– Сергей Греков Өфөнөң ҡаҙаныштары, иң мөһиме – ҡалалағы проблемалар тураһында һөйләне. Был мәсьәләләр ныҡлы уйлап хәл итеүҙе көтә. Беҙҙә әлегә тиклем таш та түшәлмәгән юлдар, үтеп сыҡҡыһыҙ ихаталар, ҡараңғыла йөрөүе ҡурҡыныс булған парктар бар. Халыҡ йылылыҡ өсөн ҡиммәт түләмгә зарлана. Был системалы проблеманы мөмкин тиклем йылдам хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Әүәлерәк әйткәнемсә, беҙгә кабинетта ғына ултырып түгел, ә проблемаларҙы урынға барып ҡарап, хәл иткән етәксе кәрәк. Сергей Николаевичтың тәүге аҙымдарын күрәм, улар ҡәтғи һәм дөрөҫ йүнәлештә яһалған. Минеңсә, депутаттар уны сити-менеджер итеп һайлап яңылышманы. Үҙемдең яҡтан баш ҡалабыҙ мэрының бөтә башланғыстарына булышлыҡ итәсәкмен. Беҙҙең уртаҡ бурыс – берҙәм эшләп, 2024 йылға Өфөгә мөһим объекттар һәм уңайлы инфраструктура бүләк итеү.