Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 21:37

Бүздәк районы бөгөн Ҡаңлы ырыуын бер ҡорға тупланы.

Йыйынға ырыу тарихын барларға, уның күренекле шәхестәрен иҫкә алырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, киләсәккә ниәттәр менән уртаҡлашырға 91 делегат йыйылды. Уларҙың араһынан Ҡаңлы ырыуына ҡараған Башҡортостандың төньяҡ райондары вәкилдәре докладтар менән сығыш яһаны. Ошо ырыу вәкиле, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева видеояҙма аша яҡташтарына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте, Ҡаңлы ырыуына арналған поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#БашҡортЫрыуҙары#Ҡаңлы#БүздәкРайоны

Йыйынға ырыу тарихын барларға, уның күренекле шәхестәрен иҫкә алырға, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, киләсәккә ниәттәр менән уртаҡлашырға 91 делегат йыйылды. Уларҙың араһынан Ҡаңлы ырыуына ҡараған Башҡортостандың төньяҡ райондары вәкилдәре докладтар менән сығыш яһаны.
Ошо ырыу вәкиле, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева видеояҙма аша яҡташтарына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте, Ҡаңлы ырыуына арналған поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.
Тәүгеләрҙән булып һүҙ был ырыу хәрәкәте ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, Шәйехзада Бабич нәҫеленән булған Нәфирә Иҡсановаға бирелде.
Благовар районы вәкиле Элиза Шәфиева сығышын шәжәрәләргә арнаны, “Ҡаңлы ырыуының шәжәрә байрамын район кимәлендә үткәрергә йыйынабыҙ”, – тип белдерҙе.
Бүздәк районының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Алина Дулатова Ҡаңлы ырыуы вәкилдәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу тарихтарын бәйән итте.
Киләһе булып һүҙ Ҡаңлы-Төркәй ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Сәғәҙиеваға бирелде.
“Беҙ башҡорт теленең Дим һөйләшендә аралашҡан балалар менән эш итәбеҙ. Һөйләшебеҙ әҙәби телгә яҡын тора, әммә айырмалары ла бар”, – тине ул, һәм был айырмаларҙы һанап үтте: төньяҡ башҡорттары Дим һөйләшендә лар-ләр ялғауын ҡулланып һөйләшә, һ өнө урынына ҫ өнөн әйтәләр.
“Әҙәби телде белеү яҡшы, әммә ерле һөйләш тә һаҡланырға тейеш. Ике һөйләш тә беҙгә берҙәй ҡәҙерле”, – тине уҡытыусы.
Бүздәктән Зилә Мостафина сығышын ошо ерҙә тыуып-үҫкән, Башҡорт автономияһын төҙөүҙең инешендә торған күренекле сәйәсәт эшмәкәре Муллайән Халиҡовҡа арнаны, шәхестең исемен мәңгеләштереүҙең зарур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Был йәһәттән Бүздәк районында 2018 йылдан алып “Халиҡов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә, ә март айында Бүздәктәге беренсе һанлы мәктәп алдында Муллайән Халиҡовҡа бюст асыу планлаштырылған. Зилә Мостафина президиумдан шәхес исемендәге дәүләт премияһын булдырыу тәҡдимен резолюцияға индереүҙәрен һораны.
Ҡаңлы ырыуына ҡараған райондар араһында Кушнаренко ла бар. Был төбәк вәкиле Илүзә Хәммәҙиева ырыу вәкилдәре йәшәгән ауылдар тарихы менән танышрыҙы, Ҡаңлы ырыуына ҡараған башҡорт ауылдарынад йәшәүселәрҙең үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуҡтары булыуын, шулай уҡ удмурт, типтәр, мишәрҙәр менән йәнәш һәм татыу йәшәүен билдәләне.
Туймазы районы исеменән тыуған яҡты өйрәнеүсе Рафаэль Ситдиҡов сығыш яһаны. Ул Ҡандры-Ҡотой ауылының шәжәрәһе хаҡында һөйләне.
“Элек ауылда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ бер нәҫелдән булыуҙары хаҡында уйлап та бирмәгән, ә шәжәрәне өйрәнгәс, бар ауылдың бер-береһенә туған булыуҙары асыҡланған.
Ауылыбыҙға йышыраҡ ғалимдар, тарихсылар килһендәр, халыҡ менән осрашып һөйләшеүҙәр, лекциялар алып барһындар ине. Беҙҙең мәҙәниәт йорто ла яңы, иркен, унда Башҡортостандың мәҙәниәт әһелдәрен көтөп ҡалабыҙ”, – тип Ҡандры-Ҡотой ауылының сәләмен еткерҙе ул трибунанан һәм тағы ла бер хәл ителеүҙе көткән мәсьәләгә туҡталды: был ауылда мәктәп ябылған.
“Мәктәп юҡ икән, ауыл да бөтә тиҙәр. Был йәштәрҙең дә ауылда ҡалмауына сәбәп булып тора”, – тине делегат.
Ҡандрыкүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан Ҡандры-Ҡотой ауылына йыл да ял итеүселәр килеп тулыусан икән, был мәсьәләгә лә иғтибарҙы йәлеп итте Рафаэль Ситдиҡов, ял итеүҙе ойоштороу системаһын булдырыуҙы һораны.
Мишкә районынан Мөнир Нурисламовтың сығышы халыҡты йәнләндереп ебәрҙе. Бабич нәҫеленән булған Ҡаңлы ырыуы вәкиле Мишкә башҡорттарының тарихи, мәҙәни тормошо хаҡында һөйләне.
“Районыбыҙҙа башҡорттар аҙ һанлы булһа ла, беҙҙән күп күренекле шәхестәр сыҡҡан: Шәйехзада Бабич, Кирәй Мәргән, Али Карнай, Флорид Бүләков, Марат Рави, Нәфирә Иҡсанова”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Дүртөйлө районынан Мәүлимә Мөфтиева был райондың ете ауылының Ҡаңлы ырыуына ҡарауын әйтеп үтте һәм шул ауылдарҙың береһе Иҫке Байыштың шәжәрәһе менән таныштырҙы.
“Ҡаңлы ырыуының күренекле шәхестәр теҙмәһенә Фәррәх сәсән инмәгән, ошо һорауға иғтибар бирһәк ине. Ул 1944 йылда халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булған кеше”, – тине ул сығышы һуңында.
Сығыш яһаусы делегаттар тыңланғас, ҡағиҙә булараҡ, Ҡаңлы ырыуының гербын, гимнын, совет составын раҫлау үтте.
Ҡаңлы ырыуы советының рәйесе итеп Ғәли Шәғәлиев һайланды – ул Ҡаңлы-Төркәй ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы вазифаһын биләй.
Йыйын һуңында резолюция ҡабул ителде, төп ҡарарҙарға түбәндәгеләр инде:
- Башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген, телен һаҡлауҙы төп бурыс итеп алырға, милләт хаҡында хәстәрлек күрергә;
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Муллайән Халиҡов исемендәге дәүләт премияһы булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә;
- Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында уҡыу әсбаптары сығарырға;
- Ошо уҡ диалект нигеҙендә балалар баҡсаларында яңы төркөмдәр тупларға;
- Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға;
- Тамырҙарҙы өйрәнеү маҡсаты менән Шәжәрә байрамдары ойошторорға;
- Халиҡовтар араһының шәжәрә байрамын үткәрергә;
- Ҡаңлы ырыуы йәштәрен республика кимәлдендә үткән ҙур сараларға, форумдарға йәлеп итергә;
- Сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән спорт саралары уҙғарырға;
- Ырыуҙың үҙ сайтын, мәғлүмәт майҙанын булдырырға;
- Күренекле шәхестәр исемлеген раҫларға;
- 112-се башҡорт дивизияһы сафында һуғышҡан Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының исемдәрен мәңгеләштерергә;
- Ата-әсәләр менән башҡорт телен һайлап уҡытыу йәһәтенән аңлатыу эшен көсәйтергә;
- Бүздәк районы продукциялары нигеҙендә башҡорт кухняһының брендын булдырырға;
- Ҡаңлы ырыуының коммерция булмаған ойошмаһын төҙөргә.
Йыйын һуңында ғәҙәттәгесә штандарт тапшырыу үтте. Эстафетаны Баҡалы районы хакимиәте вәкилдәре ҡабул итеп алды, тимәк төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйынын киләһе булып Йүрми ырыуы ойошторасаҡ.
Читайте нас: