Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле республикалағы юл хеҙмәттәренең эшен көсәйтергә ҡушты.
Көслө ел, буран сәбәпле төбәктәге юлдарҙа бер нисә юл фажиғәһе теркәлгән. Атап әйткәндә, 23 февралдә Ауырғазы районында Өфө – Ырымбур юлында 39 машина бәрелешкән. Был һәләкәттә ун кеше, шул иҫәптән ике бала имгәнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм юл хеҙмәттәре белгестәре уларҙың барыһына ла тейешле ярҙам күрһәткән.
Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы юлдарҙың айырым участкалары ябылған. Хәлгә даими мониторинг үткәрелә.
– Барығыҙҙан да үтенеп һорайым: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм иғтибарлы булығыҙ! Етди сәбәп булмаһа, алыҫ юлға сыҡмағыҙ. Юлда барғанда буран сәбәпле бер нимә лә күренмәй икән, тиҙлекте кәметегеҙ. Һуңлап, әммә имен-аман барып етеү яҡшыраҡ, – тине Радий Хәбиров республика халҡына мөрәжәғәт итеп.
Әйткәндәй, насар һауа шарттарын Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды.
"Башҡортостандың ҡырыҫ холоҡло ҡышы бирешергә теләмәй, яңынан-яңы һынау ҡуя. Бер нисә көн инде ҡаты һалҡындар дауам итә, ә юлда, айырыуса республиканың көньяғында, Урал аръяғында күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Бындай шарттарҙа иғтибарлы булып, тиҙлек тәртибен үтәмәһәң, юл билдәләре, камералар, светофорҙар ҡуйылған яҡшы трассалар ҙа хәүефле", – тип яҙҙы ул.
Мәғлүмәт Башҡортостан гәзитенән тупланды