Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2021, 23:15

Мәктәптә туҡланыу тураһында һөйләштеләр

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу сифатын күтәреү мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү булды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#Туҡланыу

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу сифатын күтәреү мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү булды.
– Мәктәптә туҡланыу менән бәйле мәсьәләне өҫтәмә эшләүгә алдыҡ. Ата-әсәйҙәр йәһәтенән проблемалы мәсьәләләрҙе теркәнек. Был ҡарарҙар хәлде координацияларға тейеш, – тип белдерҙе Андрей Назаров.
Сараларҙың бер өлөшө муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре тарафынан ғына тормошҡа ашырылырға тейеш. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһынан яуаплы кеше рациондарға көн һайын мониторинг үткәреү өсөн теркәлеү үтергә һәм раҫланған графикка ярашлы, дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусыларының аҙыҡты ҡабул итеү режимын ҡәтғи күҙәтеүҙе тәьмин итергә, дөйөм белем биреү ойошмаларының рәсми сайттарында көн һайын иртәнге, төшкө һәм төштән һуңғы туҡланыу рационы менюһының фотоларын ҡуйып барырға тейеш.
– Һуңғы көндәрҙәге һауа шарттары менән бәйле, мәктәптәрҙең бер өлөшө дистанцияла уҡыуға күсте, бер өлөшө каникулға китте. Шуға барлыҡ мәктәптәрҙең дә сайттарында меню тураһындағы мәғлүмәт яңыртылманы. Әммә һайланма мониторинг күрһәтеүенсә, эш ойошторолған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
24 февралдә “сәләмәтлек дәрестәре”, кластан тыш саралар сиктәрендә “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!” Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Тағы ата-әсәләр өсөн мәктәп рациондарын дегустациялау ойошторолдо. Саралар һөҙөмтәләре буйынса ата-әсәләрҙән ыңғай яуаптар ҙа, шулай уҡ урындарҙа эшләргә кәрәк буласаҡ тәҡдимдәр ҙә булды.
– Бөгөн Башҡортостан юлдаш каналында брифинг әҙерләйбеҙ. Тура эфир икәнлеген иҫәпкә алып, һорауҙар ыңғай ҡараласаҡ, – тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.
Бөгөн республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан эшләнгән “Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу стандарты” килешеү процедураһын үтә.
Читайте нас: