Тамаша М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Тап бөгөн – 1943 йылдың 23 февралендә – генерал Шайморатов Донбасс өсөн барған яуҙарҙа ҡаһармандарса һәләк була.
Постановканың нигеҙен республиканың музей фондтары, Башҡортостан Милли тарихи архивы, «Башҡортостан» киностудияһы сығанаҡтары тәшкил итә. Спектаклдең премьераһы 2020 йылдың ноябрендә булды.
Тамашанан һуң Радий Хәбиров тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
“Күңелдә – һыҙланыу һәм һуғыш геройҙарына бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт тойғоһо. Башҡорт дәүләт драма театрындағы “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен ҡарағандан һуң миндә шундай хистәр ҡалды. Эйе, генерал Шайморатов исеменең минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә булыуын бер ҡасан да йәшермәнем. Һәр замандың үҙ геройы. Шайморатов минең өсөн – ул аяуһыҙ замандағы Ысын Кеше өлгөһө. Үҙ яугирҙәрен ҡамауҙан алып сығыу буйынса хәүефле ынтылышҡа бармаһа, бәлки, ул иҫән ҡалған да булыр ине. Әммә йәшеренеп ҡалыу уның холҡонда булмаған. Шуға күрә Луганскиҙа бөтә был дәүерҙә уның исемен изге күреп һаҡлайҙар. Игелекле күршеләребеҙгә һәм дуҫтарыбыҙға бының өсөн ҙур рәхмәт! Хөрмәтулла Үтәшевкә, театрҙың барлыҡ артистарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Һәм, әлбиттә, Рәсәй Президенты Владимир Путинға рәхмәт әйтеүҙән туҡтамаясаҡмын, сөнки тап ул Башҡортостан халҡының бер нисә быуынының үтенесе буйынса Шайморатовтың досьеһын шәхсән өйрәнде һәм уға Рәсәй Геройы исеме бирҙе”.