Урал Килсенбаев белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында проекттың рәсми сайтын булдырған. Уны ошо адрес буйынса табырға була:
https://ataisal.ru/ Һәр теләгән кеше унда инеп, кәрәкле ауылды табып, күрһәтергә теләгән ярҙамын йәки берәй проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә ала. Был, мәҫәлән, футбол йәки балалар майҙансығын төҙөү, йәмәғәт биләмәһен, шишмәне, зыяратты төҙөкләндереү һәм башҡалар булыуы ихтимал. Йәнә финанслашыу шарттарында ғәмәлдәге республика программаларына йәки “Атайсал” проектының башҡа инициаторҙарына ҡушылырға мөмкин.