Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 21:12

Юғары уҡыу йорттарының берләшеүе хаҡында.

Башҡортостанда Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыуҙар дауам итә. Быға арнап бөгөн “Коммерсантъ-Башҡортостан” баҫмаһы конференция йыйҙы. Унда ни өсөн тап ошо ике вузды берләштерергә ҡарар иткәндәр тигән һорауға яуап бирелде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Мәғариф

Башҡортостанда Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыуҙар дауам итә. Быға арнап бөгөн “Коммерсантъ-Башҡортостан” баҫмаһы конференция йыйҙы. Унда ни өсөн тап ошо ике вузды берләштерергә ҡарар иткәндәр тигән һорауға яуап бирелде.
Вице-премьер Азат Бадранов белдереүенсә, бындай тәҡдим башлыса ойоштороусылар менән бәйле. Ни өсөн тигәндә Башҡортостандың башҡа уҡыу йорттары – тармаҡ вуздары. Мәҫәлән, БДМУ – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, БДАУ – Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына ҡарай.
Вице-премьер фекеренсә, интеграция процестары – мегатренд. Ул Рәсәйгә генә түгел, ә бөтә донъяға хас.
– Юғары белем биреүҙә интеграция процестары бара, вуздар берләшә. Шуға күрә әлеге программа тамамланғас, процесс туҡтап ҡалыр тип әйтә алмайбыҙ. Беҙгә әле башлап ебәрергә кәрәк. Бөгөн беҙ был эштең ҡоралдарын күрәбеҙ, ике вузды ҡуша алыуҙы аңлайбыҙ, программа талаптарына, донъя кимәлендәге университет булдырыу гранты критерийҙарына тура киләбеҙ. Тимәк ғариза бирергә кәрәк, – тине Азат Бадранов.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары белдереүенсә, әлеге ваҡытта илдең бер төбәгендә бер юлы алты вузды берләштереү эше бара.
– Әле был мегагрантҡа – донъя кимәлендәге университет булдырыуға илебеҙҙең өс төбәге дәғүә итә, унда Башҡортостан да бар. Беҙ аҡса алырға теләйбеҙ тип кенә дәғүә белдермәйбеҙ. Ул аҡсаны күптәр теләй. Тик ошондай юғары кимәлдә, ныҡлап хәл итеү өҫтөндә өс төбәк кенә эшләй, – тине Азат Бадранов.
Вице-премьер тағы бер күп һорауҙар тыуҙырған мәсьәләгә яуап бирҙе. Ул студенттар һанын ҡыҫҡартыуға бәйле ине. Азат Шамил улы белдереүенсә, ҡыҫҡартыу түгел, киреһенсә уларҙы арттырыу күҙаллана.
– Бөгөн БДУ менән ӨДАТУ-ла дөйөм алғанда 40 мең студент уҡый. Донъя кимәлендәге университеттың маҡсаты – студенттар һанын 100 меңгә тиклем арттырыу, – тине ул. – Шуға күрә был эштең биналарҙы алыу, оптимизация үткәреү, күп һанлы уҡытыусыларҙы эшһеҙ ҡалдырыу, студенттар һанын кәметеү өсөн эшләнә тигән һүҙҙәрҙең нигеҙе юҡ.
Фото: Башинформ
Читайте нас: