Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 11:28

Башҡорт халҡының данлы улы Муса Мортазин.

20 февралдә күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, легендар башҡорт командиры Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулды. Ошо уңайҙан һәм Башҡорт тарихы йылы программаһын бойомға ашырыу маҡсаты менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, республика һәм Рәсәй төбәктәрендәге ҡоролтай ағзалары ҡатнашлығында Түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#МусаМортазин#Ҡоролтай

20 февралдә күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, легендар башҡорт командиры Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулды. Ошо уңайҙан һәм Башҡорт тарихы йылы программаһын бойомға ашырыу маҡсаты менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, республика һәм Рәсәй төбәктәрендәге ҡоролтай ағзалары ҡатнашлығында Түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
Түңәрәк өҫтәлдең темаһы — «Легендар комбриг Муса Мортазин һәм уның яуҙаштары: тарихын өйрәнеү һәм иҫтәлеген мәңгеләштереү». Унда Милли архив етәксеһе урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, ҡоролтайҙың Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин, Муса Мортазиндың яҡташтары — Учалы районы вәкилдәре, шулай уҡ Ростов өлкәһе һәм Мәскәү ҡалаһындағы ҡоролтай етәкселәре Мәхмүт Сәлимов менән Салауат Әхмәҙуллин ҡатнашты.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов асты. Әңгәмәлә ҡатнашыусылар данлы башҡорт батырының тормош юлын, хәрби биографияһын ентекле тикшергән һәм тыңлаусыларға бик күп мәғлүмәт еткерҙе.
Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте Президиумы ағзаһы Рәүеф Шәһиев батыр яҡташы тураһындағы яңы китап менән таныштырҙы.
«Муса Мортазиндың 125 йыллығын билдәләү уңайынан мин уның тураһында бәләкәй генә китап сығарған инем. Уҙған биш йыл эсендә бик күп мәғлүмәт туплап әлеге ошо күләмле йыйынтыҡ нәшер ителде. Уның өсөн материалдар Учалы районынан, рсепубликаның һәм Рәсәйҙең төрлө музейҙарынан тупланды. Был коллектив хеҙмәт, уны әҙерләүҙә бик күп кешеләр ҡатнашты», — тип һөйләп үтте Рәүеф Вәли улы.
Ниязбай Сәлимов Мортазиндың биографияһындағы аҡ таптарға туҡталып китте. Баҡтиһәң, уның тыуған йылы һәм айы буйынса бер нисә фараз йөрөй икән.
«Әле бар сығанаҡтарҙа Муса Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә тыуған тип бирелә. Әммә бер нисә документта икенсе дата килтерелә. Мәҫәлән, 1925 йылда үҙе тултырған анкетала 32 йәш тип күрһәтә. Һанап ҡараһаҡ, 1893 йыл килеп сыға. 1937 йыл тултырылған ҡулға алыныусы анкетаһында — 1891 йылдың 20 декабре тип бирелгән. Шулай уҡ үлем датаһы менән дә аңлашмаусанлыҡ бар. Әле ҡабул ителгәнсә, ул 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә. Ә Мәскәү архивтарының береһендә Муса Мортазиндың үлеү таныҡлығы һаҡлана. Документта 1939 йылдың 23 октябрендә 48 йәшендә үлем язаһына тарттырылды, тип күрһәтелгән. Шулай уҡ Муса Мортазиндың шәжәрәһе лә тулыһынса тикшерелмәгән. Ошо юҫыҡта эшләйһе эштәр бар әле», — тине Ниязбай Сәлимов сығышында.
Азат Ярмуллин Муса Мортазиндың яуҙаштары тураһында ентекле һөйләп үтте һәм уларһың һәр береһенең исеме мәңгеләштереүгә лайыҡ тип билдәләне. Мәхмүт Сәлимов геройҙың хәрби юлы, наградалары менән таныштырҙы. Салауат Әхмәҙуллин РФ Хәрби көстәренең Үҙәк музейында һаҡланған «Ҡыҙыл командирҙар» картинаһы тураһында бәйән итте. Яковлевтың картинаһында билдәле совет хәрби эшмәкәрҙәре менән бергә Муса Мортазин да һүрәтләнгән.
Сығыштар һуңында фекерҙәр менән алышыу барышында Түңәрәк өҫтәлдең Резолюцияһы ҡабул ителде. Унда Муса Мортазинға һәйкәл ҡуйыу, Учалы районының Көсөк ауылындағы Мортазин музейын яңыртыу һәм байытыу, «Ҡыҙыл командирҙар» картинаһының күсермәһен яһатып Башҡортостан Республикаһының Милли музейына ҡуйыу һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.

Мәғлүмәт Ҡоролтайҙың рәсми сайтынан алынды
Читайте нас: