Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 00:45

Туған тел

Әхмәр Ғүмәр-ҮтәбайТӨБӨНӘН ТУМЫРАБЫҘМЫ?РФА Тел ғилеме институтында 16 февралдә уҙған Дискуссия-аналитика клубы ултырышында сығыш яһаусы Дмитрий Бондаренко РФ республикаларында дәүләт телдәрен ғәмәлдән сығарыу тәҡдиме менән сығыш яһаған.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
ТӨБӨНӘН ТУМЫРАБЫҘМЫ?
РФА Тел ғилеме институтында 16 февралдә уҙған Дискуссия-аналитика клубы ултырышында сығыш яһаусы Дмитрий Бондаренко РФ республикаларында дәүләт телдәрен ғәмәлдән сығарыу тәҡдиме менән сығыш яһаған. Республикаларға исем биргән халыҡтарҙың телдәренә дәүләт статусы биреүҙең төп маҡсаты ул телдәрҙе, тимәк ул халыҡтарҙы, тимәк ул республикаларҙы, тимәк Рәсәй Федерацияһын һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡалғанын беләме икән ул? Үҙҙәренең тарихи территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре ике Конституцияла нығытылып, дәүләтселек тарафынан яҡланмаһа, һаҡланмаһа, үҙебеҙ ултырған ботаҡты ғына түгел, тармаҡ-тармаҡ ағасыбыҙҙы ла төбөнән тумырабыҙ түгелме?
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 408-се күҙәтеү.
Читайте нас: