Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Февраль 2021, 15:10

Сик

Салауат ӘБҮЗӘРСИКИл сигендә торҙом һаҡта,Теге яҡта – Ҡытай ине.Сит йолалар, ят ҡылыҡтарОшо сиктә туҡтай ине. Хәҙер инде сиктәр ҙә юҡ,Биктәр ҙә юҡ илебеҙгә.Эттәре лә, беттәре ләЭркелешеп килә беҙгә. Мин бинокль аша күргәнҠытайлылар тулған илгә.Бер килмешәк булып бараАҫабалар Туған илдә. “Дәүләт сиге ­– йоҙаҡта!” – тип,Автоматты ҡора инем.Мин ҡасандыр, ғорур баҫып,Ил сигендә тора инем...

Салауат ӘБҮЗӘР
СИК
Ил сигендә торҙом һаҡта,
Теге яҡта – Ҡытай ине.
Сит йолалар, ят ҡылыҡтар
Ошо сиктә туҡтай ине.
Хәҙер инде сиктәр ҙә юҡ,
Биктәр ҙә юҡ илебеҙгә.
Эттәре лә, беттәре лә
Эркелешеп килә беҙгә.
Мин бинокль аша күргән
Ҡытайлылар тулған илгә.
Бер килмешәк булып бара
Аҫабалар Туған илдә.
“Дәүләт сиге ­– йоҙаҡта!” – тип,
Автоматты ҡора инем.
Мин ҡасандыр, ғорур баҫып,
Ил сигендә тора инем...
Читайте нас: