Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 20:23

Бик яҡшы хәбәрҙәр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы тәҡдим иткән “Шүлгәнташ” мәмерйәһендәге палеолит осорондағы яҙмаларҙы беренсе булып асҡан Александр Рюмин исемен бирмәү, ғалим исемен башҡа ысул менән мәңгеләштереү тигән башланғысын хуплаған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Шүлгәнташ#РадийХәбиров

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы тәҡдим иткән “Шүлгәнташ” мәмерйәһендәге палеолит осорондағы яҙмаларҙы беренсе булып асҡан Александр Рюмин исемен бирмәү, ғалим исемен башҡа ысул менән мәңгеләштереү тигән башланғысын хуплаған.
Александр Рюмин бюсын “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы алдына ҡуйыу тәҡдим ителгән. Тағы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре яҙған Рюмин тормошо тураһындағы монографияны баҫтырыу хаҡында яҙылған. Бынан тыш, башҡорт ғалимы Мөхтәр Сәғитовҡа бюст ҡуйыу хаҡында тәҡдим ителгән. “Был төплө тәҡдимдәр!” – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: