Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Февраль 2021, 15:57

Радий Хәбиров байрам менән ҡотланы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауын еткерә."Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Был бөтә халыҡ байрамы рәсәйҙәрҙең барлыҡ быуындарын да берләштерә, ҡаһарманлыҡ, Ватанды һөйөү, уны һаҡларға әҙерлек символы булып тора. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#Ҡотлауҙар

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауын еткерә.
"Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Был бөтә халыҡ байрамы рәсәйҙәрҙең барлыҡ быуындарын да берләштерә, ҡаһарманлыҡ, Ватанды һөйөү, уны һаҡларға әҙерлек символы булып тора.
Беҙ хәрби хеҙмәтен намыҫ менән үтәгән, оборона-сәнәғәт предприятиеларындағы тырыш эше менән Ватандың ышаныслы ҡалҡанын нығытҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, тыл хеҙмәтсәндәренең, яугир-интернационалистарҙың, локаль низағтар ветерандарының батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Ғаилә усағын һаҡлаған һалдат һәм офицер ҡатындары, балаларын Ватандың тоғро улдары һәм ҡыҙҙары итеп тәрбиәләгән ата-әсәләр оло ихтирамға лайыҡ.
Башҡортостанда илһөйәрлек тәрбиәһенең бай традициялары барлыҡҡа килде. Беҙҙә меңдән ашыу хәрби-патриотик клуб, йәш армеецтар һәм эҙәрмәндәр отрядтары, кадет мәктәптәре һәм кластары бар. Былтыр армия һәм флотты беҙҙең республиканан туғыҙ меңдән ашыу призывник тулыландырҙы. Яҡташтарыбыҙ бөтә төр ғәскәрҙәрҙә лайыҡлы хеҙмәт итә. Беҙ ышана алабыҙ – Рәсәй Ҡораллы Көстәренең әҙерлеге тейешле кимәлдә.
Республикала, илдә тормош сәскә атһын һәм бәхетле булһын өсөн күмәкләп бөтә көстө һаласаҡбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө һәм бар яҡшылыҡтар теләйем!"
Читайте нас: