Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 14:45

Күлдәк

Шағир, яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән бер үк көндә (29 ғинуар) тыуғанбыҙ. Осраҡлы ғына төшкән бер фотоны күргәс, шуға ихтибар иттем: бер үк күлдәк кейеп йөрөйбөҙ имеш))). Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ КҮЛДӘК КЕЙҘЕРЕҮ Бәләкәй саҡта әсәйемдең шундайыраҡ һүҙҙәрен ишетә торғайным: "Шул-шул кеше фәлән кешеләрҙә ҡунаҡта булған. Матур ҡунаҡ иткәндәр, һатта инде, күлдәк кейҙереп ҡайтарғандар..."

Шағир, яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән бер үк көндә (29 ғинуар) тыуғанбыҙ. Осраҡлы ғына төшкән бер фотоны күргәс, шуға ихтибар иттем: бер үк күлдәк кейеп йөрөйбөҙ имеш))).
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
КҮЛДӘК КЕЙҘЕРЕҮ

Бәләкәй саҡта әсәйемдең шундайыраҡ һүҙҙәрен ишетә торғайным: "Шул-шул кеше фәлән кешеләрҙә ҡунаҡта булған. Матур ҡунаҡ иткәндәр, һатта инде, күлдәк кейҙереп ҡайтарғандар..."
Торараҡ әсәйемә лә кемдәрҙер күлдәк кейҙереп ҡайтарҙы. Бүләген апайымдарға күрһәтте. Шул саҡ күлдәк тигәненең күлдәклек матур тауар икәнлеген күреп аптырауға ҡалғайным. Етмәһә, әсәйем ул тауарҙан күлдәк тегеп тә кеймәне. Хәҙер килеп "күлдәк кейҙереү"ҙең бөтөнләй башҡа мәғәнәгә эйә булғанлығын да аңлайым. Хөрмәт күрһәтеү һөҙөмтәһендә ҡунаҡ булған кешенең яңы күлдәк кейгәндәй бөтөнләй икенсе кешегә әүерелеп, шатланып ҡайтыуын шулай атайҙар икән дә. Быны аңлар өсөн яңы һатып алған күлдәкте кейеп көҙгө алдына баҫып ҡараһағыҙ, барыһын да аңларһығыҙ. Бигерәк тә ул күлдәкте бүләк иткән булһалар...

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
403-сө күҙәтеү.
Читайте нас: