24 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров Әлшәй районының Шафран ауылында халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса ашығыс кәңәшмә үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн насос ҡорамалы боҙолоу сәбәпле ауылдағы 300-ҙән ашыу кеше һыуһыҙ ҡалды. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итеүенсә, тейешле деталдәр бар, ремонт эштәре башланған.
Радий Хәбтиров вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа хәлде шәхси контролгә алып, йүнәтеү эшен йылдам башҡарырға һәм иртәгә йорттарға һыу биреү ваҡыты тураһында хәбәр итергә ҡушты.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Әлшәй районының Шафран ауылында һыу булмауға бәйле ваҡиғаны үҙ ҡарамағына алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, урынға шәхсән үҙем юлланам. Һыу тәьминәтен тергеҙеү өсөн көс тә, саралар ҙа етерлек. Иртән халыҡҡа һыу буласаҡ, – тине Борис Беляев.