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев белдереүенсә, тармаҡтың һөҙөмтәлелеге ике төп аспект менән үлсәнә. Был – мәғлүмәт йоғонтоһо аҫтындағы аудитория һәм эшмәкәрлектең финанс һөҙөмтәләре.– Бюджеттан финансланған медиатармаҡта өс меңдән ашыу кеше эшләй. Яңы медиафайҙаланыу беҙгә яңы һөнәри һынауҙар тыуҙыра, беҙҙән ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле контент көтәләр. Бында иҡтисади күрһәткестәргә, дәүләт аҡсаһынан автономлыҡҡа ла иғтибар кәрәк. Беҙ уҡыусыларыбыҙ, яҙылыусыларыбыҙ, ҡараусыларыбыҙ, тыңлаусыларыбыҙ мәнфәғәтенән сығып эшләйбеҙ. Ваҡытында яуап бирәбеҙ, граждандар менән дәүләт араһында асыҡ диалогты тәьмин итәбеҙ. Яңы йылда беҙ аҡыллы трансформация юлы менән барырға тейешбеҙ: үҙенсәлекте, тел, мәҙәни оҡшашлыҡты, таланттарҙы, тупланған тәжрибәне, матур йолаларҙы һаҡларға һәм шул уҡ ваҡытта яңы үҫеш юдары эҙләргә тейешбеҙ, – тине Максим Ульчев.“Яңы иҡтисад булдырырға, аудиторияны арттырырға, мәғлүмәти һәм рекламаны йәлеп итеүҙе күтәрергә кәрәк”, - тине Азат Бадранов. Уның белдереүенсә, республиканы ситтә белеү, таныу киң матбуғат саралары хеҙмәтенән тора. Мәҫәлән, Башҡортостан илдә милли проекттар буйынса иң йыш телгә алынған тәүге өс төбәгенә ингән.

Бөгөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ коллегияһы ултырышында медиатармаҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Коллегия эшендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, тармаҡтың төп предприятиелары – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто, “Китап” нәшриәте һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре ҡатнашты.
Тәү сиратта журналистарҙың пандемия һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәш мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы яҡтыртҡанда профессионолизмы һәм тиҙлеге билдәләнде. Тап дәүләт киң мәғлүмәт саралары ҡурсаланыу режимы ваҡытында халыҡ өсөн төп мәғлүмәт биреүсе булды, көн һайын телевидение аша пандемияға арналған брифингтар үткәрелеп торҙо, гәзиттәр махсус рубрикалар сығарҙы. Иң ҡаты ҡурсаланыу осоронда “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының сайтын 20 миллион тапҡыр ҡарағандар.
Бынан тыш, коллегияла ҡатнашыусылар йылдың мөһим ваҡиғаларын яҡтыртыуҙа юғары технологик кимәл һәм профессионализмға ла иғтибар итте. Мәҫәлән, Еңеүҙең 75 йыллығы, Өфөгә генерал Шайморатовтың йондоҙон алып килеү тантанаһы трансляцияһы, Башҡортостан Башлығының тура эфирҙағы матбуғат конференцияһы һәм башҡалар.
Республиканың гәзит-журналдары үҙҙәренең интернеттағы эшмәкәрлеген арттырҙы, нәшриәт йортоноң 40 баҫмаһы нон-стоп режимында эшләй.
2016 йылдан алып республикала һәр яҙылыу кампанияһы ваҡытлы баҫмалар тиражының биш процентҡа кәмеүе менән тамамланған. Быйыл иһә һуңғы биш йыл эсендә беренсе тапҡыр баҫмаларҙың дөйөм тиражы былтырғы менән сағыштырғанда ете процентҡа үҫкән.
Тармаҡтың иҡтисади блогы эшмәкәрлеген айырым ҡаранылар. Бында федераль аҡсаны йәлеп итеү йәһәтенән ыңғай эш тәжрибәһе бар – былтыр федераль бюджеттан социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 44,6 миллион һум аҡса алынған.
Агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев белдереүенсә, тармаҡтың һөҙөмтәлелеге ике төп аспект менән үлсәнә. Был – мәғлүмәт йоғонтоһо аҫтындағы аудитория һәм эшмәкәрлектең финанс һөҙөмтәләре.
– Бюджеттан финансланған медиатармаҡта өс меңдән ашыу кеше эшләй. Яңы медиафайҙаланыу беҙгә яңы һөнәри һынауҙар тыуҙыра, беҙҙән ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле контент көтәләр. Бында иҡтисади күрһәткестәргә, дәүләт аҡсаһынан автономлыҡҡа ла иғтибар кәрәк. Беҙ уҡыусыларыбыҙ, яҙылыусыларыбыҙ, ҡараусыларыбыҙ, тыңлаусыларыбыҙ мәнфәғәтенән сығып эшләйбеҙ. Ваҡытында яуап бирәбеҙ, граждандар менән дәүләт араһында асыҡ диалогты тәьмин итәбеҙ. Яңы йылда беҙ аҡыллы трансформация юлы менән барырға тейешбеҙ: үҙенсәлекте, тел, мәҙәни оҡшашлыҡты, таланттарҙы, тупланған тәжрибәне, матур йолаларҙы һаҡларға һәм шул уҡ ваҡытта яңы үҫеш юдары эҙләргә тейешбеҙ, – тине Максим Ульчев.
“Яңы иҡтисад булдырырға, аудиторияны арттырырға, мәғлүмәти һәм рекламаны йәлеп итеүҙе күтәрергә кәрәк”, - тине Азат Бадранов. Уның белдереүенсә, республиканы ситтә белеү, таныу киң матбуғат саралары хеҙмәтенән тора. Мәҫәлән, Башҡортостан илдә милли проекттар буйынса иң йыш телгә алынған тәүге өс төбәгенә ингән.
Читайте нас: