Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2021, 17:25

Гөлгизәр Фәйзи

Бөгөн шағирә, драматург, журналист, Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы ветераны Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина (Гөлгизәр Фәйзи) күркәм юбилейын билдәләй!

Бөгөн шағирә, драматург, журналист, Башҡортостандың, Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы ветераны Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина (Гөлгизәр Фәйзи) күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе “Ағиҙел” журналының меңәрләгән уҡыусылары һәм редакция коллективы исеменән ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға иң изге, саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, әлбиттә, ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Гөлгизәр ФӘЙЗИ
Танһыҡ булһасы...
Ни бары бер миҙгел генә йәшәү,
Асып-ябыу ғүмер ишеген.
Донъялыҡтың ҡыуанысын күреп,
Танһыҡтары ҡанмай кешенең.
Иңдәренә ятҡан ауыр йөктө
Сабырлығы һынмай күтәрә.
Тормош ҡуя яңы һынауҙарын,
Хәсрәттәрен һала күптәргә.
Ни бары бер миҙгел генә йәшәү,
Күҙең асып, күҙең йомғансы...
Яҡты донъяларҙа йәшәүҙәре
Һәр ваҡыт та танһыҡ булһасы!..
Читайте нас: