1 март - башҡорт ғаиләһе көнө
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет, түҙ.
Иреңдән айырылғансы, күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә — ир.
Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр.
Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер.
Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек.
Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.
Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
Татыу ғаилә – ил күрке.
Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Малайға тәрбиә биреп ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Байрам менән!