Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 11:40

Муса Мортазин

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ДАНЛЫ УЛЫ, ЛЕГЕНДАР КОМБРИГ, КҮРЕНЕКЛЕ ДӘҮЛӘТ ҺӘМ ХӘРБИ ЭШМӘКӘР МУСА МОРТАЗИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА 130 ЙЫЛ. Рауил БИКБАЕВ МОРТАЗИНДЫҢ ҺУҢҒЫ ҺҮРӘТЕ Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә Шартлап һынды кеүек бер ҡурай. Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән Мөлдөрәмә ҡайғы һарҡырай.

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ДАНЛЫ УЛЫ, ЛЕГЕНДАР КОМБРИГ, КҮРЕНЕКЛЕ ДӘҮЛӘТ ҺӘМ ХӘРБИ ЭШМӘКӘР МУСА МОРТАЗИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА 130 ЙЫЛ.
Рауил БИКБАЕВ
МОРТАЗИНДЫҢ ҺУҢҒЫ ҺҮРӘТЕ
Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә
Шартлап һынды кеүек бер ҡурай.
Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән
Мөлдөрәмә ҡайғы һарҡырай.

Бер битендә көйрәй даға эҙе,
Бер битендә - һалдат ҡайышының
Айылындағы йондоҙ тамғаһы...
Ҡасан бөтөр ярыу, типкеләүҙәр,
Таш төрмәнең боҙло иҙәненә
Тағы күпме ҡандар ағаһы?

Ниндәй ғәйеп, ниндәй гонаһ өсөн
Бындай тамуҡтарҙан үтәһе?
Күҙҙәрендә мөлдөрәмә һағыш:
- Юҡҡа булдымы ни бөтәһе?

Юҡҡа булдымы ни АЗАТЛЫҠ тип,
Илдең ташҡын булып ташҡаны?
Юҡҡамы ни, инҡилапты яҡлап,
Күпме яуҙар саптыҡ,
Ят яҡтарҙа
Ятып ҡалды башҡорт баштары?

Кисерегеҙ мине, кисерегеҙ,
Яуҙаштарым, ҡоралдаштарым.
Һиҙҙе күңелем, яуыз мәкер бер саҡ
Ҡара йылан булып сағаһын,
Аҡ йөҙөбөҙгә ҡара яғаһын...

Бер битендә йондоҙ ҡара яна,
Бер битендә – итек дағаһы.

Күҙҙәренән мөлдөрәмә һағыш,
Мөлдөрәмә ҡайғы эркелә.
Һуңғы һүҙен, һуңғы аманатын
Әйтә алмай китә бер кемгә.
Читайте нас: