Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 13:20

Дамир Шәрәфетдинов

БӘЛӘКӘЙ ДАМИРҘЫҢ ОЛО ЙӨРӘГЕҮткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағы, туҡһанынсы йылдар башы. Илебеҙ киң билдәлелек шарттарында демократик үҙгәртеп ҡороуҙарға юл алған саҡ. Республикабыҙҙа яңы сыға башлаған “Йәшлек” гәзите биттәрендә баҫылған азатлыҡ рухы менән һуғарылған мәҡәләләрҙе, шиғырҙарҙы уҡып, күңел күтәренкелеге кисерәбеҙ, бығаса тик тарихи факт ҡына булараҡ белгән азатлыҡ, хөрриәт төшөнсәләренең ысынбарлыҡҡа әүерелеү ихтималлығын тойоп, шатлыҡ аттарына атланып урамдарҙа йөрөйбөҙ. Тап шул мәлдә элек компартия креслоһына ышыҡланып ултырып, хәҙер власҡа килеүселәрҙең үҙҙәре торған фирҡәгә бәйле үткәнде фашлауҙары, ашаған табаҡтарына төкөрөүҙәре башланғас, ҡәләмдәшебеҙ Дамир Шәрәфетдинов шундай шиғыр юлдары яҙып тетрәтте:

БӘЛӘКӘЙ ДАМИРҘЫҢ ОЛО ЙӨРӘГЕ
Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағы, туҡһанынсы йылдар башы. Илебеҙ киң билдәлелек шарттарында демократик үҙгәртеп ҡороуҙарға юл алған саҡ. Республикабыҙҙа яңы сыға башлаған “Йәшлек” гәзите биттәрендә баҫылған азатлыҡ рухы менән һуғарылған мәҡәләләрҙе, шиғырҙарҙы уҡып, күңел күтәренкелеге кисерәбеҙ, бығаса тик тарихи факт ҡына булараҡ белгән азатлыҡ, хөрриәт төшөнсәләренең ысынбарлыҡҡа әүерелеү ихтималлығын тойоп, шатлыҡ аттарына атланып урамдарҙа йөрөйбөҙ. Тап шул мәлдә элек компартия креслоһына ышыҡланып ултырып, хәҙер власҡа килеүселәрҙең үҙҙәре торған фирҡәгә бәйле үткәнде фашлауҙары, ашаған табаҡтарына төкөрөүҙәре башланғас, ҡәләмдәшебеҙ Дамир Шәрәфетдинов шундай шиғыр юлдары яҙып тетрәтте:
Тик шуныһы: көтөү боролғанда
Алға сыға малдың аҡһағы...
Заман һулышын тәрәндән тойған шағирҙың һүҙҙәре был. Ысынлап та, тап ул әйткәнсе килеп сыҡты ла инде. Яҡты киләсәккә, коммунизмға табан барған илебеҙ кинәт 180 градусҡа боролоп, килгән яғына кирегә боролғайны, иң артта һөйрәлеп килгән аҡһаҡ-туҡһаҡтар иң алда булып сыҡты. Беҙ, ҡалаларҙы төйәк итеүсе ижад әһелдәре, барыбыҙ ҙа, ауылдарҙа тыуып үҫһәк тә, хатта ҡайһыларыбыҙ көтөүсе булып эшләһәк тә, был хаҡтағы фәлсәфәне фәҡәт һөнәре буйынса зоотехник, йөрәге ҡушыуы буйынса шағир Дамир Шәрәфетдинов ҡына әйтә алырын һүҙһеҙ таныйбыҙ. Шиғриәт уның һөнәрҙәштәре менән бай: унда “быҙауҙарҙың зәңгәр күҙҙәренә” һоҡланған Сергей Чекмарев та, “япраҡ елдәре” иҫкәнен ишетә алған Рауил Ниғмәтуллин да бар.
Телефон аша таныштыҡ
Дамир менән танышыуым ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Ул саҡта мин яңы ғына әрменән ҡайтып, “Ағиҙел” журналында эшләп йөрөйөм. Баш мөхәррирҙең ҡушыуы буйынса подписка ойоштороу маҡсатында Белорет ҡалаһына һәм районына командировкаға юлланырға тейешмен. Кемгәлер күҙ төбәп барырға кәрәк бит инде. Ошо маҡсатта районда башҡорт телендә яңы сыға башлаған “Урал” гәзите редакцияһына шылтыраттым. Трубканы алып, яуап биреүсенең иң тәүҙә ҡыҙҙарҙыҡына тартым үҙенсәлекле яғымлы тауышы диҡҡәтемде үҙенә тартты. Бер тыңлағанда уҡ иҫтә ҡалырлыҡ, башҡа берәүҙеке менән дә бутамаҫлыҡ тауыш. Эйе, нәҡ үҙе – бөтә илгә таныш булған шахмат буйынса чемпион Анатолий Карпов үҙе бит. Һуңынан тағы ла бер нисә кеше уның тауышын Карповтыҡы менән бутауы хаҡында әйтте. Туҡта, ул бит башҡортса һөйләшә түгелме? Етмәһә, “анта-мынта”һын да ҡыҫтырып ебәрә. Был факт тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндерҙе. Уғата аптыратҡаны шул: “Карпов”, ниңәлер, үҙен Дамир Шәрәфетдинов тип таныштыра бит әле.
Ярар, таныштыҡ. Киттем Белоретҡа. Редакцияға барҙым. Хәҙер инде Дамир менән күрешеп һөйләштем. Ул ауыл хужалығы институтының зоотехния бүлеген тамамлаған. Дүрт йыл Орел өлкәһендә алған һөнәре буйынса эшләп ҡайтҡан. Унда институттан йүнәлтмә буйынса барған. Ҡайтҡас та, уны яңы сыға башлаған башҡортса район гәзитенең баш мөхәррире, күренекле шағирә Гүзәл Ситдыҡова эшкә саҡырған. Улар ең һыҙғанып яңы баҫманы ижад итә башлай, уны уҡымлыраҡ итеү йәһәтенән район ауылдарында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрә, гәзиттең тиражы ла байтаҡ булып киткән. Дамир үҙенең һөнәре, эш тәжрибәһе, донъяға ҡарашы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына, тәбиғәткә, шиғриәткә мөхәббәтле мөнәсәбәте менән баҫмаға ниндәй интеллектуаль көс булып өҫтәлгәнен күҙ алдына килтереп була. Район гәзитендәге ижади башланғыстарын Дамир һуңынан “Йәшлек” гәзитендә, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Тамаша”, “Ағиҙел” журналдарында киңерәк планда дауам итә, белешмә, һүҙлек сифатында айырым китаптар ҙа баҫтыра.
Кискеһен редакцияға күрше генә йорттағы фатирға барҙыҡ. Дамир шунда йәшәп ята икән. “Урал” гәзитенең хеҙмәткәре, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина уға ошо фатирҙа йәшәргә рөхсәт итеп, үҙе башҡа фатирға күскән. Бик ихлас әңгәмәсе булып сыҡты яңы дуҫым. Һөйләшеп һүҙ бөтмәне, бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡыштыҡ.
Миңә уның яҙғандарының шул тиклем тәбиғи хисле, ихлас, ябай, шул уҡ ваҡытта кинәйәле, халыҡсан булыуы үҙенә тартты. Үҙе уҡыуында шиғырҙары үҙәккә үтерлек яңғырай. Ни тиһәң дә, үҙе кисергән тойғолар, хистәр шауҡымы бит инде. Бигерәк тә тәбиғәт тураһындағы шиғырҙары, мөхәббәт лирикаһы ҡабатланмаҫ яңғырашта. Автор уларҙа уҡыусыны шаҡ ҡатырырға ла, оригиналь булып күренергә лә тырышмай, һәүетемсә генә үҙенең йөрәген уҡыусыға асып һала. Әйткәндәй, һуңынан да тәбиғилек һәм һәүетемсәлек уның шиғриәтенең төп үҙенсәлеге булып йөрөйәсәк әле. Шағир шаҡҡатыризмдар, ҡатмарлы образдар менән мауыҡмай, үҙе тойған, белгән донъя, төшөнсәләр хаҡында тигеҙ, әкрен тауышы менән бәйән итә. Уның шиғырҙары ҡолаҡтарҙы ярмай, тыныс ҡына күңелгә килеп инә лә, һуңынан ғына дөһөрләүе ишетелә. Халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың “Йәшен йәшнәй тәүҙә, ә күкрәүе ишетелә бары һуңынан...” тигән шиғыр юлдары нәҡ Дамирҙың шиғри асылы хаҡында ла әйтелгән һымаҡ. Хәйер, шиғри асылы ғынамы икән? Әле килеп, шағир баҡый донъяға күскәс тә, йәшендәй йәшнәп үткән ғүмеренең тәүге күкрәүҙәре ишетелгән саҡта ғына арабыҙҙа кемдең юҡлығын нығыраҡ аңлай барабыҙ.
...Үгеҙҙе мөгөҙөнән шаҡара тоттоҡ. Тәүге осрашыуҙа уҡ шиғри ҡульяҙмаһын Башҡортостан яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тәҡдим итергә тигән фекергә килдек. Дамир тиҙ арала шиғырҙарын китап итеп туплап, машинкала баҫтырып миңә бирә лә, мин артабан уны хәрәкәткә килтерергә, секцияға тәҡдим итергә бурыслымын.
Барыһы ла башта беҙ ҡорған план буйынса барҙы. Дамир ҡулъяҙмаһын ҡосаҡлап, елдереп Өфөгә килеп тә етте. Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәкселеге менән берлектә ултырыш көнөн дә билдәләнек. Мине лә, секция ағзаһы булмаһам да, ултырышта Дамирҙың яҡлаусы оппоненты булараҡ сығыш яһарға рөхсәт иттеләр.
Көнө-сәғәте еткәс, Яҙыусылар союзы бинаһында йыйылып, Белорет тарафтарына төбәлеп ултырҙыҡ. Бер сәғәт үтте, ике, Дамир килмәне лә ҡуйҙы. Аптырағас, Белоретҡа, редакцияға шылтыраттыҡ. “Дамир ней Өфөгә, шиғриәт секцияһында ҡулъяҙмаһын тикшертә китте”, тип яуап бирҙеләр.
Иртәгәһен тағы ла шылтыратып ҡараным. Эшендә юҡ. Берәй хәл булдымы икән, тип уғата борсолдоҡ. Редакцияла ла уны дыу килтереп эҙләйҙәр. Шул борсолоу менән тағы бер көн үтте. Юғалыуының өсөнсө көнөндә генә Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдыҡова уны тыуған ауылы Көнбәлә, ата-әсәһенең өйөндә барып тапты.
Ул ваҡытта беҙҙең быуын ағай-энеләре араһында “Сибайҙа йөрөү” төшөнсәһе бар ине. Кемдер берәү күңел асыу юлында йөрөһә, уны мәрәкәле кинәйә менән “Сибайҙа йөрөй” тип әйтә инек. Юҡ, Дамир был юғалғанында Сибайҙа йөрөмәгән. Һуңынан белештем. Секцияға тип Өфөгә табан электричкаға ултырған ул. Тик вагонда яҡын туғаны вафат булыусы танышын осратҡан да, уның хәлен еңеләйтер өсөн тегенең тыуған ауылына барып, йыназала ҡатнашып, ярҙамлашып йөрөгән.
Үкенескә күрәме, әллә киреһенсәме, Дамирҙың асылын, улай ғына ла түгел, киләсәген, яҙмышын билдәләгән хәл-ваҡиға тап ошонда сағыла ла инде.
Беҙ нәфсе төшөнсәһен тик бер сифатта ғына күреп өйрәнгәнбеҙ. Әммә дини тәғлимәттә нәфсенең кеше үҫеше өсөн булышлыҡ итеүсе яҡтары хаҡында ла әйтелә. Нәфсенән бөтөнләй азат булған әҙәм балаһын күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр. Философтар “Үҙ-үҙен яратмаған кешене башҡалар ҙа яратмай”, – ти. Күрәһең, Дамир был төшөнсәнең ана шул яҡтарын баһалап бөтмәгәндер. Был йәһәттән уны Буранбай Исҡужиндың шиғырындағы “команда”ға индереп булалыр, моғайын:
Тирә-йүндә таяныс та тапмай,
Хаҡлыҡ эҙләп китеп барғандар;
Кеше һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып,
Кисеү күрмәй итек һалғандар;

Һөйгәненең нурлы йөҙҙәренән
Дөмә һуҡыр булған мәжнүндәр;
Ҡарт-ҡороға ярҙам итеп йөрөп,
Поезынан ҡалған "мәймүндәр";

Урлай, уйнай белмәгәндәр,
Йырлай белмәгәндәр сит көйгә;
Ала белмәгәндәр, һата белмәгәндәр,
Ҡайта белмәгәндәр сит өйгә -

Йыйналышығыҙ бөгөн минең янға,
Ултырайыҡ бер аҙ серләшеп,
Күңелдәрҙә ҡалған йән йылыһын
Һүнеп барғандарға өләшеп.

Айыҡ аҡыллылар, донъясылдар
Беҙһеҙ бер көн йәшәп ҡалһындар,
Беҙгә һала торған яраларҙы
Бер-беренә бүлеп һалһындар.
Үҙе өсөн йәшәй белмәне
Белмәйем, башҡорт телендә уның был сифатын аңлатҡан һүҙ, төшөнсә юҡтыр ул. Урыҫса уны “жертвенное благодушие” тип кенә атап булалыр. Дамир үҙ-үҙен ҡорбан итеп, үҙ мәнфәғәтенә зыян килтереп булһа ла, башҡаларға яҡшы булһын, тип тырышып йәшәне. Ул заманда шундай лаҡап та йөрөнө. Имеш, Дамир ата-әсәһе, башҡа туғандары, дуҫтары менән поезд вагонына ултырған да, үҙенең туйына китеп бара икән. Шул саҡта вагонда ул әллә ҡасанғы замандағы бер дуҫын осратҡан да, уның күңелен уйлап, дуҫы менән бергә вагондан төшөп ҡалған, имеш. Әлбиттә, был хәл булмаған, ул ысынбарлыҡҡа тура килмәй, шулай ҙа үҙе хаҡында бөтөнләй уйлай белмәгән, үҙе өсөн йәшәмәгән Дамирҙың образы ярылып ята бында.
Өҫтәүенә, ҡәләмдәшебеҙ үтә лә тура һүҙле булды. Сәсән телле дуҫыбыҙ Әкрәм Ҡәйепҡолов бер мәл уның хаҡында бына нимә тигәйне: “Дамир бүре холоҡло. Ә бүреләр өйрәтеүгә бармай. Хатта бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай. Ул кәпәслеләргә лә, кәпәсһеҙҙәргә лә, кемлеген дә ҡарап тормайынса, тура бәреп, нимә уйлағанын әйтә. Артабан нимә булыры хаҡында уйлап та бирмәне...”
Тураһын әйткән хатта туғанына ла ярамай шул. Дамирҙың был сифатына тормошонда күп кенә уңайһыҙлыҡтар яһаны яһауға, әммә дуҫыбыҙ был ғәҙәтенән бер иле лә сигенмәне, Брест крепосын һаҡлаған совет һалдаты кеүек ҡатғыл торҙо. Әйткәндәй, үҙ һүҙен бирмәгән ҡатғыл ҡатай булды ул. Ун, егерме, утыҙ кеше йыйылған коллективта ла, ул бер үҙе үҙенең фекеренә тоғро ҡалып, тотош коллективҡа ҡаршы сыға алды.
Эгоизм тойғоһо ла уға ят ине шул. Үҙе хаҡында ҡәләмдәштәре, халыҡ араһында һөйләнелгән лаҡаптарға, имеш-мимештәргә ҡарата ла ошо “Лаҡап” шиғыры менән яуап биргәйне:
Афаринһың, Дамир, тиеп
Үҙемде ҡуям маҡтап, –
Һинең хаҡта ил телендә
Әҙме ҡуйыра лаҡап!
Чапай тарихынан беләм:
Халыҡ хәтере оҙон...
Бәлки, оҙаҡ та йәшәмәҫ
Яҙып ҡалдырған һүҙем.
Тик оҙон ғүмерле булыр
Минең турала һүҙҙәр!
Ана шундайҙы донъяла
Халыҡ шағиры тиҙәр...
Баш ҡала Дамир өсөн ғүмеренең аҙағынаса “дөйөм ятаҡ” булып ҡалды. Мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләкте лә һуңғы юлына баш ҡалабыҙ дөйөм ятаҡтан оҙатты. Төрлөсә уйлап ҡарайым да, уйҙарымдың осона сығып етә алмайынса, үҙемде шундай һүҙҙәр менән йыуатып ҡуям: күрәһең, мәңгелектең түрендә була торған йән эйәләренә һағым ғына булып тойолған алдыҡ фани донъяла өй, фатир, йорт кәрәкмәйҙер. Бәлки улар быларға өлгәшеү тураһында уйлап та бирмәйҙер.
Башҡа төрлө итеп уйлар инем дә, улай булғас, ҡайҙан килә һуң, Рәйес менән Дамирҙа шиғри ауаздашлыҡ, фекер уртаҡлығы?
Рәйес Түләк үҙенең “Баймаҡҡа йыр” шиғырында:
Һөйөнәм дә, көйөнәм дә
Һинән киткән мәлемә.
Мин бит мәңгегә китмәнем, –
Бер ҡайтырмын (мәңгегә),
тиһә, Дамир Шәрәфетдинов үҙенең “Зыяратта” шиғырында:
Ниңә әле ҡайтҡан һайын йәндә
Шул бер үк моң китә яңғырап?..
Мине ерләр быуын үҫмәгән дә –
Сабырыраҡ, зинһар, ян йөрәк...
Етмәһә, Дамир үҙенең киң билдәле “Икеләнеү” шиғырында:
Ысынмылыр, бушмы: бер ғүмерҙе
Өҙә, тиҙәр, йондоҙ, атылып;
Кешеләргә йылдар вәғәҙәләй
Май айында кәкүк саҡырып...
Буштыр, сөнки моңом сәбәпсеһен
Яратыр инемме – йәшенде?
Ниндәй йондоҙ ҡорбан итһен үҙен,
Юйыр өсөн минең исемде? –
тип хатта фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәп-мөҙҙәтен дә йондоҙ атылыу шарты менән шик аҫтына ҡуя. Уйлап-уйлап ҡуям да, ҡәҙимге, тигеҙ, һил тормошта бындай юлдарҙы яҙып булмайҙыр ул тип уйымды йомғаҡлайым. Рәйес тә, Дамир ҙа был юлдарын яҙған саҡта түҙеп торғоһоҙ тән ауыртыуына йә йән һыҙлауына дусар булғандарҙыр тием. Сөнки һыҙланмайынса илап, шатланмайынса йылмайып булмаған һымаҡ, был юлдарҙың аҫтында тәрән һыҙланыу ятҡанлығы үтәнән-үтә күренеп тора.
Беҙ, башҡалар баш ҡалала фатирлы, мөйөшлө, Рәйес әйтмешләй, “баррикада табутлы” булырға ынтылып йәшәгән саҡта, ҡәләмдәштәребеҙ, шул иҫәптән Дамир ҙа, мәңгелек ҡапҡаларын ҡаҡҡандар. Юҡҡа ғынамы Дамир “Һүнеү” шиғырын шундай юлдар менән башламаған:
...Зиһендәрем микән илап тамам туҙған –
Нишләп бында мин гел өҫтә күргән йыһан?
Мәрхәмәтле ҡулын буғай Хоҙай һуҙған,
Мәңгелеккә йондоҙлоҡҡа, тимәк, сумам...
Ул йондоҙлоҡто Дамир “Мөхәббәт йондоҙлоғо” тип атаған. Шул исемдәге поэмаһы ла бар.
Ә бит Рәйестең дә, Дамирҙың да баш ҡалала фатирлы булып йәшәр өлөштәре, быға өлгәшер мөмкинлектәре булды. Тимәк улар быға әһәмиәт бирмәгән икән, һис юғы уларҙың ғаиләләре, балалары хаҡына йәмәғәтселек, шул иҫәптән беҙ хәстәрлек күрергә тейеш инек бит. Хәҙер нимә тип әйтергә инде; был һүҙҙәр ҙә аҡланыу ғына булып яңғырай һымаҡ.
Бер мәл шулай ҙа Дамирҙан: “Пенсияға сыҡҡас, нимә эшләргә уйлайһың?” – тип һорай ҡуйҙым. Ул: “Ауылға йәшәргә ҡайтам. Һеҙгә, ҡала мещандарына ғына фатиры, башҡаһы кәрәк”, – тип автоматик рәүештә яуап бирҙе. Был хаҡта яҙғаным булды: Рәйес мәрхүм дә һәр ваҡыт, хатта һуңғы тапҡыр осрашҡанда ла, тыуған ауылыбыҙға йәшәргә ҡайтайыҡ, тип туҡтауһыҙ ҡабатланы.
Яңылыш шылтырата яҙҙым...
Уның ҡарауы, буйға бәләкәй булһа ла, оло йөрәкле ине Дамир дуҫыбыҙ. Үҙендә булған әйберҙеме, аҡса булһынмы, туҡтауһыҙ башҡаларға өләшә генә белде. Үтә лә йомарт ине ул. Үҙендә булмаһа булмаһын, башҡаларға ғына ҡыйынға тура килмәһен. Хәс тә Буранбай Исҡужиндың Йомабайы кеүек:
Йомабай тиҙәр уны,
Бик ябай тиҙәр уны,
Бурысҡа нимә алһаң да
Һорамай тиҙәр уны.
Тәүге ынтылыш уңышһыҙ килеп сыҡһа ла, шиғриәт секцияһында уның шиғырҙарын тикшерҙек. Дамир үҙе лә Өфөгә, “Йәшлек” гәзитенә эшкә күсте. Артабан “Шоңҡар”, “Тамаша”, “Сельские узоры”, “Ағиҙел” журналдарында хеҙмәт итте. Барыһы ла уның менән аралашырға, дуҫлашырға ынтылып ҡына торҙо. Барыһына ла асыҡ булды ул. Яһалма була белмәне. Өфөлә тапҡан яңы дуҫтары, ижадташтары Мөнир Ҡунафин, Рәлис Уразғолов, Сибәғәт Рахманғолов, Салауат Әбүзәр, Нур Ҡәҙербаев, Зәйтүнә Әйле, Салауат Кәримов, композитор Айрат Ғайсин, өлкән быуын шағирҙары Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәмил Йәнбәк, Әхмәҙин Әфтәх һ.б. менән ғүмеренең ахырынаса дуҫ булып ҡалды ул. Дуҫлыҡҡа тоғролоҡло булды Дамир. Дөрөҫөрәге, дуҫтарының “ҡоло” булды, күберәген уларҙың мәнфәғәтен алға һөрөп йәшәне. Был йәһәттән ҡыҙыҡлы ғына бер хәтирә.
Шул уҡ “Аиҙел” журналында эшләгәндә эш көнө бөтөүгә табан бер бүлмәлә тиҫтерҙәр йыйылдыҡ: Рәмил Ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәйес Түләк, Дамир Шәрәфетдинов, Рафиҡ Ҡунаҡбаев. Шул саҡ бүлмәбеҙгә журналдың баш мөхәррир урынбаҫары Рәшит ағай Солтангәрәев килеп инде лә, үҙенә хас нотала һәр ҡайһыбыҙға бармаҡ менән төртөп күрһәтә башланы: “Иртәгә минең баҡсаға ҡоҙоҡ ҡаҙырға бараһығыҙ, тәк, һин бараһың, һин бараһың, һин бараһың...”, – тип һәр ҡайһыбыҙға бармаҡ менән төртөп күрһәтеп сыҡты ла, сират Дамирға килеп еткәс, туҡталып, бер аҙ пауза яһаны ла: “Һин дә бараһың, картуф булһа ла әрсеп ултырырһың!”, – тип һүҙен тамамланы.
Иртәгәһенә иртәнсәк әйтелгән ваҡытҡа аэропорт юлындағы “Ял кафеһы” туҡталышындағы ағайҙың баҡсаһына йыйылдыҡ. Бер аҙҙан ауыр сумкаһын күтәреп Рәшит ағай ҙа килеп етте. Ашығыс эштәре килеп сыҡҡан икән, шуға күрә беҙгә үҙаллы ғына ҡаҙырға тура киләсәк. Ул: “Бына һеҙгә көрәк, лом, бырау, бынау сумкала һый, кис мин килеүгә ҡоҙоҡ әҙер булһын”, – тип ҡәтғи әмерен бирҙе лә, Өфө яғына ҡуҙғалды.
Беҙ еңел һулыш алдыҡ. Көн тәҡәтһеҙ эҫе. Шулай ҙа эште башларға ҡарар иттек, әммә көрәк, лом, бырауҙан түгел, ә сумканан. Ағай байтаҡ ҡына тейәп килтергәйне ҡатыһын да, мытыһын да тигәндәй. Ҡыҫҡаһы, Дамир бер үҙе тиерлек ҡоҙоҡто ҡаҙып бөтөрҙө. Картуфты ла ул әрсене.
Нимәгә тотонһа ла, барлыҡ эштәр ҙә ҡулынан килә ине Дамирҙың. Беҙ бөгөн барыбыҙ ҙа дыу килешеп социаль селтәрҙәр, ватсап аша йәнле аралашабыҙ. Дамир был мөмкинлекте 90-сы йылдарҙың башында уҡ үҙләштереп, дуҫтары менән чат төҙөп, зеүелдеге сығара ине. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән тәржемәселәр конкурсында ҡатнашып еңеп сыҡты.
Минең өсөн ул “онлайн-энциклопедия” булды. Тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә шылтыратып, һәр өлкәгә, бигерәк тә ҡоштар, үләндәр, йәнлектәр, хайуандар донъяһына ҡараған теге йәки был һүҙҙең, төшөнсәнең башҡортсаһы йә урыҫсаһы нисек була, тип һорауым бурыс – шундуҡ яуабын да ала торғайным. Яңыраҡ бер мәҡәлә яҙғанда тағы ла бер һүҙгә белешмә кәрәк булды ла. яңылыштан автоматик рәүештә Дамирға шылтырата яҙҙым.
Уның “Ҡәләмдәш дуҫтарға” тигән шиғырын уҡығанда шатланаһың да, күҙгә йәштәр ҙә тығыла.
Беҙ инек – саф күҙ инек,
Холоҡташ игеҙ инек...
Бер-беребеҙгә ҡот инек тә,
Кәрәктә – тос һүҙ инек.
Беҙ инек – илдәш инек,
Заманға көндәш инек,
Аҡһаҡалға тиңдәш инек,
Үҙебеҙ йәп-йәш инек.
Беҙ инек – берҙәм инек,
Тотошлай йәм, сәм инек...
Ҡай арала таралдыҡ та,
Ни арала кәменек?
Беҙ инек – хисле инек,
Һүрелмәҫ төҫлө инек.
Кемлекте иҫләргә ҡалды,
Болоҡһоу кискә инеп:
Кем инек беҙ, кем инек?!
Урланмайса ҡалған алма
Кешенең, бигерәк тә ижад әһеленең кемлеген белгең килһә, уның тыуған яғын барып күр, тиҙәр. Миңә бик күп тапҡырҙар Дамирҙың тыуған ауылы Көнбәлә булырға, ата-әсәһе, туғандары, бергә уйнап үҫкән дуҫтары менән аралашырға тура килде. Йәмле йүгерек Инйәр буйында бейек тауҙар, ҡаялар, әҙәм аяғы баҫмаған шырлыҡ урмандар менән уратып алынған уның ауылы. Тап шул тәбиғәт һылап-һыйпап ҡылыҡһырлаған да инде Дамирҙың холоҡ-фиғелен, шиғри асылын. Бындай урындарҙа тыуып үҫеүселәрҙең холҡондағы ябайлыҡҡа яҡын ҡырыҫлыҡ та, көтөлмәгән ярһыулыҡ та, Дамир әйтмешләй, тәбиғилеккә йәшеренгән ауһарлыҡ та аңлашыла. Бәс, башҡа төрлөсә булһаң, бер яҡтан ҡарағанда илаһи ла, икенсе яҡтан ҡарағанда ҡырағай ҙа булып тойолған төбәктә йәшәй ҙә алмайһың.
Ижади шәхес булараҡ Дамир миңә фәҡәт тыуған ауылы Көнбәлә нығыраҡ асылды. Уларҙың өйө ултырған урындан бер-ике саҡрым ситкә китһәң, шырлыҡтарҙа мәңгелеккә аҙашырға, бүрегә, һеләүһенгә йә айыуға тап булып, ҡазаланып ҡалырға мөмкинһең. Бында далалағы кеүек ирәүәнләнеп йөрөй ҙә алмайһың, һәр ваҡыт өҫтөңә ябырылыр затты көтөп йәшәйһең. Бер үк ваҡытта ундағы илаһи матурлыҡты ла күреп, һоҡланыуыңдан телдән яҙырлыҡһың.
Әгәр ҙә Дамирҙың ижадын ошо күҙлектән үткәреп ҡараһаң, бөтөнләй башҡаса донъя хасил була. Был йәһәттән ижадсының шиғриәте айырым өйрәнеүсеһен көтә. Кем белә, бәлки уның ижадына бирелгән төп баһа ла тап ошо йүнәлеште тәшкил итер. Мин, мәҫәлән, шағирҙың поэмаларын, атап әйткәндә, “Сәскәлек”, “Урман”, “Мөхәббәт йондоҙлоғо”, “Ташландыҡ баҡса”, “Гармунсы” әҫәрҙәрен өр-яңы күҙлектән ҡарап яңынан уҡығанда шул йүнәлеште төҫмөрләнем. Уның тәүге яҙылған поэмаһы “Сәскәлек” тип атала һәм ул шундай юлдар менән башлана:
Мин сәскәлек донъяһына киттем,
Кешелектән бер аҙ төңөлөп.
Илселеккә алдым күбәләкте,
Тылмас ине йәйге таң еле.
Ул илдәргә, ай-һай, инеүҙәре!–
Ҡайһылай ҙа йыраҡ, ят икән.
Сисә һалмай улар эс серҙәрен, –
Ут күршеләр булған саҡ үткән.
Шаҡыным да серле нур көмбәҙен,
Үтер өсөн рөхсәт һораным.
Тәбиғәттең ҡандай саф күҙҙәре
Шундай сәйер итеп ҡараны!..
Һәр сәскәнең, һәр ҡыяҡтың атамаһын ғына түгел, уларҙың телен дә, тормош фәлсәфәһен дә аңлау һәләтенә эйә шағир. Гүйә, ул донъялыҡ мәшәҡәтенән арынып, сәскәлектә мәңгелеккә онотолорға теләй. Әммә унда ла күңел тыныслығы таба алмайынса кире кешелеккә ҡайтырға мәжбүр:
Сәскәлектән инде тамам биҙрәп,
Кешелеккә кире ашығам.
Бар донъяға кәрәкмәгән серҙәр
Бер миңә һуң – атаң башына?
“Ташландыҡ баҡса” поэмаһы илебеҙҙең ХХ быуаттағы үткәне хаҡында. Дөрөҫ, автор был әҫәрендә совет дәүере хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәй, бары тик ҡасандыр гөрләп ултырған баҡсаның ташландыҡ рәүешенә килеүен һүрәтләүе аша илебеҙ үткәненең тотош дәүерен һынландыра:
Ташландыҡ тип ҡарап тормаҫ әле,
Саф яҙ менән аҡ нур булып уйнар.
Тағы кемдәр уның ошо мәлен
Тәүге һөйөү йыры тиеп уйлар.
Шат ҡоштарҙың бөтмәҫ сыр-сыуҙары
Яңы туйҙар ҡорор бешәлектә.
Күсмә ҡошҡа ниңә баҡса зары?
Был сүплектә улар – ҡорт күплектән.
...Беҙгә лә бер тормош мөһөр тағыр:
Кем – баҡсасы, ә кем – һағауыл ҡарт.
Их, был ғүмер – сабый саҡтарҙағы
Урланмайса ҡалған алма һымаҡ!...
“...Ғүмер – сабый саҡтарҙағы урланмайса ҡалған алма һымаҡ...” Тағы ла Рәйес Түләк менән ауаздашлыҡ, уның “Ғүмер” тигән шиғырындағыса:
...Бына кеше ята. Бар офоғо
Тәҙрә уйымындай.
Һәм ҡоршала офоҡ... Эй был тормош
Бала уйынындай...
Һәр шағирҙың, яҙыусының “Аҡҡош йыры”, төп әҫәре йәки бер нисә әҫәре була тиҙәр. Рәми Ғариповтың “Туған тел”, Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғыры, Рәйес Түләктең “Ҡашмау”, “Яныу” поэмалары һымаҡ Дамирҙың да бар ундай әҫәрҙәре: “Сәскәлек”, “Урман”, “Ташландыҡ баҡса” поэмалары. Улар һәр ҡайһыһы айырым әҫәр булараҡ та ҡабул ителә, шул уҡ ваҡытта өсөһө бер бөтөндө, тематик берҙәмлекте тәшкил итә, бер-береһенең дауамы булып тора. Кешелектән, донъялыҡтың күңелен, тойғоларын һанға һаҡмаған күренештәренән ғарыҡ булған шағир һыйыныр урын эҙләп тәүҙә сәскәлеккә, унан һуң урманға барып һыйыныр урын эҙләп ҡарай. Атаҡлы сәйәхәтсе Тур Хейердал һымаҡ. Әммә һуңынан быларҙың барыһын да ташландыҡ баҡса ғына булғанлығын аңлай. Уйлаһаң, уйылып китерлек күренеш. Күңел ҡайтыуҙарының ошондайҙары ла була икән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан тап “Урман”да шағир күңел тыныслығын таба ла инде:
Тауҙар менән ҡарурмандар иле!
Күңелем минең һиңә оҡшаш, буғай:
Тыштан ябай – зәңгәр-йәшкелт кенә,
Ҡырыҫ һәм тын,
Эстәренә инһәң,
Мең-мең төрлө төҫ-тауыштар уйнай.
...Һинең фиғел миндә, серле урман! –
Сыбарлыҡтан күпме миктәне йән.
Бына тағы асылыңа сумам,
Үҙ-үҙемде эҙләп һиндә, һаман
Сабырлыҡҡа һинең башым эйәм.
Ҡабул итеп, пак түреңә үткәр.
Аңлап ҡарар аҙашҡан бер улың:
Ҡайҙан һиндә мәңге йәшәр көстәр,
Тын мәғрурлыҡ, йырлап торған хис-дәрт,
Ҡайҙа илтә бөтмәҫ ғүмер юлың?
Киләсәктә әҙәбиәт белгестәре Дамирҙың тап ошо өс поэмаһына иғтибар итер тигән өмөттәмен. Улар Мостай Кәримдең өс драматик әҫәрҙәренән (“Ташлама утты, Прометей!”, “Ай тотолған төндә”, “Салауат”) торған триптихына ла, Зәйнәб Биишеваның өс романдан торған (“Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш”) трилогияһына ла оҡшамаған, әммә уларҙа дуҫыбыҙ шағир Дамир Шәрәфетдиновтың азатлыҡҡа табан күңел талпынышы сағылыш тапҡан.
Осрашҡандарҙыр
Дуҫтарым Райман Ишбаев менән Рәйес Түләк ғүмерҙәренең аҙағында икәү-ара ниндәйҙер идея-ниәт менән йәшәнеләр һымаҡ. Раймандың машинаһына ултырып Өфө буйлап елдереп тә йөрөнөләр, һәр хәлдә, икеһенең дә ҡылын тартып ҡараһам да, ваҡыты еткәс үҙең белерһең, тигән һымағыраҡ ишара менән серҙәрен сисмәнеләр. Шулай итеп, бер-береһенән 4 айға ғына ҡалышып, баҡыйлыҡҡа күстеләр.
Был хәл осраҡлы ла булып тойолор ине, әммә Сабир ағай Шәрипов менән Дамир Шәрәфетдиновтың да ысын доньяға уҙышып үтеүҙәре тетрәндерҙе. Ни өсөн тигәндә сәбәптәре булмаған көйө, Харис ағай Сәғитов машинаһы менән баҡсаһынан алып киләм, тип барғанда ла, Дамир Сабир ағайҙы һуңғы юлға оҙатырға килмәне лә ҡуйҙы. Быны вайымһыҙлыҡ тип тә атарға мөмкин булыр ине. Әммә һуңынан Дамирҙан ни өсөн килмәүе хаҡында һорашҡайным, ул тыныс ҡына итеп:"Беҙ бит Сабир ағай менән һөйләшеп килештек”,– тине лә ҡуйҙы. Баҡыйлыҡ хәлдәре, унда күсеү йолалары башҡасараҡ, күрәһең. Яҡташы, дуҫы, яҡын ағаһы, Баҡый ауылы уҙаманы Сабир ағайҙың рухы менән бөгөн дуҫыбыҙҙың йәне баҡыйлыҡта осрашҡандыр инде.
Алдан һөйләшеп килешкәнсә...
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: